RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иң оло баһа – балаларҙың рәхмәте

03.12.2015 Иң оло баһа – балаларҙың рәхмәте

Әнисә һәм Ғаяз Фәррәховтар юғары категориялы тәрбиәсе һәм уҡытыусы ғына түгел, күңелдәре моңға, яҡшылыҡҡа тулған кешеләр.

Эштән ял итеп ҡайтҡанығыҙ бармы? Был һорауым, офиста көнө буйы тиккә ваҡыт уҙғарып, интернетта уйындар уйнап, социаль селтәрҙәрҙә ләстит һатып ултырыусыларға ҡағылмай. Ундайҙар, һис бер ни ҡыйратмаған осраҡта ла, көн аҙағына йомшаҡ креслоны ла, емелдәгән мониторҙы ла күрә алмаҫ торошҡа етеп, эштән хәлдән тайып ҡайта. Был юлы баш күтәрмәй фиҙакәр хеҙмәт менән булышҡандарға өндәшәм: «Эштән ял итеп ҡайтҡанығыҙ бармы?» Һеҙ яуап әҙерләгәнсе, үҙем, эйе, тип яуаплай торайым: Әнисә һәм Ғаяз Фәррәховтар ғаиләһенә мәҡәлә яҙырға барып, йырлы, моңло, саф бер мөхиткә эләгеп, ниндәй йомош менән йөрөүемде бөтөнләй баштан сығарғанмын. Бер – ғаилә башлығына, бер хужабикәгә һөйөп ҡарап, илһамланып һөйләгәндәрен, хисләнеп йырлағандарын тыңлап, бар донъяны онотҡанмын. Улар – сәхнә түренән төшмәгән артистар ҙа, кеше яҙмышын хәл иткән етәкселәр ҙә түгел, Учалы ауылында йәшәүсе ябай тәрбиәсе менән уҡытыусы. Ләкин күңелдәре шул тиклем йыр-моңға тулған, яҡтылыҡтан, яҡшылыҡтан туҡылған, өс тинлек эш күрһәтеп, биш һумлыҡтай күкрәк киреп йөрөгәндәрең ары торһон! Тамашасылар тарафынан яратып ҡабул ителгән «Ҡара болот» йырын иҫләйһегеҙҙер?

Тик һин генә мине, әсәй, ташлама,
Сабый күгем минең, ҡайғы, ҡаплама.
Ҡара болот бер саҡ таралыр,
Ҡайғыларым шунда юғалыр…
Ғаяз Аусат улы яҙған йыр ул! Һүҙҙәре лә, көйө лә уның йөрәгендә яралған. Бынан башҡа ла әллә күпме йыр ижад иткән үҙешмәкәр композитор, тик күңел емештәрен халыҡҡа сығарырға, үҙен-үҙе күрһәтергә, танытырға форсатын тапмаған. Балаларға белем бирәм, тип, мәктәптән бушамаған уҡытыусының ҡасан үҙенә ваҡыты ҡалғаны бар? Күпселектә дуҫтары, яҡындары менән йыйылғанда ғына йырҙары, көйҙәре яңғырай.
– Йә күңелебеҙ тулып киткәндә, икәүләп йырлашып алабыҙ, – ти хәләл ефете. Әнисә Марат ҡыҙы моңло йыраусы ғына түгел, бейеүсе лә: Ғаяз ағай баянда һыҙҙырып уйнап ебәрһә, ул, көй ыңғайына дәртләнеп, тыпырлатып бейергә лә төшә. Хәйер, Әнисә апайҙың һәләттәре бихисап һәм шуларҙың береһе – уның яҙыу-һыҙыу эшенә маһирлығы: үҙе эшләгән балалар йортонда концерттарға сценарийҙар, байрамдар уңайынан пьесалар яҙа, «Йәшлек», «Яйыҡ» гәзите биттәрендә мәҡәләләре лә даими баҫылып тора.
- Әсәйем яғынан ҡартатайым Мөхәмәтша – сәсән булған, уны белеүселәр, урам буйлап китеп бара, һамаҡлап шиғыр сығарып бара, тип иҫләр ине, күрәһең, миңә лә шул һәләте күскәндер, – Әнисә Марат ҡыҙы баҫалҡы йылмая. – Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр менән элек гел спектаклдәр ҡуйҙыҡ. Тиҙ генә пьесаһын да, кәрәк булһа шиғырын да яҙам, бейергә лә, йырларға ла өйрәтәм… Публицистикаға, бәлки тотонмаҫ та инем, осраҡ ярҙам итте. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан яҙылған пьесамды район гәзитенә ебәрҙем. Ана сығыр, бына сығыр, тип көтәм, әммә баҫмайҙар... Урамда Әлиә Дауытова исемле хәбәрсене осратып, әҫәрем тураһында һораштым. Беҙ пьесалар баҫмайбыҙ шул, һүрәтләмә итеп яҙһағыҙсы, ти. Ҡайттым да, бер ултырыуҙа пьесаны үҙгәртеп, эшемде ҡабаттан редакцияға алып барҙым. Күп тә үтмәне, һүрәтләмәм донъя күрҙе. «Иң яҡшы публицистик әҫәр» тип табып, хатта иҫтәлекле бүләк бирҙеләр. Беренсе эшемде юғары баһалауҙары мине шул тиклем ҡанатландырҙы, бер-бер артлы тағы мәҡәләләр яҙҙым. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналына ла методик алымдарҙы ебәргәйнем, яңыраҡ, ун авторҙың эше, шул иҫәптән һеҙҙеке лә, беҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, тип редакциянан шылтыратып ҡыуандырҙылар. Ошондай яҡшы һүҙҙәр этәргес көс бирә, илһамландыра, ихласлап ижад итке килә башлай. Ләкин яйлап ултырып яҙышырға ваҡыт юғыраҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡас, иркенләп тотонормон, тип хыялланам, сөнки яҙаһы әйбер – туп-тулы!
– Әллә инде, буш ваҡытың булырмы икән, «Хазина» фольклор төркөмөнә икәүләп йөрөй башлаһаҡ, – тип мәрәкәләй уны Ғаяз ағай.
Бер-берен ярты ҡараштан, ым-ишаранан аңлаған мөхәббәтле матур парға ҡарап һоҡланып туйғыһыҙ. Бергә булыуҙарына өс тиҫтә йыл тиерлек, ә ҡарап торһаң – кисә генә танышып ҡауышҡандар… Сәфәр ауылы ҡыҙы Әнисә Өфө дәүләт педагогия институтын тамамлап, Һәйтәк мәктәбенә эшкә тәғәйенләнгәндә, ошо ауыл егете Ғаяз, йәш тарих уҡытыусыһы, Учалы урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Педагогтарҙың август кәңәшмәһендә егермеләгән йәш белгесте, тәбрикләр өсөн, сәхнәгә теҙеп ҡуялар. Ғаяз Аусат улы барыһы исеменән һүҙ тотоп, уҡытыусыларға арнап йыр йырлай. Ҡалай ҡыйыу егет, тип уйлай Әнисә, Ғаяз да тыйнаҡ ҡыҙға күҙ һала: «Ниндәй һомғол!» Һуңынан йәштәр яҡындан танышып, дуҫлашып китә. Ябайлығы, асыҡлығы, эскерһеҙ булыуы менән йөрәгемде яуланы, тип серен сисә Әнисә апай: «Холҡо үҙгәрмәне, шөкөр, нисек бар, шул килеш ҡалды, ун биш йыл дауамында мәктәп директоры вазифаһын башҡарғанда ла, мин-минлектең ни икәнен белмәне». Хужабикә үҙе лә шул уҡ күркәм сифаттарға эйә. Балалар йортонда эшләү дәүерендә төрлө холоҡло балалар менән эшләп тә, күңеле һис ҡатмаған.
– Ирем, мәктәптән тыш, балалар йортонда өҫтәмә эшләп йөрөгәндә, директор, кәләшең менән миңә эшкә килһәгеҙ, фатир бүлеп бирәм, тигәс, 1990 йылдың 1 сентябрендә балалар йортонда эш башланым, – тип һөйләй Әнисә Марат ҡыҙы. – Ғаяз да балалар йортона эшкә күсте, психологҡа уҡып сыҡты. Ғаязды Һәйтәк мәктәбенә директор итеп тәғәйенләгәндәренә тиклем, икәүләп бер төркөмдә эшләнек. Ул – тәртип өсөн, мин таҙалыҡ, уҡыу өсөн яуаплы инем. Балалар йортонда эшләүе ифрат ауыр, ике-өс йылға ғына көс етә, тиһәләр ҙә, тәрбиәсе булып эшкә килеүемә егерме алты йыл инде. Яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған балалар менән һәр кем дә эшләй алмай, шуға ла килеп китеүселәр күп. Тәжрибәле, балаларҙы яратҡан тәрбиәселәр коллективыбыҙҙың нигеҙен тота. Йәшерен-батырын түгел: балалар йортона «тәртип» тигәнде белмәгән, аҙған-туҙған, өлкәндәргә ышанысын юғалтҡан балалар килә. Уларҙы юлға һалыуы, ипкә килтереүе ҡыйын. Шулай ҙа тырышаһың, үҙеңде, ваҡытыңды, күңел йылыһын йәлләмәйһең. Һуңынан тормошта үҙ урынын тапҡан тәрбиәләнеүселәребеҙ рәхмәт әйтһә, эшләгәнебеҙ юҡҡа сыҡмаған, тип ҡыуанабыҙ.
Балаларҙың рәхмәте – иң оло баһа, тип иҫәпләгән Фәррәховтар үҙ балаларына ла гүзәл тәрбиә биргән. Ғүмерҙә лә матди байлыҡ артынан ҡыумаған, хәләл малға шөкөр иткән Әнисә апай менән Ғаяз ағай тапҡан-таянғанын Айваз улы менән Зильда ҡыҙҙарына һалған. Мәктәпте миҙалға тамамлаған, юғары уҡыу йортонда тик «бишле» билдәһенә өлгәшкән һәләтле балалары – Фәррәховтарҙың ғорурлығы һәм ҡыуанысы.
-– Офицер улыбыҙ шөғөлләнмәгән спорт төрө юҡ, айырыуса йүгереү, атыу, йөҙөү буйынса юғары уңыштарға ҡаҙанған, ҡайһы фотоны ҡарама – гел дә пьедесталда, – тип Ғаяз ағай фотоальбом сығарып, алдыма һала. – Зильда ла, бәләкәйҙән үткер бала, йүгереү, баскетболда һынатмай. Айваз бейергә оҫта, ә Зильда – йырсы, ошо юҫыҡта ла уның наградалары байтаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, икеһе лә уңыштары менән шатландырып ҡына тора. Айваз хеҙмәт иткән часҡа барғас, командиры, улығыҙ кеүек егеттәр күберәк булһасы, тигәс, эй, рәхәт булды…
– Беҙ, ысынлап, бик бәхетле ата-әсәй, ике балабыҙ ҙа, атай, әсәй, тип өҙөлөп тора, ҡыуаныстарҙан өҙмәйҙәр, – тип ирен ҡеүәтләй Әнисә апай. – Ғаяз үҙе лә бик уҡымышлы, балаларҙа ла китапҡа һөйөү тәрбиәләне. Музыка ҡоралдарында, шашка-шахмат уйнарға ла ул өйрәтте. Тасуири уҡыу, бейеү һәләте иһә минәндер, тим. Айваз улыбыҙ бер ваҡыт, беҙгә түккән аҡсағыҙ меңләтә үҙегеҙгә кире ҡайтасаҡ, тигәйне, ысын шулай булып сыҡты ла. Уларҙың уңыштары – алтындарҙан ҡиммәт!
Айваз менән Зильданың Маҡтау грамоталары, диплом, кубоктарынан тыш, Фәррәховтарҙа Дарьял Кәбировтың да рәхмәт хаттары ҡәҙерләп һаҡлана.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә