RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфө маньяктары ҡышын йоҡлаймы?

23.10.2015 Өфө маньяктары ҡышын йоҡлаймы?

Өфө маньяктары ҡышын йоҡлаймы?Тәбиғәт беҙҙе үҙенең тиҙ үҙгәреүсәнлеге менән һынай кеүек. Сентябрь аҙағында йәй һымаҡ ине, күп тә тормай, ябалаҡлап ҡар яуҙы, хәҙер ямғыр илай. Синоптиктарға бигерәк ауыр – көн торошон фаразлап өлгөртә алмайҙар. Әммә халыҡты хәҙер тәбиғәт көйһөҙлөгө менән аптыратмаҫһың. Былай ҙа шаҡ ҡатырырлыҡ хәлдәр булып ҡына тора. Бөгөн Өфөлә йәшәү ҡурҡыныс, тип яр һала башланылар. Ни өсөн? Һуңғы көндәрҙә, ә бәлки, аҙналарҙа беҙгә еткерелгән яңылыҡтарға күҙ һалайыҡ. Белһәгеҙ, хәҙер иң етеҙ хәбәрҙәр социаль селтәрҙәрҙә йөрөй. Бына шулар аша баш ҡалабыҙҙа ҡапыл ғына маньяктар күбәйеүен белеп ҡалаһың. Улар өсөн көндөң ниндәй ваҡыты булыуы мөһим түгел. Был шарттарҙа нисек йәшәргә? Етмәһә, хәҙер ҡараңғы сәғәт биштә үк төшә башлай, көндәр болотло тора. Хәбәрҙе ысын тиергә буламы икән?

Тыныс йоҡла, Виолетта…

Өфө маньяктарының көҙгө һунарға сығыу ихтималлығы хаҡында 11 йәшлек Виолетта Токарчуктың, мәктәпкә барып етер-етмәҫтән бер йыртҡысҡа эләгеп, вәхшиҙәрсә үлтерелеүен ишеткәс, белдек. Унда ла әле, фажиғә ошоноң менән бөтөр, тип өмөтләнде халыҡ. Теге әҙәм аҡтығы ла тотолдо. Әйткәндәй, Виолеттаның ата-әсәһе ысын енәйәтсенең тотолоуына ышанып та етмәй шикелле.
Шунан башланды. Аҙна үттеме-юҡмы, Зорге урамындағы трамвай юлынан алыҫ түгел ҡыуаҡлыҡта туҡмалған, көсләнгән йәш ҡатынды таптылар. Рецидивист ҡорбаны әле дауаханала ята. Ә енәйәтсе тотолған. Үҙе белдереүенсә, ул тәүҙә ҡорбанын тик таларға ғына теләгән. Ҡатын иһә ҡаршылашҡан, полицияға әйтәм, тип янаған, шуға ирҙә йыртҡыс инстинкттары уянып киткән – ҡорбанының башын төйгән, аҙаҡ инде туҡтай алмаған.
Шота Руставели урамында, дендропаркта балалы ҡатынға бер ир һөжүм иткән. Ҡатын һөйләүенсә, өс йәшлек улын коляска-велосипедҡа ултыртып, балалар баҡсаһынан алып ҡайтып барған. Парк һуҡмағында уларға ҡара курткалы, ҡара салбарлы, көләпәрәле ир осраған да, арттан килеп, муйынына йәбешкән. Ямғырлы көн, эргә-тирәлә әҙәм заты юҡ. Ҡатын башта ҡурҡыуға бирелгән, ҡысҡырған, саҡ ысҡынып, балаһын алып, бар көсөнә йүгергән. Ярай әле, шунда бер ерҙә машинаһын йүнәтеп торған ирҙе күреп, теге бандит туҡтап ҡалған.
“Уның йөҙөн иҫләп ҡалдым, күрһәм, шундуҡ таныясаҡмын, – ти ҡатын. – буйға оҙон – 185 см тирәһе, бейек маңлайлы, осло ҙур танаулы, ҡалын ҡашлы, киң яңаҡлы, йөҙө бигерәк һырлы, бульдогтыҡы кеүек. Ул интернет селтәрҙәрендә һүрәтләнгән башҡа енәйәтселәргә оҡшамаған…”
Сипайлово биҫтәһенең Королев урамындағы 13-сө йортта алтынсы класта ҡыҙға ла маньяҡ һөжүм итә. Подъезда осрап, лифтҡа һөйрәй, бала ҡысҡырғас, ҡаса.
Нижегородкалағы енәйәтсенән, үкенескә күрә, ҡыҙ бала ҡаса алмаған.
Хәйер, Сипайловолағы осраҡ буйынса шикле кеше тотолдо шикелле. Ул Саҡмағоштан булып сыҡҡан, үҙе ике көн рәттән үҫмер ҡыҙҙарға (17 һәм 18 октябрҙә, Королев һәм Зорге урамдарында) һөжүм итеүен әйтеп биргән, имеш.
Ҡот осмалы. Әйтерһең дә, һинең һәр аҙымыңды берәү күҙәтә һәм аулағыраҡ ергә етеүеңде көтә. Нисәү улар?

Маньяк ирҙәрҙең теләге – йыртҡыстарса көсләп үлтереү

Был, әлбиттә, психик сиргә бәйле. Статистика күрһәтеүенсә, беҙҙең йәмғиәттең бер проценты – маньяктар. Тағы ла бер өлөшө шул сүрәткә инергә әҙер генә тора. Быларҙы төрлөсә әйтергә мөмкин – аҡылдан яҙғандар, тилеләр, йырт­ҡыстар…
Уларҙы көндәлек тормошта айырыуы ла ҡыйын. Күршеңдәге көндөҙ ғәҙәти тормош менән йәшәүсе ирҙең дә төндә маньяк булып йөрөүе мөмкин.
Көсләүсегә йә амораль тормош алып барыусы сирлеләргә башлыса шизофрения диагнозы ҡуйыла. Төрлө формалары ла була. Әммә шуныһы бер: улар сәләмәт түгел.
Һөжүмдән нисек һаҡланырға һуң? Мөмкин булғанса, кеше әҙ йөрөгән ерҙәрҙә яңғыҙ йөрөмәгеҙ, ҡараңғыла таныш булмаған һуҡмаҡтарҙан атламағыҙ. Төндә ир заттары менән танышмағыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: маньяктарға нимәлер аңлатыуы бик ауыр. Улар ялбарыуҙы ла, үтенесте лә аңламай. Маньяктар араһында ҡатын-ҡыҙҙар юҡ – күҙ йәшенә берәү ҙә ышанмаясаҡ.
Ғалимдар оҙаҡ өйрәнгән һәм бер аҙ асыҡлаған маньяклыҡ билдәләре шулар: һөйләшкәндә йыш тын алыуҙар, аһ-оһтар, ыңғырашыуҙар һиҙелә. Эмоциялары юҡ тиерлек, ваҡиғаларҙы сағыу итеп һүрәтләй белмәйҙәр, бары тик ҡоро һүҙ, ҡыҫҡа һөйләмдәр сылбыры ғына. Күбеһенсә ашау-эсеү, нимәлер һатып алыу тураһында бара. Башлыса үткән заманда һөйләйҙәр. Сексуаль маньяктар үҙҙәрен бик тыныс тота, һаҡ. Уларҙы ҡуҙғытмауың хәйерлерәк.

Хайуандарҙан башлайҙар…

Эт-бесәйҙәрҙе язалап йонсотоуҙы күптәр енәйәткә бөтөнләй һанамай ҙа. Ә Рәсәйҙең Енәйәт кодексында уға арналған статья бар. Һүҙ нимәнән сыҡты, баҡһаң, маньяктарҙың күбеһе, кеше үлтергәнгә тиклем, хайуандарҙы язалаған икән. Енәйәтселәрҙе өйрәнеүсе эксперттарҙың күп йыллыҡ күҙәтеүҙәре һөҙөмтәһе был.
Сербский исемендәге психиатрия институты (“Сербский исемендәге социаль һәм суд психиатрияһы дәүләт ғилми үҙәге”) мәғлүмәттәре буйынса, маньяктарҙың 85 проценты тәүҙә “живодер” булған. Билдәле Чикатило эт һәм бесәйҙәрҙе үлтереүҙән тәм тапҡан, Алексей Сливко атлы маньяк йорт ҡуяндары аҫраған һәм уларҙы ботарлап үлтергән, Михаил Малышев тигән кеше ашаусы тәүҙә хайуандарҙың сей итен ашай башлаған…
Белгестәр әйтеүенсә, хайуандарҙы язалаусыларға “баш мейеһенең органик зарарланыуы”, “психопатияның ауыр формаһы” йә “шизофрения” тигән диагноз ҡуйыла. Ундайҙарҙы мәжбүри дауаларға кәрәк. Хатта дауахананан сыҡҡас та улар мотлаҡ психиатр күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш. Иртәме-һуңмы кешеләрҙе үлтерергә тотоноуҙары бик мөмкин.

Эскесенән тыуа икән маньяк

Михаил ВИНОГРАДОВ, медицина фәндәре докторы, профессор, экстремаль хәлдәрҙә хоҡуҡи һәм психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге башлығы:
– Улар миҙгелләп әүҙемләшә. Йә яҙын, йәй башында, йә көҙөн. Ҡышын иһә һөжүм итеүе ҡатмарлаша, көсләүе лә ауыр, һыуыҡ та. Был төр психик сирле кешенең мейеһендә патология була. Тап шуның арҡаһында үҙенең ҡылғанынан ҡәнәғәтлек ала. Был хас та наркотиктан ойоп, рәхәтләнгән һымаҡ. Тик наркоман әллә ҡайҙан күренә, ә былар – юҡ.
Әгәр ҙә әлеге 15 – 20 йәшлектәрҙең эскелек уғата көсәйеп киткән болғанышлы заманда тыуғанын иҫәпкә алһаҡ, киләсәктә арабыҙҙа маньяктар тағы ла күберәк булыуын тоҫмалларға мөмкин.
Статистика ла билдәле: Рәсәйҙә, 90-сы йылдар менән сағыштырғанда, психик тайпылышлы кешеләр һаны 40 процентҡа артҡан.

Яза ҡаты булырға тейеш

Рәсәйҙә, ғөмүмән, донъяла, ваҡыты-ваҡыты менән хәтәр йыртҡыстарса кеше үлтереүҙәре менән “дан ҡаҙанған” маньяктар барлығы ишетелеп тора. Беҙҙең илдә бер нисә йыл элек кенә шундайҙар тотолғас, үлем язаһына хөкөм ителгән.
Мәҫәлән, Режиссер ҡушаматлы Валерий Асратян Мәскәүҙә ике йыл буйы ҡатын-ҡыҙҙарҙы көсләп-үлтереп йөрөгән. Ул, кино төшөрәм, тигән булып һылыуҡайҙарҙы алдап, йортона уҡ алып ҡайтҡан. Бисара ҡорбандарҙы тәүҙә иҫтән яҙҙырғансы туҡмаған, унан наркотикка ултыртҡан, бер нисә көн-аҙналап сексуаль ҡол итеп тотҡан. Бик әҙҙәре генә тере ҡалып, ҡаса алған. Әммә һуңынан, маньяк тотолғас, уға ҡаршы һүҙ әйтергә ҡурҡҡандар. Асратянды 1992 йылда аталар.
Анатолий Сливко тигән педофил, садист күп йылдар Невинномысск ҡалаһын ҡурҡытып тотҡан. Бер ваҡыт урамдарҙа бәләкәй малайҙар юғалған һәм табылмай башлаған. Оҙаҡ эҙенә төшә алмағандар. Баҡһаң, енәйәтсе туристик клуб етәксеһе икән. Сливко йәш сағында бер авария шаһиты булған да, шул фажиғә уның күңелендә һаҡланған. Тик ябай ҡурҡыныс хәтирә булып түгел, ә ниндәйҙер бер ҡәнәғәтлек алыу тойғоһо менән. Шунан ул малайҙарҙы тотоп, шул аварияны “тергеҙеп” маташҡан, үлтергән һәм мәйеттәрҙе киҫәктәргә бүлгеләп, яндырған. Был яман әҙәм дә үлем язаһына хөкөм ителгән.
Сергей Головкин тигән берәү тәү ҡарамаҡҡа бик тыныс, баҫалҡы күренгән. Үҫмер сағында уҡ урамдан бесәй табып алып ҡайтып, язалаған, аквариум балыҡтарын плитала ҡурған. Тап шунан һуң садист ҡылыҡтары нығынған. Алты йыл эсендә 11 ҡорбаны була уның. Быуып үлтергән, көсләгән, мәйеттәрҙе ҡырҡҡылаған, эске ағзаларын алған, үҙенә һәр ҡорбандан бер “иҫтәлек” – ҡырҡып алынған кәүҙә өлөшө – ҡалдырған. 1996 йылда үҙен язалап үлтергәндәр.

Әйткәндәй

Психик ауырыуҙар һәр төбәктә лә бар. Күптәре иҫәптә лә тора. Төҫ-ҡиәфәте, үҙен-үҙе тотошо менән бер ҙә сирлегә оҡшамаған “псих”ты ҡайҙан танырға һуң? Был осраҡта ундайҙарҙың яҡындары тейешле урындарға хәбәр итергә бурыслылыр. Бер көн килеп, үҙҙәренә лә хәүеф янауы ихтимал бит. Сирҙең киҫкенләшеүе иһә донъяуи күренеш.
Шул уҡ ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә маньяктарға ҡаршы фекер алышыуҙарҙа, быйыл яҙ иғлан ителгән амнистия ла енәйәтселектең артыуына килтермәҫенә кем гарантия бирә, тигән һорау йыш осрай. Ысынлап та, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан иғлан ителгән амнистия менән төрмәләрҙән бик күп кеше ваҡытынан алда сыҡты бит. Әлбиттә, улар бик ентекле һайланды, тик кем белә, йәмәғәт?
Ә Өфөләге һуңғы көндәрҙәге ҡурҡыныс ваҡиғалар беҙҙе үтә лә һаҡ булырға саҡыра. Хоҙай, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән. Иғтибарлы булығыҙ, шикле, таныш булмаған ир заттары менән аралашмағыҙ. Балаларығыҙ яңғыҙ йөрөмәһен.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә