24.10.2015 Йәштәр ярҙамһыҙ ҡалмаҫ
Кисә генә мәктәпте тамамлап, бөгөн шау-шыулы Өфө ҡалаһында студент булып киткән егет-ҡыҙҙарға тәүге мәлдә бик ҡыйынға тура килә. Уларҙы, нимәгә тотонорға, кемдән ярҙам алырға, уҡыуҙа һәм йәмәғәт тормошонда нисек алдынғы булырға, тигән һорауҙар борсой.
Яңыраҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үткән “Башҡортостан йәштәре” исемле “түңәрәк өҫтәл” тап ошо һорауҙарға аныҡлыҡ индереү маҡсатында ойошторолдо. Сарала улар республиканың һәм баш ҡаланың йәштәр менән эшләгән ойошма-үҙәктәренең эше менән танышты.
Осрашыу РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамы менән үтте. Йәштәр – БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары алдында РФ Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Гөлнур Ҡолһарина, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының баш белгесе Розалия Мостаева, Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенең бүлек мөдире Ғәлиә Сәлихова, БР Милли көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса федерацияһының башҡарма директоры Юнир Ильясов һәм башҡалар сығыш яһаны. Атап әйткәндә, Розалия Динислам ҡыҙы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының ирекмәндәр хәрәкәте тураһында һөйләне, бизнес планы, ғилми проекттар төҙөү буйынса кәрәкле документтар әҙерләүгә ҡағылышлы кәңәштәр бирҙе. Психолог Ғәлиә Сәлихованың телмәре айырыуса беренсе курста уҡыусыларға файҙалы булды. Ул эшмәкәрлектең яңы төрөнә өйрәнеп китеү, уҡыу һәм артабан буласаҡ сессияға әҙерлек буйынса кәңәштәр бирҙе. Юнир Ильясов йәштәргә сәләмәт йәшәүҙең мөһимлеген аңлатты һәм барыһын да спорт менән шөғөлләнергә әйҙәне.
Осрашыуҙағы әҙиптәр – “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле шағир Ирек Кинйәбулатов, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов үҙҙәренең студент йылдарын иҫкә төшөрҙө. Уларҙың ижады нығыныуға БДУ-ла һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла эшләп килгән “Шоңҡар” менән “Тулҡын” әҙәби ойошмалары булышлыҡ иткән.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһарина йәштәрҙе ҡотлап, бүләктәр һәм сертификаттар тапшырҙы.
“Түңәрәк өҫтәл”де йомғаҡлап, Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлеге мөдире Айгөл Буранғолова тәрбиәүи һәм рухи маҡсатта ойошторолған бындай сарала студенттарҙың үрнәк булырлыҡ кешеләр менән осрашыуы файҙа килтереүен билдәләне.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.