24.10.2015 Батырлыҡҡа тиң ғалимлыҡ
Ҡазанда йәшәгән башҡорт ғалимы Зәбир Исҡужин ҡыҫҡа ғына ғүмерендә бай ғилми мираҫ ҡалдыра.
Башҡорттоң бөйөк улы Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы шағирҙың шиғырҙарын тасуири ятлау буйынса интернет-конкурс, Яҙыусылар союзы һәм Башҡорт дәүләт университеты менән уртаҡ ғилми-ғәмәли конференция, Ш. Бабич һәм Ғ. Әлмөхәмәтовҡа арналған әҙәбиәт һәм йыр моң кисәһе кеүек саралар үткәрҙе. Март айында тап ошо уҡыу йорто студенттарына шағирҙың һуңғы хитапнамәһе яҙылған данлы Темәстә һәм һуңғы төйәге булған Йылайырҙа булыу бәхете татыны. Беҙ унда шағирҙың тормош юлын һәм ижадын сағылдырған әҙәби-документаль композиция күрһәттек. Был саралар шағир рухына ихтирам йөҙөнән, үҙ халҡыңа иғтибар йөҙөнән атҡарылды.
Йылайырҙа район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ильяс Исмәғил улы Такалов беҙҙе Шәйехзада Бабич хаҡында бик матур иҫтәлектәр менән таныштырҙы. Аҙаҡ минән, тамашаның сценарийы авторынан, һорай ҡуйҙы:
– Һеҙ Зәбих Исҡужин тигән ғалимды беләһегеҙме? Утыҙынсы йылдар башында Шәйехзада Бабич хаҡында диссертация яҙа. Ул беҙҙең Мәҡсүт ауылы егете.
– Юҡ. Мин был исемде ишеткәнем юҡ. 1932 йылда Ленинградта, Көнсығыш институтында, Ғабдулла Амантайҙың “Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады” тигән темаға диссертацияһын тамамлауы, әммә Башҡортостанға эшкә саҡырылып алыуы арҡаһында яҡлап өлгөрмәүе хаҡында беләм. Ә был исемде беренсе тапҡыр һеҙҙән ишетәмен, – тинем.
– 70-се йылдарҙа Рауил Бикбаев Зәбих Исҡужиндың архивын таба, ләкин уның менән танышырға рөхсәт итмәйҙәр. Әгәр ошо исем осраһа, иғтибар итегеҙ, зинһар, – тип үтенесен белдерҙе.
Бабич тураһында диссертация яҙған билдәһеҙ Зәбих Исҡужин... Ә бит Бабич исеме миңә бала саҡтан таныш. Беҙҙең Икенсе Этҡол ауылында (Баймаҡ районы – авт.) ҙур китапхана эшләне. Заманында ул Әхмәров тигән байҙың йорто булған. Ҡулға алынырҙан ике көн алда Шәйехзада тап ошо йортта төн уҙғара. Дөрөҫөрәге, шәм яҡтыһында таңғаса әңгәмә ҡоралар. Ә иртәнсәк, ауылдан сығып киткәндә Бабич: “Мин был яҡтарға тағы киләм әле. Яҙын муйылдар сәскә атҡанда киләм”, – тип вәғәҙә биреп китә. Был хаҡта атайыма (Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, крайҙы өйрәнеүсе Дәүләтбай Ибраһимов) ауылдың бер ҡарты һөйләй. Бабич ижадын өйрәнеүгә башлап Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда тотонғайным, ә ныҡлап тотоноуым 2007 йылда профессор Таңсулпан Бабичева менән “Әлмисаҡтан һин шағирһың, тип Хоҙайҙың әмере бар” тип аталған диплом спектакле әҙерләгәндә башланды. 2015 йылда беҙ йәнә Таңсулпан Даһи ҡыҙы менән берлектә әҙәби-документаль композицияны сәхнәгә сығарҙыҡ. Бабич хаҡында бик күп иҫтәлек уҡылды, бихисап архив материалы ҡулланылды. Бәхетле осраҡ менән шағирҙың һирәк ҡулъяҙмалар фондында һаҡланып ҡалған шиғырҙары баҫылған гәзит-журналдарға юлыҡтыҡ. Әммә Зәбих Исҡужин тигән исем осраманы.
Кем һин, Зәбих Исҡужин? Исемең башта аңыма, аҙаҡ күңелемә ояланы. Апрель айында Ырымбур өлкәһенең Дәүләт архивына юл алдым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зәбих Исҡужин хаҡында ла, Бабичтың үҙе хаҡында ла мәғлүмәттәргә юлыҡманым. Уның ҡарауы, 1933 йылдың 30 майында Ырымбурҙағы татар драма театрында режиссер Мәхмүт Саттаров-Тупикский (1890 – 1976) тарафынан Шәйехзада Бабичтың “Хикмәтле төйөн” тип аталған әҫәре ҡуйылыуы хаҡында мәғлүмәт алынды. Афишаға “эс ҡатырғыс көлкөлө ике пәрҙәлек драма” тип яҙылған.
Киләһе сәфәр – Ҡазанға. Бына минең алдымда Ҡазан ҡалаһында татар халҡының бөйөк шағирҙары менән йәнәш ерләнгән башҡорт ғалимы, публицист һәм шағир Зәбих Исҡужиндың шәхси архивы ята. Архивты ҡулға алғас та сәйер тойғо биләп алды. Ни тиһәң дә, ғалимдың вафатына 79 йыл уҙғас, Башҡортостандан беренсе кеше булып, уның ҡәҙерле мираҫына ҡул тейҙерәм. Беренсе тиеүем хаҡ. Аныҡлыҡ индереү өсөн 1990 йылдың 17 авгусында “Башҡортостан” гәзитендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Бабич байрамы” тигән мәҡәләһенән өҙөк килтерәм: “Бабичтың ижадын тәү башлап махсус өйрәнгән башҡорт ғалимы Зәбих Исҡужин ошо ауылдан (мәҡәлә Мәҡсүт ауылы хаҡында бара – авт.), 30-сы йылдарҙа Ҡазанда аспирантурала уҡығанда ул Бабич әҫәрҙәренең тупланмаһын, уның хаҡында үҙенең ғилми хеҙмәтен дә әҙерләгән. Ҡурайсы ла, йырсы ла, бейеүсе лә булған был һәләтле кеше 1936 йылдың көҙөндә, ни бары егерме биш йәшендә, Ҡазан ҡалаһында тиф ауырыуынан вафат булып ҡалған. 1958 йылда Бабичтың татарса сыҡҡан китабындағы аңлатмаларҙа Зәбих Исҡужин архивына һылтаныу бар. Тимәк, ул туплаған материалдар һаҡланып ҡалған, тигән һүҙ. Әммә 70-се йылдарҙа, Бабич ижадын өйрәнгән сағымда, Ҡазанға махсус барып, ошо архив менән танышырға тырышып ҡараһам да, теләгем тормошҡа ашманы. Ғөмүмән, был ғалимдың мираҫын ентекләп барлайһы бар. Заманалар үҙгәрә бит, бәлки, уның мираҫына ла юл гел генә бикле булмаҫ....”
Йәшермәйем, Зәбих Исҡужиндың фондын өйрәнеүҙә сикләүҙәргә осрармын, тигән тойғо миндә лә булды, әммә етәкселек һәм архивта шөғөлләнгән башҡа ғалимдар миңә, киреһенсә, булышлыҡ күрһәтте. Рауил Бикбаев хаҡлы булып сыҡты – заманалар үҙгәрҙе. 70-се йылдарҙа Зәбих Исҡужиндың мираҫын өйрәнеү өсөн иң ҙур ҡаршылыҡ, моғайын, тәү документ булараҡ фондтың аннотацияланмаған булыуы торғандыр. Фонд 1981 йылда ғына эшкәртелә.
Уның ғүмер һәм ижади биографияһын тергеҙеү өсөн бихисап документ аҡтарылды. Характеристикалар, рәсми документтар, хаттар, ғаризалар һәм кеше ғүмерен фажиғәгә әйләндергән ялыуҙар. Архивты ҡулыма алғанда, рәсми әйберҙәренә, бигерәк тә ғилми юҫыҡтағы әйберҙәренә генә күҙ һалырмын тигәйнем. Аҙаҡ, уның шәхесен нығыраҡ өйрәнеү өсөн шәхси документтарға ла ҡағылдым.
Тыуған йылы, рәсми документтар буйынса, 1911 йылдың 3 ғинуары. Был хаҡта ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ раҫлай. Әммә тыуған йылын 1910 йыл тип күрһәткән документтар ҙа осрай. Был документтар башлыса 1920 йылға тиклем бирелгән. Тыуыу тураһында таныҡлыҡ күпкә һуңыраҡ бирелгән булырға тейеш, мисәте һәм яҙыу формаһы яңы имләлә булыуы ошо хаҡта һөйләй. Тимәк, 1910 йылдың декабрь аҙаҡтары, яңы стиль менән 1911 йылдың 3 ғинуары. Атаһы – Ғәбделғәзим Ғибаҙулла улы, әсәһе – Сәғирә Сәфәрғәле ҡыҙы. Тыуған урыны – Йылайыр кантоны, Мәҡсүт ауылы. Тулы исеме Зәбихулла. 10 йәшендә атаһы вафат була. Әсәй ҡулында биш ул, ике ҡыҙ ҡала. Зәбихулла иң кесеһе. 1925 йылғы һаҡланып ҡалған бер документта (документ Яҡуп ауыл советы тарафынан бирелгән) хужалыҡта бер ат, бер һыйыр барлығы хаҡында мәғлүмәт бар.
Зәбихулла Исҡужин башта Йылайырҙа, аҙаҡ Стәрлетамаҡ балалар йортонда белем ала. 10 йәшенән ауыл көтөүен көтә, 13 йәше тулғас, Көньяҡ Урал урман хужалығында ағас ағыҙыу эшендә эшләй. 1926 – 1929 йылдарҙа Каруанһарайҙа, Башҡорт педагогия техникумында уҡый. 1927 – 1928 йылдарҙа – Ырымбур баҫма ойошмаһының редколлегия ағзаһы, 1928 – 1929 йылдарҙа “Беҙҙең аҙым” журналының һәм “Белем сатҡыһы” гәзитенең яуаплы мөхәррире вазифаһын башҡара. Ырымбурҙа баҫылып сыҡҡан ваҡытлы матбуғатты сығарыу вазифаһын заманында башҡорттоң бөйөк улдары Шайехзада Бабич, Кәрим Иҙелғужа, Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай башҡара. Милли әҙәбиәттең һәм башҡорт яҙыуының формалашыуында тап ошо гәзит һәм журналдың өлөшө ҙур. Шулай итеп, Зәбих Исҡужин үҙ халҡыңа хеҙмәт итеү тигән оло бурысты 18 йәшенән яуаплы вазифаларҙа атҡара.
1929 йылда Ҡазанға уҡырға китә. Башҡорт педагогия техникумын уңышлы тамамлаған егеткә юғары уҡыу йортона юлламаны Башҡортостан Халыҡ мәғариф комиссариаты биргән булырға тейеш. Быға дәлил булып 2-се курста уҡыған сағында Ҡазандағы Башземлячествоға иң юғары категория менән стипендия түләүҙәрен үтенеп яҙған ғаризаһын килтерергә була. Ул унда Башҡортостанда йәшәгән етмеш йәшлек әсәһенә аҡсалата ярҙам итеп тороуы хаҡында ла хәбәр итә. Ғаризаһына түбәндәге яуапты бирәләр: “10 апрелдән иң юғары категория менән стипендия күсерергә”. Ул саҡта милли кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙе Башҡортостан Халыҡ мәғариф комиссариаты тәү сиратта талантлы йәштәрҙе илдең ҙур тарихҡа эйә булған юғары уҡыу йорттарында республика иҫәбенә уҡытыуҙа күрә. Тап ошо осорҙа Ғабдулла Амантай – Ленинградҡа, көнсығыш телдәр факультетына, Дауыт Юлтый Ҡыҙыл профессура институтының әҙәби тәнҡит бүлегенә уҡырға ебәрелә.
Ҡазанда Зәбих Исҡужин Шәреҡ педагогия институтының донъя әҙәбиәте факультетында, татар бүлегендә уҡый һәм уны 1933 йылда тамамлай. Институтта уны татар халҡының күренекле ғалимдары Ғәли Рәхим, Ғәлимйән Ниғмәтуллин (Ниғмәти) уҡыта. Үҙен йырсы, ҡурайсы, бейеүсе һәм ярайһы уҡ үткер ҡәләмле публицист булараҡ танытып өлгөргән йәшел күҙле сибәр башҡорт егетен Ҡазан һәм татар халҡы бик тиҙ үҙ итә. Алғараҡ китеп, шуны ла әйтәм: бөгөнгө Ҡазан, Татарстан ғалимдары Зәбих Исҡужинға оло ихтирам менән ҡарай. Быныһына үҙем шаһит. Уның исемен телселәр ҙә, тарихсылар ҙа йыш телгә ала. Ҡазан тиеүем шунан, ғалимдың туғандары (мәҡәләлә улар тураһында артабан һүҙ буласаҡ) уның ҡәбере гел тәрбиәле булыуы хаҡында һөйләне. 1931 йылдың йәйендә институт студент Исҡужинды Ҡазандағы уҡсылар полкының культармия бригадаһына бригадир итеп ебәрә. Аҙаҡ яҡшы хеҙмәте өсөн уға премия тапшырыла. Бынан тыш, 1933 – 1934 йылдарҙағы йәйге отпускыһы мәлендә Мәҡсүт колхозында колхозсылар араһында сәйәси уҡыуҙар үткәрә, ауылдаштары менән концерттар әҙерләй, спектаклдәр ҡуя. 1933 йылда Сара исемле ҡыҙ менән ғаилә ҡора, ҡыҙҙары Алһыу тыуа.
Гөлсәсәк САЛАМАТОВА,
филология фәндәре кандидаты,
З. Исмәғилев исемендәге
Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты.
(Дауамы бар).