RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Музей – тарих көҙгөһө

08.01.2016 Музей – тарих көҙгөһө

Музей эшенең нимәнән ғибәрәт икәнлеген беләһегеҙме? Махсус бинала төрлө стенд һәм витриналарҙа ниндәй ҙә булһа тематикаға ҡараған экспонаттар туплайһың да, әйҙә, килгән бер кешегә кескәй генә сәйәхәт ойоштороп, күҙ алдындағы әйберҙәрҙең тәғәйенләнеше, билдәле шәхестәр­ҙең тормош юлы, айырым бер ваҡыт арауығының әһәмиәте, үҙенсәлектәре хаҡында һөйлә лә һөйлә... Мин дә ниңәлер музейҙар эшен шулай күҙаллай инем. Шуға күрә лә уларҙа билдәле бер ваҡыт туҡталып ҡалған, ә музей хеҙмәткәрҙәре ниндәй шөғөл табырға белмәй, сираттағы килеүсене көтөп ултыра кеүек тойола торғайны.

һәм бына мин Асҡар тыуған яҡты өйрәнеү музейында. Элегерәк тә бында булғаным бар, әлбиттә, әммә һәр бер бүлмәһен ҡарап сығыуҙан уҙа алманым. Был юлы иһә райондың төрлө ауылынан әле береһе, әле икенсеһе килеп инеп, бер-береһе менән дә, музей менән дә таныша тора.
Бер урында айырыуса оло йәнлелек. Баҡтиһәң, килеүселәрҙе районыбыҙҙың күренекле шәхесе, шағирә һәм һәүәҫкәр композитор Зөһрә Музей – тарих  көҙгөһөФәйзуллинаның тормош һәм ижад юлын яҡтыртҡан стенд йәлеп итә икән. Ошонда уҡ Зөһрә Хәдит ҡыҙы үҙе лә бар, һорауҙарға яуап бирә, кем менәндер ҡосаҡлашып күрешә, кемгәлер үҙе һорау менән мөрәжәғәт итә.

Күпмелер шулай аралашҡандан һуң, йыйылыусылар ултырышты. Сәхнәгә, тиемме икән, кисәне алып барыусылар, музей директоры Рәмилә Лотфуллина һәм педагогия хеҙмәте ветераны, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фирүзә Сафина сыҡты. һүҙ ыңғайы шуны ла билдәләргә кәрәк: бөтә ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған, заманында ауылы Ҡаҙ­машта музей булдырыуға ҙур көс һалған Фирүзә Ғәбдинур ҡыҙы төрлө сара ойоштороуҙа ихлас ҡатнаша, бында эшләгән йәштәр менән тәжрибәһен уртаҡлаша.
Бығаса ла уның ҡатнашлығында күп кенә кисә үткәрелгән. Ә инде Зөһрә Хәдит ҡыҙының ижадына арналған матур кисә бөтәһенең күңеленә лә хуш килде. Дуҫтары, туғандары, яҡташтары сыға торҙо, шағирәнең бала сағы, йәшлеге тураһындағы хәтирәләр ағылды, изге теләктәр әйтелде, һоҡланыу һүҙҙәре еткерелде. Зөһрә апай­ҙың еңгәләре Ғәфифә Фәттәхова, Зәйнәп Билалова, балалыҡ дуҫы Ғәҙилә Бикҡужина, әҙибә Айһылыу Йәғәфәрова, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлшат Лав­ренева һәм башҡалар сығыш яһағандан һуң, күҙ алдына уҡытыусы Фәттәхо­втарҙың татыу ғаиләһе, биш ҡустыһына хәстәрлекле апай була белгән Зөһрә Хәдит ҡыҙының бала сағы, Бөйөк Ватан һуғышына алын­ған тиҫтәләгән зат-зәүеренән бер атаһының ғына ҡаты яраланып, ҡулһыҙ ҡайтыуы, ғөмүмән, шағирә һәм композиторҙың ғәжәйеп намыҫлы, игелекле, ярҙамсыл ата-әсә ҡулында тәрбиәләнеүе күҙ алдына баҫты.

Ә инде Зөһрә апайҙың ҡустыһы Хәлил Фәттәховтың, Дилә Фәт­тәхованың, Марс Сәйет­ғәлиндың, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәр­ҙәре Садиҡ Шаһыбалов һәм Дәүләт Ҡадировтың йыр-моңо берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.

Музей – тарих  көҙгөһөҺүҙ музей хаҡында ине бит әле. Бында биш кешенән торған берҙәм коллектив тупланған. Экскурсияларҙы Ләйсән Би­сенғолова үткәрә. Гүзәл Ильясо­ва, Эльвира Агеева, Фәнилә Вәлиева – һәр ҡайһыһы үҙенә тәғәйен вазифаны башҡара. Тыл хеҙмәткәрҙәренә арналған кисә, район сәсәндәре менән осрашыу, Башҡортостандың халыҡ артисы, тыумышы менән Асҡарҙан булған Биби Мәһәҙиеваның тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған кисә һәм йыр конкурсы, балаларҙың ҡул эштәренән күргәҙмә, һәүәҫкәр фоторәссамдар һәм рәссамдарҙың ижади отчеты, филология фәндәре кандидаты Ким Әхмәт­йәновтың хәтер кисәһе, алтын туйҙарын билдәләгән ғаиләләрҙе хөрмәтләү, хеҙмәт батырҙарын тәбрикләү, китап презентациялары һәм башҡа бихисап сара – быларҙың барыһы ла райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған.

1990 йылда нигеҙ һалынып, йәнә биш йылдан республиканың Милли музейы филиалы булараҡ теркәлә ул. Әбйәлил тарих, тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшмәкәрлегенең башында элекке уҡытыусылар Зиннәт һибәт улы Әхтәмов һәм Нәжиә Хөбөтдин ҡыҙы Әҙелғужина тора. Ә инде 2000 йылдың башынан музейға Рәмилә Садиҡ ҡыҙы Лотфуллина етәкселек итә.

Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгәндә район музейы ниҙәр атҡарған һуң? Ғилми-тикшеренеү өлкәһенә килгәндә, “Бөйөк Еңеү ҡылысын Ленинград үткерләгән”, “Тол ҡатындар иламай”, “Музейҙар төнө”, “Бала саҡ иленә сәйәхәт”, математика фәндәре докторы, профессор Әхтәр Ғайсиндың “Аҡ батша илсеһе” китабына презентация сценарийы, “Әбйәлилдең хәрби даны”, “Йөрәк хәтере” һәм башҡа йүнәлештә тематик экскурсиялар үткәрелгән, “Ти­мерҙән дә нығыраҡ”, “Ленинград блокадаһы” һәм башҡа темаларға лекциялар яһал­ған. Шуны ла билдәләп китеү мөһим: күпселек сарала район мәктәптәре уҡыусылары туранан-тура ҡатнаша. Был йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Ҡаһарманлыҡ өлгөләре менән танышып, матурлыҡ донъяһына сәйәхәт ҡылып, балалар рухланып ҡайта.

Әбйәлил ере таланттарға бай. Уларҙың күбеһе заманында танылыу ҙа ала алмаған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онотолоп ҡалғандар ҙа бар. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир Иван Васильев баҫалҡы һәм ябай кеше ине. Хәҙер мәрхүм инде. Заманында, китап сығарам, тип тә йөрөгәйне. Үҙе, яҡындары өсөн яҙҙы ла яҙҙы. “Яу юлы буйлап” тигән күргәҙмә, “Шиғри күңел” кисәһе күптәр өсөн билдәһеҙ ҡалған яугир шағирға арналды.

Музей ойошторған саралар хаҡында бик күп һөйләргә мөмкин. Йомғаҡлап, шуны әйтергә кәрәк: быйыл тәүге ярты йыллыҡта музейҙа 2337 кеше булған, шулар­ҙың дүрттән өс өлөшө тиерлеге – ун һигеҙ йәшкә тиклемгеләр. Был инде ундағы хеҙмәткәрҙәрҙең оло тәрбиәүи эш алып барыуы хаҡында һөйләй.

Ә юғарыла телгә алынған сараға әйләнеп ҡайтһаҡ, Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллинаның үҙенә күрә бер ижади отчеты булып торҙо ул. Кисә иҫ киткес йылы, ихлас мөхиттә үтте. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәйлә Солтанованың, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лениза Сәғәҙиеваның, уҡытыусы-шағир Радик Өмөтҡужиндың, мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүзә Исхаҡованың һәм башҡаларҙың ихлас сығыштарында башҡорттоң арҙаҡлы ҡыҙы Зөһрә Фәй­зуллинаға ҡарата тотош халыҡ мөхәббәте, халыҡ ихтирамы сағылды. Шағирәне оҙаҡ йылдар белһәм дә, миңә лә ул өр-яңынан асылды. Район музейы алып барған сикһеҙ ҙур эш тә һоҡландырҙы, ғәжәпкә ҡалдырҙы.

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.
Әбйәлил районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә