RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙ телеңдә һөйләшеп, үҙ ереңдә рухи һәм матди байлыҡты арттырып

22.10.2015 Үҙ телеңдә һөйләшеп, үҙ ереңдә рухи һәм матди байлыҡты арттырып

йәки Халҡыбыҙ бәхете өсөн йәшәү – ҙур бәхет

Үҙ телеңдә һөйләшеп, үҙ ереңдә рухи һәм матди байлыҡты арттырып Ер йөҙөндә бөгөнгө көндә 5 – 6 мең тел иҫәпләнә, шуның бер өлөшө булған өс меңләгән “тере” тел ун ике ҙур булған ғаиләгә бүленгән. Тел ғаиләләренә ингән телдәр һаны ла, ул телдәрҙә һөйләшеүсе халыҡтар һаны ла төрлөсә. Миҫал өсөн һинд-европа тел ғаиләһен алайыҡ: ул үҙе ун төркөмгә бүленә һәм 95 телдән тора. Был тел ғаиләһенә, мәҫәлән, бер Һиндостанда булған ғына 24 тел ҡарай. Герман телдәре төркөмөнә ун тел инә: немец, инглиз, нидерланд һ.б. Роман төркөмөндә лә ун тел бар: румын, молдован, итальян, француз, испан, португал һ.б. Балтика төркөмөнә ике тел, йәғни литва һәм латыш теле ҡарай. Славян телдәре төркөмөнә –11 тел, Иран төркөмөнә – 31 тел (фарсы, афған, тажик һ.б.) ҡарай. Семит-хәмит ғаиләһенең төп телдәре – ғәрәп һәм йәһүдтәрҙеке. Алтай ғаиләһе үҙе өс төркөмдән тора: төрки телдәр, монгол телдәре, тунгус-манчьжур телдәре. Төрки телдәр ғаиләһе утыҙға яҡын телде берләштерә. Күп кенә ғалим япон, ҡытай, вьетнам, корея халыҡтарының телен Алтай ғаиләһенә индерә һәм уларҙы Алтай төркөмөнә ингән телдәрҙең ҡәрҙәше тип һанай

Тәүтел иҫәбендә Һинд-европа телдәре йөрөй. Хәҙерге осорҙа ҡытай, һинд, инглиз, испан, ғәрәп, рус, португал һәм француз теле иң таралған телдәр булып һанала. Коммуникацион мөмкинлектәр үҫеү осоронда телдәрҙең кәмей барыуы күҙәтелә. Хәҙерге ваҡытта 400 тирәһе тел юҡҡа сыҡҡан тип иҫәпләнә һәм был процесс артабан да дауам итә. Европала, мәҫәлән, иллегә яҡын телдең юғалыу ҡурҡынысы янауын тел мәсьәләһе менән шөғөлләнеүселәр һағайып һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Ғалимдар Һинд-европа телдәрен түбәндәге тел ғаиләләренә бүлә:

1. Һинд-европа телдәре ғаиләһе;
2. Ҡытай-тибет телдәре ғаиләһе;
3. Семит-хәмит телдәре ғаиләһе йәки Афразия телдәре;
4. Самодий телдәре ғаиләһе;
5. Уғыр-фин телдәре ғаиләһе;
6. Кавказ (Ҡаф тауы) телдәре ғаиләһе;
7. Тай телдәре ғаиләһе;
8. Дравид телдәре ғаиләһе;
9. Монгол телдәре ғаиләһе;
10. Тунгус-манчьжур телдәре ғаиләһе;
11. Төрки телдәре ғаиләһе.

Был телдәр ғаиләләре генетик туғанлыҡ менән бәйләнеп, тәүтелдән килеп сыҡҡан тигән фекерҙе ғалимдар, шул иҫәптән Р. По­дольский үҙенең “Пути народов” тигән монографияһында күҙаллай. Тәүтелде пронастрик тел тип атай­ҙар. Тарихтың бер дәүерендә һинд-европа теллеләрҙең башбабалары тап ошо пронастрик телдә һөйләшкән булырға тейеш.
Алтай телдәре эсенә ингән төрки телдәре ғаиләһе түбәндәге телдәр­ҙән тора:

1. Башҡорт теле;
2. Әзербайжан теле;
3. Төрөкмән теле;
4. Ғағауз теле;
5. Ҡарасәй-балҡар теле;
6. Ҡумыҡ (Дағстан) теле;
7. Нуғай теле;
8. Ҡараим теле;
9. Татар теле (урта, мишәр, Себер диалекттары);
10. Төрөк теле;
11. Алтай (ойрот) теле;
12. Шор теле;
13. Хакас теле;
14. Тувин теле;
15. Яҡут теле;
16. Долган теле;
17. Ҡаҙаҡ теле;
18. Сыуаш (булғар) теле;
19. Ҡырғыҙ теле;
20. Үзбәк теле;
21.Ҡарағалпаҡ теле;
22. Уйғыр теле;
23. Тофалар теле.

Үлгән төрки телдәргә инә:
1. Орхон-енисей (шартлы исем менән йөрөтөлә) теле;
3. Беснәк теле;
4. Куман теле;
5. Чагатай теле;
6. Булғар теле;
7. Хазар теле.

Орхон-енисей теленең яҙылышына һәм хәрефтәренә иғтибар менән ҡарау шуны күрһәтә: бындағы хәрефтәр башҡорт ырыуҙары тамғаларына ныҡ оҡшаш. Был һүҙҙәрҙе ғәрәп яҙыуындағы кеүек уңдан һулға ҡарай уҡырға кәрәк, шул ваҡытта ғына ниндәйҙер мәғәнәһе булған һүҙ килеп сыға.
Шуны әйтергә кәрәк, Орхон-енисей руник яҙмаһына беренсе тапҡыр дешифровка яһаусы Дания ғалимы В. Томсен була. Ул тырыша торғас, 15 хәрефте “таный” ала һәм яҙмаларҙы өлөшләтә уҡыуға өлгәшә. В. Томсен был яҙыуҙарҙың төрки телле булыуын иҫбат итә. Ә төркиәтсе В. Радлов текстарҙы өйрәнеп, артабан уҡып алып китә һәм руник (билдәһеҙ) яҙмаларҙың VII – XI быуаттарҙа киң таралғанын билдәләй. Әгәр эш Радлов әйтеүенсә булған икән, ошо тирәлә йәшәүсе башҡорт ҡәбиләләре лә руник яҙманы ҡулланған булып сыға түгелме? Ул ваҡытта, Октябрь революцияһына тиклем башҡорт наҙан булған, тигән һүҙ юҡҡа сыға бит.
Эйе, башҡорт ырыуҙары башҡа төрки ырыуҙар менән бер ҡатарҙан руник яҙыуҙы үҙ иткән халыҡтарҙың береһе булып сыға.
Шулай булғас, халҡыбыҙ әүәле үк Төрки Ҡағанаты эсендә булып, VIII быуаттан уҡ яҙыу эше менән шөғөлләнгән булып сыға ла инде.Төрки ҡағанаты эсенә башҡорт халҡының Табын, Ҡатай, Түңгәүер, Ҡаңлы, Бөрйән һәм башҡа ырыуҙары булғаны билдәле. Уларҙың барыһы ла руник яҙмаларҙы ҡулланған булырға тейеш. Башҡортостан ерендә руник яҙмалары булған плиталар, балсыҡтан эшләнгән һауыт-һаба ярсыҡтары әленән-әле табылып тора.
X быуат башында ислам динен ҡабул иткәндән һуң беҙҙең олатай­ҙарыбыҙ ғәрәп графикаһы нигеҙендәге яҙыуға күсә. Ғәрәп графикаһы нигеҙендә иҫке төрки әҙәби яҙма теле барлыҡҡа килә. Ул ниндәйҙер айырым халыҡтың яҙмаһы түгел, сөнки төрки телле халыҡтарҙың барыһы ла тап ошо яҙманы киң ҡулланған. Башҡорттар ҙа иҫке төрки әҙәби телендә шәжәрәләр яҙып ҡалдырған, үҙ-ара яҙышҡан. “Сыңғыҙнамә”, “Батыршаның Елазавета Петровнаға яҙған хаты” тап ошо иҫке әҙәби телдә яҙылған. Иҫке төрки яҙмаһы нигеҙендә XX быуат башында татар әҙәби теле барлыҡҡа килә. Яҙыуҙар ғәрәп графикаһы нигеҙендә башҡарылған. Ошо телдә гәзит-журналдар сығарылған. Башҡорт теле яҙмаһы тик 1924 йылда ғына барлыҡҡа килә. Тәүҙә ғәрәп графикаһы нигеҙендә (1924 – 1929 йылдар), шунан латин графикаһы нигеҙендә (1929 – 1940 йылдар), артабан 1940 йылдан башлап рус графикаһы нигеҙендә башҡорт яҙыуҙары башҡарыла.
Шулай итеп, башҡорт теле әүәлдән йәшәп килгән боронғо телдәр­ҙең береһе булып тора. Уның боронғо телдәр сафында булыуына дәлилдәр ҙә етерлек: телебеҙ иң боронғо шумер теленә оҡшаған, борондан килгән ер-һыу атамалары, халыҡ йырҙары, эпос-риүәйәттәре, яңыраҡ асылған боронғо ҡаласыҡтар, ҡаҙылма ҡомартҡылар бар. Быларҙың барыһын да бер системаға һалып өйрәнгәндә, башҡорт теленең һәм халҡының боронғолоғо һис һүҙһеҙ иҫбат ителәсәк.
Хәҙерге ваҡытта башҡорт теле бөтәсәк, тип лаф ороусылар ишәйә барғандай һиҙелә. Бер яҡтан үҙ телен белмәгән башҡорттар барлыҡҡа килһә, икенсе яҡтан тел даирәһе, мәҙәниәт үҫеш алғандай.
Бөтә милләт халҡының зыялыларын үҙ теленең киләсәге борсой. Рус теллеләр был телдең инглиз теленә әйләнә барыуына көйәлән­һә, татар зыялылары араһында башҡорт теле иҫәбенә уны киңәйтеп үҫтереүгә һәм оҙаҡ ваҡытҡа телде һаҡлап ҡалыуға ынтыла. Хатта ҡайһы берәүҙәр ислам динен тотоу­сыларҙы христианға әйләндереү уйы менән яна. Йәнәһе, утыҙ процент мосолманды христианға әүерелдергәндә, ҡалған яғы үҙенән-үҙе китәсәк. Бындай уй-фекерҙәр тормошҡа ашырҙай түгел, минеңсә. Рус дәүләте мосолмандарҙы үҙ диненә күсерергә ынтылыу арҡаһында күпме тапҡыр башҡорт ихтилалдары тоҡанған! Бындай тарих биттәре онотолорға тейеш түгел.
Беҙҙе, башҡорттарҙы, шундай һорау борсой: телебеҙ артабан һаҡланырмы-юҡмы? Һаҡланһа – күпме ваҡытҡа тиклем?
Был һорауҙарға туранан-тура яуап бирерҙән алда телде һаҡлар­ҙай төп тәүшарттарға иғтибар итеп китмәйенсә булмаҫ.
Башҡорт маңҡрот булмаһын өсөн бала тыумыштан үҙ телен ишетеп-белеп үҫергә тейеш. Балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә башҡорт теле даими ҡулланылғанда ғына үҙ телеңә ҡарата хөрмәт һәм яратыу арта. Был йүнәлештә ауыҙ-тел ижады, халыҡ йырҙары, бейеүҙәре, башҡа сәнғәт төрҙәре ҙур роль уйнай ала. Хатта милли кейем-һалым, аш-һыу, матур милли ғөрөф-ғәҙәттәр – барыһы бергә милли рух барлыҡҡа килтереүгә электән ҙур йоғонто яһаған һәм артабан да яһаясаҡ.
Ғалимдар раҫлауынса, әгәр берәй халыҡ һаны өс йөҙҙән дә түбәнәйһә, ул яйлап юҡҡа сығыуға дусар ителә. Беҙҙең халыҡ һаны, шөкөр, миллион ярымдан ашыу тәшкил итә, башҡорт телендә бик күп китап баҫылып тора, гәзит-журналдар сығыуын дауам итә, радио-телевидение тапшырыуҙары даими бара, шуға күрә уға юҡҡа сығыу ҡурҡынысы юҡ. Был юҫыҡта халҡыбыҙҙың дөйөм һанына ҡағылған бер нисә күрһәткесте килтереп үтәйек. Ер йөҙөндә ике миллиондан ашыу башҡорт иҫәпләнә. Рәсәйҙә – 1 673389, ә Башҡортостанда – 1 223303 башҡорт йәшәй. Бөтә башҡорттоң бер миллион ярымы үҙ телен белә һәм һөйләшә. Рәсәйҙәге иң күп һанлы халыҡтар, атап әйткәндә, рус, украин, татар халҡының һаны кәмеүгә табан бара, ә башҡорттарҙыҡы артыу яғында булыуы түбәнге таблицанан яҡшы күренә.
Алда әйтелгәндәргә йомғаҡ яһап, шундай фекергә килергә була: яҡын арала башҡорт халҡының һаны кәмеүе күҙәтелмәй, шул арҡала тел дә меңәр йылдар дауамында һаҡланасаҡ. Ә инде бер нисә мең йылдан һуң булған һәм йәшәгән дәүер кешеләре беҙҙән һорап тормайынса, үҙҙәре үк тел мәсьәләһен хәл итер. Бәлки, ул ваҡытта ер йөҙөндә инглиз йәки ҡытай теле халыҡ-ара телгә әйләнер, бәлки, эсперанто – 2 телен килтереп сығарырҙар – уныһын берәү ҙә аныҡ ҡына итеп әйтә алмаҫ.
Әгәр ҙә халҡыбыҙҙың бер өлөшө йәшәү көсөн юғалтып, эскелеккә һалышһа, капитализм ҡанундарына яраҡлаша алмаһа, рухи байлыҡты онотоп, тик матди байлыҡҡа ғына ынтылһа, эшһеҙлектән ҡотолоу юлын тапмаһа, ғаилә ҡороп, күп һәм мәҙәниәтле балалар үҫтереп йәшәмәһә, намыҫ һәм әхлаҡ ҡанундарын юғары күтәрмәһә, үҙ теленең даирәһен киңәйтеү өҫтөндә эшләмәһә, әхлаҡ ҡағиҙәләрен тотмаһа, белем алыуға битараф ҡалһа, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен онотһа, дини юлға ныҡлап аяҡ баҫмаһа халҡыбыҙҙың киләсәге булмаясаҡ. Ул ваҡытта “Асия” (“Азия”) исемен йөрөткән һәм тарих биттәренән юғалған ҙур ҡәүем кеүек, халҡыбыҙ һәм уның теле тарих сүплегенә ташланып, аңғармаҫтан юҡҡа сығыуы бик мөмкин. Дөрөҫ һәм перспективалы юлды һайлау – йәштәр ҡулында.
Үҙ ғаиләң өсөн тырышыу – бик һәйбәт, үҙең өлгө булып, халыҡ бәхете өсөн тырышыу икеләтә һәйбәт. Үҙ телеңдә һөйләшеп, рухи һәм матди байлыҡты артабан арттырып, үҙ ереңдә йәшәү – ҙур бәхет.

Булат ХӘЙРЕТДИНОВ.

Сибай ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә