RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙ көйөңдө көйләү өсөн – өйлө булыу,

07.11.2015 Үҙ көйөңдө көйләү өсөн – өйлө булыу,

ә бәхетле булыу өсөн ул-ҡыҙҙарың булыу шарт.

Үҙ көйөңдө көйләү өсөн – өйлө булыу,Ололарҙың хәтерендәлер әле: совет осоронда ауылдарҙа һәр өйҙә тиерлек 7 – 8, кәм тигәндә лә 5-әр бала үҫте. Өс бала тәрбиәләүсе ғаиләләр (хәҙер улар күп балалы һанала) иһә бөтөнләй бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, бөгөн киреһенсә, ишле ул-ҡыҙҙары менән маҡтанырлыҡ парҙар бик аҙ.
Бер түгел өс улға, сәскәләй ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, район демографияһына һиҙелерлек өлөш индергән йәш ғаиләләр­ҙең береһе – Күгәрсен районының Йомағужа ауылында йәшәүсе Ҡунаҡбаевтар. Ғаилә башлығы Нариман Ғайса улы “Электро +” йәмғиәтендә эшләһә, хужабикә Рәйлә Миңлеғәле ҡыҙы әлегә үҙен башкөлләй балаларға арнаған.
2001 йылда ғаилә ҡорған пар күп йәштәр кеүек үк башта ата-әсәләрендә, аҙаҡ ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй. Әммә үҙ көйөңдө көйләр өсөн үҙ өйөң булыуы шарт – Ҡунаҡбаевтар, 2009 йылда тәүәкәлләп ер алғандан һуң, үҙҙәренең нигеҙҙәрен ҡорорға ҡарар итә. Өйҙөң нимәһе бар – өйәһең дә өйәһең, тиһәләр ҙә, был эште атҡарып сыҡҡандар аңлай­ҙыр: өйлө булыу өсөн сығым, ай-һай, күп кәрәк. Был йәһәттән “әсәлек капиталы” эште тиҙләтеүгә һиҙелерлек өлөш индерә. “Торлаҡ” программаһы сиктәрендә миллион һумдан ашыу суммаға бирелгән субсидияны иһә йәш ғаилә күктән төшкән мөғжизәләй ҡабул итә. Был ярҙамға йорттоң икенсе ҡаты – мансарда төҙөлә. Һүҙҙән саҡ ҡына ситкә тайпылып булһа ла әйтеп үтәйек: һуңғы биш йылда федераль һәм республика маҡсатлы программаларына ярашлы, районда 87 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.
Бөгөн 14 йәшлек Рәшиттең дә, 8 йәшлек Дамирҙың да, унан бер йәшкә генә кесе Рауилдың да һәм хатта 3 йәшлек кенә Неляның да үҙҙәренең айырым бүлмәләре бар.
– Күп балалы булырбыҙ, тип уйламаныҡ та. Әммә иремдең бер түгел өс ярҙамсыһы бар, нишләп минең бер генә серҙәшем булырға тейеш әле тип, йәнә бер ҡыҙ табырға булдым. Төпсөгөбөҙ Ләйләгә ун ай булды инде.
Күмәк балалы ғаиләлә балалар, ғәҙәттә, бәләкәйҙән бер-береһен ҡарашып, эшкә өйрәнеп үҫә. Беҙҙең улдарыбыҙ ҙа баҡсала соҡсонорға, мал ҡарашырға ярата, унда-бында сыҡҡанда ҡыҙҙарға күҙ-ҡолаҡ та булалар. Иң ҙур бәхетебеҙ улар, – ти бәхетле әсә.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Күгәрсен районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә