09.01.2016 Иҫке йылдың яңы комитеты
БР Башлығы Указы менән Башҡортостан Республикаһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты булдырылды.
Комитет граждандар һәм территориаль оборона өлкәһендә республика вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итәсәк, шулай уҡ халыҡты һәм территорияны тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау һәм уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү, авария-ҡотҡарыу эштәрен һәм башҡа кисектергеһеҙ эштәрҙе ойоштороу һәм үткәреү, янғындарҙы һүндереү, һыу ятҡылыҡтарында кешеләрҙе эҙләү һәм ҡотҡарыу мәсьәләләрен хәл итәсәк.
Республика Башлығының икенсе Указы менән БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Фәрит Ғүмәров тәғәйенләнде.