RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Селтәр кеше күҙенә күренгәндә ялтырай

23.10.2015 Селтәр кеше күҙенә күренгәндә ялтырай

йәки Һандыҡ төбөндәге ҡәҙерле ҡомартҡы

Селтәр кеше күҙенә күренгәндә ялтырайӘсәйемдең бәләкәй генә һандығы миңә шундай ҡәҙерле. Ыҡсым ғына, эстән икегә бүленеп таҡта ҡағылған, тыштан ике яҡлап тотҡа ҡуйылған. Килен булып төшкәндә нимә генә һалып индергәндәрҙер инде? Әммә иң затлы әйбер бар унда – ҡатын-ҡыҙҙар таҡҡан, ысын мәрйендәр баҫылған көмөш тәңкәле селтәр.
Бер ваҡыт шуны һораным әсәйемдән. “Таҡ һуң, тик уға ярашлы күлдәгең юҡ”, – тип яуап­ланы. Исмаһам, бала-саға, кеше күрер, был матурлыҡты, тип клубтағы берәй сараға тағып барырға булдым.
Ошо селтәрҙе тағып, әсәйем башына сынаяҡтар теҙелгән батмус ултыртып бейегән, төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан, концерттарҙа сығыш яһаған. Фәйзи Ғәскәров уға “Өс әсә” бейеүен һалған. Әсәйем хәтерләүенсә, Ғәскәров уны тиҙ генә уйлап сығар­ған. “Әхмәт Лотфуллиндың “Өс ҡатын” картинаһына таянып, беҙҙе, өс ҡатынды, сәхнә уртаһына ултыртты ла. Сәй эсеп ултырған ерҙән тороп, сынаяҡтар теҙелгән батмусты башыма ултыртып бейей башлайым. Һуңынан, сығыш яһағас, оҙаҡ итеп ҡул саптылар”, – тип һөйләне әсәйем. Ошо селтәрҙе хәтерләп, оло улы, рәссам ағайым Хәтип Фазылов, “Әсә”, “Яҙ бейеүе” һүрәттәрен төшөргән һәм башҡа эштәрендә башҡорт кейемендәге селтәрле ҡатын образдары урын алған.
Әсеһен дә, сөсөһөн дә күргәндер был селтәр. Әсәйем һуғыш йылдарынан алда уны тағып, Өфөлә лә бейеп ҡайта. Балаларым асыҡмаһын, тип күрше ауыл урыҫтарына игенгә лә алмаштыра. Һуңынан ҡабат барып ала. Район үҙәге Асҡарҙан уполномоченный­ҙар килеп, селтәр, көмөш тәңкәле сулпылар­ҙы хөкүмәткә тапшырығыҙ, тип тә йөрөгән саҡ була.
Әсәйем һөйләүенсә, өләсәйемдең көмөш тәңкәләре селтәрҙәрен кәртә аръяғына сығарып күмеп тә йәшереп алып ҡалған. Ошоноң кеүек эс бошорғос ваҡиға­лар­ҙы иҫләгәсме икән, ҡуй, таҡма, ятһын һандыҡта, тине әсәйем. Ә мин тағы ныҡыштым. Ололар көнө яҡынлаша ине, байрам осрашыуына тағып бармаҡсы булдым. Таҡтым. Барҙым. Һәм…барыһының да ҡыҙыҡһыныулы ҡарашы менән осраштым.
– Ысын мәрйенме?
– Ә быныһы аҡыҡ...
– Элек көмөшсө бабайҙар булған шул…
– Ә быныһы нисәнсе йылғы?
– Бынауы сулпыһы ниндәй матур, их, беҙгә лә шундай кәрәк ине…
Ҡыҙыҡһыныу, һоҡланыуҙың иге-сиге булманы. Хатта күлдәк кеймәйенсә, салбарлы булыуыма, сәсемде үрмәүемә лә иғтибар иттеләр. Мин заманса кейенгәнмен шул.
Селтәр борондан ҡалҡан кеүек булған. Ауырлығы 12 килограмға ла еткәндәре осраған. Һуғыш ғәрәсәте, аслыҡ, колхозлашыу осорон күргән, ергә лә күмелгән был ҡомартҡы. Һәр заман шауҡымын, һулышын, ғүмер диңгеҙенең әсе тулҡын бәрелешен татыған, өләсәйемдән – әсәйемә, әсәйемдән миңә тапшырылған оло мираҫ.
Ҡайтҡас, әсәйем дә:
– Ҡалай матур күренде селтәрең, клуб эсенә нур һибеп торҙо, ялтыратып та ебәргән­һең икән, – тип һоҡланды.
Көмөштө тональ крем менән ялтыратҡайным шул. Был көндө селтәр тағы бер заман һулышын тойҙо, тимәксемен. Ул тик ятһа ҡарая, кеше күҙенә күренһә генә баҙлап китә. Ниндәйҙер хозур сихри көскә эйә икән башҡорт селтәре. Быға йәнә бер инандым.

Мәҙинә ЯҠУПОВА.

Әбйәлил районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә