RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күпме күңелгә дәрт, өмөт һалды

23.10.2015 Күпме күңелгә дәрт, өмөт һалды

Мәскәү ҡалаһында Щепкин исемендәге театр училищеһының ятағы. Бүлмәлә компьютер алдында күҙлек кейгән матур, ап-аҡ йомро битле мөләйем ханым тырыша-тырыша нимәлер яҙа. Яҙыу эшенә мөкиббән китеп бирелгәнгәлер, килеп ине­үемде һиҙмәне. Кейем шка­фы менән бүлмә икегә бүленгән, шуға ла ингән кешене шунда уҡ күреп тә булмай, ә ишек бик йомшаҡ асыла. Ипләп кенә эскә инеп, уны артынан йомшаҡ ҡына ҡосаҡлап алдым.

Күпме күңелгә дәрт, өмөт  һалдыӘйҙә, туғаным, эштән һуң, асыҡҡанһыңдыр, аш ашап алайыҡ. Мин һине көтөп, туҡмаслы аш та бешергәйнем, һуңынан рәхәтләнеп һөйләшә-һөйләшә, тәмләп, үҙебеҙсә сәй эсербеҙ, – тип бүлмәһенең кухня өлөшөнә барып, әсәйҙәрсә бөтөрөлөп өҫтәл әҙерләй башланы.
Килгән һайын Рәсимә апай шулай, тәмле ашы, татлы сәйе менән һыйлай ине. Уға килһәң, үҙеңде тыуған яғыңа ҡайтҡандай тояһың. Ә компьютеры гел эшләп торор ине. Унда яғымлы, балалар өсөн татлы телдә әле генә Рәсимә апайҙың тел төбөнән сихри әкиәттәгеләй һикереп төшкән мажаралы хәрефтәр донъяһынан шаян, шуҡ, осҡор һүҙле шиғыр­ҙар теҙмәһе. Уны һәр килгән һайын яратҡан компьютерында рәхәтләнеп ижад иткән хәлдә күрә инем. Бер саҡ барһам, телевидение тураһында “Телеүҙәк – Тилеүҙәк” тип исемләнгән, яратып-шаяртып яҙылған шиғыры өҫтөндә эшләп ултыра ине.
– Туғаным, кил әле, уҡып ҡара, шунда эшләгән кеше булараҡ, баһаңды бир, нисек яҙылған икән, – тип йылмайып, балаларса шатланып, мине компьютеры янына саҡырҙы. Уҡып сыҡтым да: “Бик шәп яҙылған, Рәсимә апай, бөтәһе лә тап һеҙ яҙғанса”, – тинем. Уның күңеле тағы ла күтәрелеп китте. Шиғырҙа балалар күҙлегенән телевидениеның ни­сек күҙ алдарына килеп баҫыуы тураһында мауыҡтырғыс итеп, әкиәт донъяһындағылай бөтә нескәлеген белеп (балалар тапшырыуҙарында ҡатнашҡас, белә инде), тойоп тасуирлағайны...
Ниңәлер бөгөнгө көнгә тиклем уның шул шиғыры күҙ алдынан китмәй, әллә күңелгә яҡын булған­ға инде... “Телеүҙәк – Тилеүҙәк”...
Кеше, ҡайһы тарафта ғына йәшәмәһен, тыуған яғын һәр саҡ һағына. Осрашҡанда кистәрен Рәсимә апайҙың бүлмәһендә башҡорт халыҡ йырҙарын йыр­лар­ға ярата инек. Бүлмәһе уның студенттары менән шығырым тула ине. Кемдер ҡурайҙа уйнай, кемдер йырлай һәм бөтәһе лә яйлап ҡына уға ҡушыла. Башҡорт халҡының моңло йырҙары Мәскәү йортонан урамдарға бүлмәгә һыймай ағыла ине...
Шундай кистәрҙең береһендә Рәсимә апай миңә: “Туғаным, йырла әле миңә берәй яратҡан йырыңды”, – тигәс, халыҡ йыры “Зөбәйҙә”не йырланым. Ул уны шундай яратты, осрашҡан һайын йырлата торғайны. “Һин булмағанда тыңлармын”, – тип диктофонына ла яҙып алды.
Яҙ ине. Бер килгәнемдә Рәсимә апай миңә ҡағыҙ һона.
– Мә, туғаным, был һиңә, уҡы, – тине. Шундай тулҡынланыу менән уҡыным – был шиғыр минең турала ине... Минең кеүек сит ерҙә тыуған төйәген һағынып йәшәгәндәр тураһында ине... Иҫ китмәле тәрән йөкмәткеле шиғыр яҙғайны Рәсимә апай.

Мәскәү урамында “Зөбәйҙә”

Башҡорт күкрәгендә ятҡан моңдо
Тотоп буламы ни ул бәйҙә?
Таш ҡаланы ҡапыл һиҫкәндереп,
Сыңлап китте беҙҙең “Зөбәйҙә”.
Йөрәгенә барып етмәһә лә,
Ҡолағына төшә күптәргә.
Аптыранып улар моңдо эҙләй,
Ҡараш ташлай яҙғы күктәргә.
Мәскәү ҡалаһының шауын еңеп,
Һауаларға аша туған моң,
Йөрәгемде семтеп илатып та
Шиғыр юлы булып тыуған моң.
Мәскәү урамына диктофондан
Гөлсәриә йырлай “Зөбәйҙә”.
Ҡыҙ баланың һағыш даръяларын
Тыйып буламы ни ул бәйҙә?
Ҡараштарым эҙләй: ошо моңға
Арбалып та туҡтар барҙыр ул,
Таш бәғерле ҡалала башҡорт
тигән
Моң ҡаҡлығыр йөрәк – ярҙыр ул!
Мәскәү тарафында тары кеүек
Һибелеп йәшәй күпме
башҡортом,
Йөрәгенә төйнәп һағыш моңон,
Төштәрендә күреп баш йортон.
Башҡортомдоң йөрәккәйен
эҙләй,
Өҙөлөп тә сыңлай “Зөбәйҙә”,
Ишетер ҙә ҡоштай талпыныр тим,
Башҡорт күңеле булмаҫ ул бәйҙә.
Эйе, Мәскәүҙәге осрашыуҙар күңелгә шундай рәхәтлек бирә ине.
Рәсимә апай Ураҡсина бик оптимист кеше булды. Уның ме­нән гел осрашҡы ғына килеп тора ине. Ул һине тыңлай ҙа, матур, дөрөҫ кәңәштәрен дә бирә белде. Бик ауыр саҡтарҙа ла күңелде төшөрмәҫкә, тик алға атларға, нисек кенә булмаһын, бер аҙымлап булһа ла, хатта ярты аҙым булһа ла, тик алға ғына атлар­ға өйрәтте. Күңелгә дәрт, дарман өҫтәй ине. Уның янынан ҡанатланып сығып китәһең...
Рәхмәт, Рәсимә апай, күңелемә яҡын кеше булғаның, яҡты, матур өмөттәргә өндәгәнең өсөн. Күңелең таҙа, саф, яҡты, матур булғаның өсөн һәм тирә-яғыңдағы кешеләрҙе лә шундай матур донъяға әйҙәүең өсөн! Рухың тыныс, урының йәннәттә булһын, Рәсимә апай!

Гөлсәриә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА,
“Башҡортостан” дәүләт
телекомпанияһы режиссеры.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә