07.11.2015 “Мин әйттем, бөттө”нө аҡыл менән әйтегеҙ
йәки ни өсөн ил Президенты В. Путиндың “Башҡорт телен өйрәнегеҙ” тигән тәҡдимен иҫәпкә алыусы ла юҡ?
“Хәйерсене байытма, иҫеректе айнытма”, “Мин – нәчәлник, һин дурак, һин нәчәлник – мин дурак”мы? Әллә “Ярма” ҡыймылдатамы?
Күп кенә осраҡта беҙҙең яҙмышты насар яҡҡа бороусылар үҙебеҙҙең арала. Улар – “блат” йәки башҡа сәбәптәр менән төрлө кимәлдәге власҡа яңылыш эләгеүселәр.
Үҙемдең ағай-эненән башлайым әле. Бер мырҙамдың ҡулына әҙ-мәҙ аҡса тамһа, уның тауышы, йөрөү рәүеше үҙгәреп китә, кешегә аҡыл өйрәтә башлай. Ә бер кейәү анау йылы Себерҙә өс-дүрт ай эшләп, вахтанан ауылға ҡайтҡас, гел күҙен һауаға төбәп йөрөй, элек тәтелдәп торған кеше һөйләшмәй башланы. Э-э-э-ҫ-ҫе көндә шул уҡ “кәстүм”, кеҫәһендә сәйнәлеп бөтөлгән ручка, ҡағыҙ... Пенсиялағы абзый, элекке совхоз директоры: “Ни булды һиңә, кейәү?” – тигәс, теге: “Минең кеүек буровойға мастер итеп ҡуйһалар, һин дә һөйләшмәҫ инең”, – тине лә, һауаға бағыуын дауам итте. Баҡтиһәң, буровойҙа оператор булып, айына ҡырҡ мең һум аҡса алып йөрөгән икән. Бер аҙҙан вахтаға кире китте лә, шунда уҡ иҫән-һау әйләнеп тә ҡайтты. Хәҙер һин дә мин һөйләшә, күҙе лә турыланды тегенең. Бындайҙарҙың, исмаһам, зыяны юҡ.
Берәр “нәчәлник”те йөрөткән “шуфир”ҙы механик итеп ҡуйһаң, теге яғалары бөрөшөп бөткән кәстүмен, теге шаҡмаҡлы күлдәген кейеп, галстугын тағып ала, кеҫәһенә мотлаҡ күренеп торған “ыручка”һы менән ҡағыҙ, ҡулына теткеләнеп бөткән папка тотоп ала ла, элекке коллегаларының күҙҙәрен аҡайтырға тотона. Һуңынан был бахыр барыбер йә туҡмалып, йә эштән ҡыуылып ҡуя.
Икенсе кимәл “нәчәлник”тәре – министрлыҡтарҙа, район хакимиәттәрендә, бигерәк тә уның бүлектәрендә, РОНО, архив, ЗАГС тирәләрендә, силсәүиттәрҙә һәм башҡа шундай кимәлдә халыҡтың башын ҡайнатыусы “хакимдар”. Уларға “көн төшөп” барырға тура килгән мәлдәр булғыланы. Тәүҙә башҡалар кеүек үк мөрәжәғәт итһәң, ҡырт-мырт һөйләшеп, һине бахыр итеп күрә. Бына шулайыраҡ эшләргә кәрәк ине, тиһәң, һин кем ул, ул ҡәҙәре мине өйрәтергә, тип тетмәңде тетеп ала. “Мин шул-шул булам”, – тиһәң, һиңә ҡалған ул булырға, тип ҡырт киҫеп ҡуя. Ә “шәп” ир-егет икәнеңде тойомлап ҡалһа, бигерәк тә бисәләр, үҙенең “нәчәлник” икәнен күрһәтер өсөн берәр подчиненныйын саҡырып, әрләп ала. Дәрәжәңде белеп ҡалһа, ялағайланырға тотона.
Ә бына иң ҡурҡыныстары – юғары органдарҙағылар. Иң аяныслы күренештәрҙең береһе – Башҡортостан Гербының эшсе төркөмө уны хөкүмәттә раҫлаған мәл, 1999 йылдың йәйе иҫкә төшә. Башҡортостан Гербы “Мин әйттем, бөттө” тигән принцип менән раҫланғанға күрә лә Салауат Юлаев һәйкәленең ат һынында пропорция юҡ, күләгәләр дөрөҫ ҡуйылмаған. Күрә белгән күҙгә был һынға ҡарауы ауыр. Был уйын-көлкө эш түгел, хатаны төҙәтеү талап ителә.
“Балыҡ башынан серей”, – тигәнде халыҡ белмәй әйтмәгән. Бына 90-сы йылдарҙа республиканы үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр асылғайны. Шул уҡ кадрҙар мәсьәләһе буйынса. Әммә ауылдарҙан интеллекты түбән булған, быҙау ҡойроғо бороп, һарыҡ, кәзә баҫтырып йөрөгәндәрҙе республиканың етәксе органдарына килтереп тултырҙылар ҙа ҡуйҙылар, йәғни етәкселектә башҡорт донъяһына битараф, уны күрә алмаусылар хакимлыҡ итте... Ғәйбәтсе, ярамһаҡ ярҙамсылары Президентты алдап, төрлө ғәйбәт менән булдыҡлыларҙы әүҙем эштәрҙән ситләтеү осраҡтары, уларҙың ҡаҙаныштарын икенселәр эшләне, тип күрһәтеүҙәр, бик күп “битарафтар” Дәүләт Йыйылышы депутаттары булып та йөрөнө. Ул ваҡытта “Башҡортостандың үҫеше өсөн” тип ҡыланғандарҙың бөгөн береһе лә күренмәй. Һөҙөмтәлә бөгөн килеп ил Президенты В. Путиндың “Башҡорт телен өйрәнегеҙ” тигән тәҡдимен иҫәпкә алыусы ла юҡ.
Ҡоролтай үткәрергә булғандарын ишеткәс, ошоларҙы ишара итке килгәйне. Мәңге вазифа биләрмен тип алданып, “нәчәлник” булып ҡыланмайыҡ, күреп тораһығыҙ, улар беҙҙән башҡа ла етерлек. Һәр бер урында, министрҙан алып мөхәрриргә тиклем, мөмкин тиклем республика үҫеше, мәнфәғәте өсөн аҡыл менән эшләргә бурыслыбыҙ.
Әмир СОЛТАНГӘРӘЕВ.
Өфө ҡалаһы.