RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Улар нахаҡҡа рәнйетелгән

30.10.2015 Улар нахаҡҡа рәнйетелгән

Улар нахаҡҡа рәнйетелгәнИлдә Сталин режимы хөкөм һөргән йылдарҙа булған сәйәси золомдо өс тулҡынға бүлеп ҡарайҙар. Беренсе тулҡын 1929 – 1930 йылдарға тура килеп, "ауылда юғарынан атҡарылған революция" тип аталһа, икенсеһе, көслөһө, 1937 – 1938 йылдарҙа була. Был осор тарихсылар тарафынан "синфи көрәш" тип исемләнгән. Өсөнсөһө инде 50-се йылдарҙың башында башлана. Беренсе тулҡында илебеҙҙәге хәллерәк, белемлерәк кешеләрҙе (ғаиләләрҙе), "кулактар" тип, ҡулға алалар. Уларҙың бөтә мөлкәтен аукционда һаталар, ә ҡулға алынмай ҡалыусылар урамда йәки мунсаларында балалары менән тороп ҡала. Икенсе тулҡында инде ҡулға алыныусыларға "халыҡ дошманы" тигән ялған яла яҡҡандар. Атайым Мөхитдин – 34 йәшендә, ә бына Әҡсән ағайым 20 йәшендә "халыҡ дошманы"на әйләнгән. Уларҙың бер синыф та белеме булмаған. Әҡсән ағай ҡатыны менән 3х4 метр ҙурлыҡтағы өйҙә йәшәгән, ә атайымдың һыйыры, аты, 5х7 метр ҙурлығындағы өйө һәм дүрт балаһы була. Өйҙәрендә тентеү үткәрәләр, ләкин бер нәмә лә тапмайҙар. Ауылдан ҡыуылғандарҙың барыһының да хәле, көнкүреше атайымдарҙыҡына оҡшаш була, шуға ҡарамаҫтан, бөтә әйберҙәре тартып алына. Хәлһеҙҙәр һәм ҡарттар Белорет һәм Өфө ҡалаларында уҡ атыла, ә ҡалғандарының күбеһе унар йылға яңы төҙөлөштәргә оҙатыла. Уларҙың күптәренә тыуған яғына ҡайтыр­ға насип булмай.
Башҡортостандың Бәләбәй кантонының Куручевский өйәҙендә урынлашҡан Тыпый ауылында 1884 йылда тыуған Шәйхизаман һәм 1883 йылда тыуған Гөлсөм Ғабдуллиндар матур ғына ғүмер кисерә. Бөтә ғаилә менән иген, йәшелсә үҫтереп, мал үрсетеп, үҙ көстәре менән тырышып донъя көтә. Бер өйҙәре, ике аты, дүрт эре малы, биш баш ваҡ малы, бер нисә умартаһы булған. 1929 йылда ғаилә башлығын ҡулға алалар һәм 1930 йылдың 13 ғинуарында өс йылға хөкөм итәләр. Бөтә әйберен, йортон һаталар. Ғаилә урамда тороп ҡала һәм һуңынан хужа артынан Белорет районының Күҙйылғалағы урманға оҙатыла. Меңәр йыл ҡырҡылмаған ҡарағай урманына килтереп урынлаштыралар, ҡулдарына балта һәм рамлы бысҡы тотторалар. Ошо ҡоралдар менән ҡарағайҙарҙы йығып, үҙҙәренә йәшәр өсөн барак төҙөргә кәрәк була. Ашарға етмәй, ҡар иреп бөткәс, һарына, әтлек, төрлө көпшә ашап туйыналар. Рөхсәтһеҙ ситкә сыҡһаң, каталажкаға ябыуҙарын көт тә тор. Унда инде эш тә, аш та юҡ. Иң яҡын ауылдар – Асы, Манышты, Инйәр, Күҙйылға, Бирҙеғол. Уларға барып ҡайтыр өсөн ике-өс көн кәрәк. Барыуҙан да әллә ни файҙа юҡ. Халыҡтың үҙенә лә ризыҡ етмәй. Аслыҡтан бик күп кеше ҡырыла.
Ғабдуллиндарҙың иң оло балаһы – 1913 йылда тыуған ҡыҙҙары Сажиҙә Өфө ҡалаһынан алыҫ булмаған "Моторный" заводына эләгә. Бында "халыҡ дошмандары"на иң ауыр эш бирелә. 18 йәшлек бәләкәй генә кәүҙәле ҡыҙға бик ауыр була. Планды үтәү өсөн ҡыҙға төндә лә эшләргә тура килә. Үҙен ата-әсәһе янына ебәреүҙәрен һорай торғас, Сажиҙә моратына ирешә. Артабан яҙмыштың әсе һурпаһын ул яҡындары менән бергә татый.
Атаһы Шәйхизаман Ғабдуллин тыуған ауылына ҡайта алмай, 1930 йылда Күҙйылғаға килә һәм шунда үлеп ҡала. Әсәһе лә шунда вафат була.
Яйлап тормош үҙгәрә. Дәүләт сәйәсәте лә әҙерәк йомшара. Тотҡондағыларҙың иҫәндәре тыуған яҡтарына тартыла. Яҡындарын юғалтҡан Сажиҙә лә үҙ тормошо менән йәшәй. Һөргөндә кейәүгә сыға. Золом ҡорбандарына ҡаралған йәшәү урыны ла бирелмәгәнлектән, балалары үҫкәнсе шул Күҙйылғала донъя көтә. Балалары үҫеп етеп, эшләй башлағас ҡына Белорет ҡалаһында – ятаҡта, һуңынан Инйәр ҡасабаһында өй һатып алып, шунда йәшәйҙәр. Донъяның бөтә ауырлығын үҙ иңендә татыған Сажиҙә апай ун дүрт йыл элек Инйәр ҡасабаһында донъя ҡуя.
Илдә реабилитациялау "елдәре" иҫә башлағас, ул үҙенең ғаиләһенең исемен аҡлауҙы юллай башлай һәм төрлө яуап ала. Бына шуларҙың береһе: "По материалам архивного уголовного дела. Габдуллин Заман Габдуллович (текста шулай яҙылған). 1884 года рождения, уроженец и житель д. Тупеева Куручевской волости Белебеев­ского кантона БАССР. Постановлением "тройки" ГПУ БАССР от 13 января 1930 года по ст. 58 –10 УК РСФСР был заключен в концлагерь сроком на 3 года. Приговор конфискацию имущества не предусматривал. Реабилитирован 21 сентября 1989 года. Прокуратура БАССР.
Сведения о поименном составе семьи Габдуллина З. Г. на момент ареста в материалах архивного дела не имеются. Кроме записи следующего содержания в протоколе допроса в графе "Семейное положение": женат, в семье – 4 ч." Зам. начальника УФСБ РФ по РБ Э. Нигамедьзянова".
Сәйәси золом ҡорбандарының күбеһе хәҙерге ваҡытта был яҡты донъяла юҡ инде. Закон буйынса уларға һәм ғаиләләренә байтаҡ льгота ҡаралған, ләкин улар һуңғы йылдарҙа үтәлмәй.
Латин телендә репрессия һүҙе "язала", "яла" тигәнде аңлата. Сталин режимы тарафынан атҡарылған репрессияның ғәмәлдә үҙ халҡына ҡарата геноцид, йәғни ил халҡының күп өлөшөн ҡырып бөтөрөү, юҡ итеү булған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, элекке илебеҙҙә 60 миллион самаһы кеше золомға дусар ителгән. Тарихта бындай ҡот осҡос ваҡиғаларҙың шул тиклем ҙур масштабта булыуы күҙәтелмәгән. Тарихы­быҙҙың ҡанлы биттәрен онотмайыҡ.

Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә