16.01.2016 Уңған ҡатын эш ырата
Әсәйемә эш ҡалдырмайынса, хәлдән киләме-юҡмы, йәбешеп эшләй торғайным. Ул үҙе лә иҫ киткес егәрле, ярҙамсыл, асыҡ кеше ине. Һалған икмәге күпереп бешә, донъяһы ялтырап тора, бешергән аштары ашап туйғыһыҙ... Әсәй булһа – өй нур бөркә бит ул. Ә мин ун биш йәшемдә әсәйһеҙ ҡалдым. Егерме бер йәштә Учалы районының Рысай ауылына Зәйнәғәбдиновтарҙың ғаиләһенә килен булып төштөм. Ҡайны-ҡәйнәм шул тиклем яҡшы булдылар, мине яратып, үҙ итеп тороуҙары… Ҡәйнәм, килендең ҡулынан да, теленән дә килә, тип яратты.
…Ҡатындың йөгө аналыҡ тышында булып, уны ауыр хәлдә дауаханаға килтерәләр – кисекмәҫтән операция талап ителә. Егерме йәшлек шәфҡәт туташы-анестезист Зәлиә Яҡупова уға эфир наркозы бирә. Тик тыныс ҡына йоҡлап китер урынға, ҡатын кинәт тын алыуҙан туҡтай. Зәлиә тиҙ генә масканы уның ауыҙынан ала, ашығыс рәүештә реанимация сараһын күрә. Ҡатындың һулышы рәтләнгәс, тағы эфир биреп ҡарай, әммә шул уҡ хәл ҡабатлана. Шәфҡәт туташы бер мәлгә юғалып ҡала: бер яҡтан, йәһәтерәк наркоз биреүен талап итеп, хирургтар ашыҡтыра, икенсе яҡтан, эфир ауырлы ҡатынға үлемесле тиерлек тәьҫир итә… “Ошо ҡатынды тере сығарһам, операционныйға башҡаса аяғымды ла баҫмайым, бер кемгә лә наркоз бирмәйем”, – тип Зәлиә илар сиккә етеп, бисмиллаһын уҡып, үҙен дә, операция өҫтәлендә ятҡан ҡатынды ла Хоҙайға тапшыра ла, пациенттың венаһына укол ҡаҙап йоҡлатырға мәжбүр була. Операция уңышлы үтһә лә, көсөргәнешле ваҡиғанан байтаҡ арына алмай, йөрәге дерелдәгән йәш анестезист, икенсе бүлеккә эшкә күсереүҙәрен һорап, ғариза яҙғас, етәкселәре, беҙ һине алты ай буйына юҡҡа уҡыттыҡмы ни, эшләйһең, тип ҡырт киҫә.
– Ул көндө, ғүмерҙә лә һис кемгә наркоз яһамаясаҡмын, тип тәүбә иткәйнем дә, утыҙ ике йыл шәфҡәт туташы-анестезист булып эшләп ташлағанмын, – Зәлиә Шаһиғәли ҡыҙы, шунса заман эшләүенә үҙе лә аптырағандай, башын сайҡаны. – Яңыраҡ, сираттағы операциянан һуң, ошо бүлмәлә күпме кешене ҡотҡарҙыҡ, тип эшләгән урыныма ҡарап торҙом... Ниңә был һөнәргә уҡыным, тип шулай бер тапҡыр ғына үкендем, унан һуң яҙмышыма һис тә зарланманым, киреһенсә, рәхмәтле булдым. Сөнки эшемде яратам, унан башҡа үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Эшебеҙ бик тынғыһыҙ, көн дә ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыуы ихтимал. Реанимация ваҡытында үҙеңде генә түгел, бар донъяны онотаһың, пациент булмышыңды тулыһынса биләп ала, уның йөрәге тибеп, тын алышы рәтләнһен инде, тигән бер генә уй һинең менән идара итә. Хәл өҫтөндә ятҡан кешенең йөрәге эшләп китеп, ул үҙ аллы тын ала башлаһа, күҙ ҡараһы яҡтыны һиҙһә – беҙ ҙә еңел һулайбыҙ, иңдән тау төшәме ни...
Сирлеләр, ғәҙәттә, шәфҡәт туташы-анестезистарҙың эшенә иғтибар итмәй. Күләгәлә тороп ҡалған һөнәр эйәләре шул сәбәпле рәхмәт һүҙҙәрен дә һирәк ишетә. Ләкин быға үпкәләш юҡ, сөнки улар өсөн кешенең операциянан, реанимациянан тере сығып китеүе, һауығыуы төп шарт. Ошо шартты доға урынына күреп, Гиппократ антына тоғролоҡ һаҡлаған Зәлиә Зәйнәғәбдинованың эше етәкселәре тарафынан тейешенсә баһаланған: ул, юғары категориялы шәфҡәт туташы, “БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” исеменә лайыҡ булған. Былтыр иһә уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” исеме лә бирелде. Утыҙ ете йыл элек Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылынан Сибай медицина училищеһына юлланған Зәлиә киләсәктә шундай бейеклектәр яуларын күҙ алдына килтергән, тиһегеҙме? Юҡтыр, ахыры. Ауыл мәктәбендә бар фәндәрҙе лә башҡортса уҡыған үҫмер ҡыҙ бала тәүге көндәрҙән үк уҡыу йортонда йырып сыҡҡыһыҙ тойолған кәртәләргә юлыға – бында бар дәрестәр ҙә рус телендә алып барыла. Сит телдә аңлашылмаған ҡатмарлы фәндәр серенә теште ҡыҫып төшөнөргә ынтылғанда, киләсәк бөтөнләй томанлы күҙалланғандыр уға. Ауылдан йыйылған тома наҙандар, тип мыҫҡыллап, танау сөйгән уҡытыусылар араһында, аҡыллыларым, һеҙ булдыраһығыҙ, хәлегеҙҙән килә, тип ҡанатландырыусылар ҙа табыла. Зәлиә Яҡупова берәүҙәре алдында һыр бирмәҫ өсөн тырышһа, икенселәрҙең ышанысын аҡлар өсөн алға бара. Бар көсөн уҡыуға һалып, диплом алыуға ирешкән Зәлиә Учалы дауаханаһына тәғәйенләнә. Таусылар ҡалаһын тәү күреүҙән оҡшатҡан йәш ҡыҙ хирургия бүлегендә, постағы шәфҡәт туташы булып эш башлай. Бер йылдан аҡыллы, ныҡышмалы, тырыш Зәлиәне анестезисҡа уҡырға ебәрәләр.
– Ул саҡта табип-анестезиологтар юҡ ине, анестезияны беҙ, шәфҡәт туташтары, эшләнек, – тип асыҡлай Зәлиә Шаһиғәли ҡыҙы. – Табип юҡ, тәжрибә юҡ, бар нәмәгә үҙем яуаплы. Ул ваҡытта мине фәрештәләр һаҡлап торғандыр, эшем гел уң барҙы. Хәҙер уйлаһам, ул саҡтар өсөн ҡурҡыныс булып китә. Гофрировкалы иҫке ҡара масканы өсәр-дүртәр сәғәт буйына кешенең ауыҙында тотоп тороп, ҡул, иңбаш ойой, арҡа, аяҡтар тала. Шуның араһында пациенттың ҡан баҫымын, йөрәк тибешен, тын алышын күҙәтергә кәрәк. Иғтибарҙы бер мәлгә лә кәметергә ярамай, кешенең хәле күҙ асып йомған арала ҡырҡа үҙгәреүе бар… Ул замандағы эш шарттары менән сағыштырғанда, хәҙер күпкә еңел: төймәгә баҫып, автомат аппараттар менән генә эшләйһең; бер тапҡыр ҡулланышлы шприцтар, системалар булғас, стерилләү менән ҡаңғырмайһың; төп яуаплылыҡ юғары белемле табип-анестезиологта… Миңә тәүге йылдарҙан уҡ бик талантлы, тырыш табиптар менән эшләү бәхете тейҙе. Айырыуса реанимация бүлеге мөдире Урал Сәхиәр улы Солтанбаевҡа (Республика ҡан тапшырыу станцияһының баш табибы булып эшләй ул хәҙер), хирург Жәүәт Хәлит улы Ғайсинға (“Резерв” медицина үҙәге директоры) рәхмәтлемен. Иңде-иңгә терәп, бик матур, татыу эшләнек. Ғөмүмән, эшемдән дә, юлымда осраған яҡшы кешеләрҙән дә, ғаиләмдән дә уңдым мин. Тормош иптәшемә, Рәсим Насретдин улына, айырым рәхмәт, атҡаҙанған исеменә өлгәшеүемдә уның да өлөшө ҙур. Ул булғанға арҡамды ныҡҡа терәп, эшкә китәм, һис бер борсолоуһыҙ тыныс күңел менән өйгә ҡайтам. Гүзәлиә ҡыҙыбыҙ финанс учреждениеһында эшләй, Гүзәлебеҙ медуниверситетта икенсе курста уҡый. Улар өсөн йөҙөбөҙ һәр саҡ яҡты.
Бер интервью алғандарында, Учалыға килеп, бәхетле булдығыҙмы, тип һоранылар. Ышаныслы итеп, эйе, тинем. Мине әсәйем, Сәғирә Мөхөтдин ҡыҙы, ошо балам тыуып, мине үтә бәхетле итте, тип һөйөп, ҡыҙым шәп, уңған, тип маҡтап үҫтерҙе. Әсәйемә эш ҡалдырмайынса, хәлдән киләме-юҡмы, йәбешеп эшләй торғайным. Ул үҙе лә иҫ киткес егәрле, ярҙамсыл, асыҡ кеше ине. Һалған икмәге күпереп бешә, донъяһы ялтырап тора, бешергән аштары ашап туйғыһыҙ... Әсәй булһа – өй нур бөркә бит ул. Ә мин ун биш йәшемдә әсәйһеҙ ҡалдым. Егерме бер йәштә Учалы районының Рысай ауылына Зәйнәғәбдиновтарҙың ғаиләһенә килен булып төштөм. Ҡайны-ҡәйнәм шул тиклем яҡшы булдылар, мине яратып, үҙ итеп тороуҙары… Ҡәйнәм, килендең ҡулынан да, теленән дә килә, тип яратты. Әсәй урынына күрҙем дә ҡуйҙым үҙен. Ирем ыңғайына уға “инәй” тип өндәштем. Ҡәйнәм үлер алдынан, миңә күрһәткән изгелектәрең балаларың аша үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын, тип, рәхмәттәрен уҡып, ризалығын биреп китте. Мин ифрат бай кеше, сөнки атайым бар. Ул мине, имен-аман эшләп ҡайт, тип эшкә оҙата. Ваҡыт тығыҙ булған хәлдә лә, шул һүҙҙәрҙе ишетер өсөн мотлаҡ атай янына инәм, уның фатихаһын алам. Бар уңыштарым, ошо күркәм донъям, етеш тормошом атай менән әсәйҙең, ҡайным менән ҡәйнәмдең ризалығынандыр, тим. Ошо йәшемә етеп, бер кемгә лә насарлыҡ ҡылманым, яуызлыҡ теләмәнем, кеше юлын ҡыйманым. Инде мин дә бәхетле булмаһам, кем бәхетле булыр?
Әлбиттә, бәхетлемен!
Бәхетен Учалыла табып, күптән ошо ергә ереккән, үҙ кешегә әйләнгән Зәлиә Зәйнәғәбдинова әүәлгесә кешеләрҙең ғүмере һағында. Уның кеүектәр, үҙ эшенең оҫталары, сафта саҡта, һаулығыңдың ышаныслы ҡулдарҙа булыуына инанып, барыбер тынысыраҡ йәшәлә.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.