16.10.2015 Әҙәби тел – милләтебеҙ бөтөнлөгө
("Фән әҙәби телгә һаман аяҡ салырмы?", "Йәшлек", 37-се һан, 25 сентябрь, 2015 йыл)
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалдың “Фән әҙәби телгә һаман аяҡ салырмы?” исемле мәҡәләһендә күтәрелгән мәсьәлә “Йәшлек” өсөн яңы тема түгел. Бынан ун йыл самаһы элек Күмертауҙан башҡорт теле уҡытыусыһы Исмәғил Аҡъюловтың “500 меңдән артыҡ башҡортто ситкә типтек” исемле мәҡәләһен (22.04.06.) баҫтырып, редакция әҙәби тел хаҡында етди һөйләшеү башлап ебәргәйне. Ул күптәрҙең, бигерәк тә башҡорт теле уҡытыусыларының иҫендәлер, тип уйлайым. Унда ла республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә йәшәүсе башҡорттарҙың һөйләшенең әҙәби телдә һаман да урын ала алмауы, унан ситләтелеүе, уларҙың милләте шик аҫтына алыныуы хаҡында һүҙ барғайны.
Әле китаптары республиканың Дәүләт премияһына тәҡдим ителгән филология фәндәре докторы, профессор Зиннур Нурғәлин да шул саҡта ошо һөйләшеүҙә ҡатнашып, “Бәхәстең асылы ниҙә?” тигән мәҡәләһендә (10.08.06): “Исмәғил Аҡъюлов әҙәби тел хаҡында милләт яҙмышы күҙлегенән сығып уй йөрөтә, әҙәби тел мәсьәләһен милләт яҙмышына бәйле ҡарай… мәсьәләнең бындай ҡуйылышында әҙәби тел проблемаһы тел ғилеме рәүешендә генә ҡабул ителеүҙән туҡтай, ул дөйөм милли проблемаға әүерелә. Шул саҡ әҙәби тел үҙе лә ошо дөйөм милли проблеманың бер өлөшө түгелме икән тигән урынлы һорау тыуа”, – тип яҙғайны.
Ғалим, И. Аҡъюловты ҡеүәтләп: “теге йәки был һөйләштең үҙен дөйөм башҡорт теленең бер диалекты итеп танытһын өсөн уның әҙәби телдә үҙенең дә билдәләрен таныуы мотлаҡтыр. Шуға күрә ҡайһы бер һөйләштәрҙең үҙен сит күрә башлауы шул талаптың әҙәби телдә һаҡланмауынан килә лә”, – тип раҫлай. “Әммә әҙәби телдең милләткә хеҙмәт итеүе менән хәл шулай тора, ул башҡорт халҡының ҙур бер өлөшөнә сит-ят булып ҡала килә”, – ти ул.
Билдәле романдар авторы, танылған яҙыусы Ринат Камал Зиннур Нурғәлиндың Дәүләт премияһына тәҡдим ителгән китаптарына таянып, шуға бәйле бик үткер мәсьәләләр күтәрә, ошо күҙлектән ғалимдың хеҙмәтен юғары баһалай.
Төптәнерәк уйлағанда, ысынлап та, халҡыбыҙҙың күпселегенең туған телендәге әҙәбиәтте үҙ күреп уҡый алмауында йәки унан бөтөнләй ситтә ҡалыуында, Ринат Камал фекер иткәнсә, фән ғәйепле булып сыға түгелме һуң? Ғәмәлдә өсөнсө диалекттың танылмай, әҙәби телдең һаман да ике диалектҡа ғына ҡоролған булыуы шунан килә бит. Хатта әҙәби тел тураһында хөкүмәт кимәлендә ҡарар ҡабул ителеп тә, уның тормошҡа ашмай ҡалыуы ла фәнгә бәйле түгелме һуң? Сөнки фән өлкәһендәге ғилми ойошма булараҡ, Академүҙәк уға аяҡ сала. Аяҡ сала ғына түгел, фән исеменән әҙәби телгә үҙ ҡарашын көсләп таға. Шуның менән ул Юрматы һөйләшенең әҙәби телгә юлын быуа, хатта бер көн килеп уны бөтөнләй ҡыҫырыҡлап сығарыуға өлгәшә. Әле яңы алфавитҡа арналған I Бөтә Башҡортостан конференцияһында Ҡыуаҡан һөйләшен ҡайтанан әҙәби тел итеп алыу хаҡында ҡарар ҡабул ителеүе күҙҙә тотола. Был 1927 йылда була. Ул да бит фән юғарылығында ғилми конференция исеменән эшләнә. Уны ойоштороусы һәм үткәреүсе шул уҡ Академүҙәк була. Ярай әле ул саҡта бындай башбаштаҡлыҡты партия өлкә комитеты туҡтатып ҡуя.
Ә 1924 йылда хөкүмәт кимәлендә ҡабул ителгән “Башҡорттарҙың әҙәби теле тураһында”ғы рәсми документты Академүҙәк үҙ белдеге менән хәл иткәндә уға ундай тотҡарлыҡ яһаусы булмаған. Сөнки профессор З. Нурғәлиндың китабынан белеүебеҙсә, Р. Камал да уларҙан сығып шундай һығымта яһай: Академүҙәк быны Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының Президиумы рәйесенә арҡаланып эшләй. Ғәмәлдә, Ҡыуаҡан һөйләшенең әҙәби тел итеп алыныуы уның идеяһы була. Академүҙәк 1923 йылда шуны тормошҡа ашыра һәм әле килеп уға тоғролоҡ күрһәтә ине. Ул саҡта ул быны еңел генә эшләй алһа ла, 1927 йылда инде был барып сыҡмай. Ә 1929 йылда Х. Ҡушаев Мәскәүгә эшкә күсерелгәс, Академүҙәк тә әҙәби тел тирәһендә тауыш күтәреүҙән туҡтай, әммә инде ул үҙ һүҙен һүҙ иткән булып сыға. Үҙ ваҡытында әйтеп йөрөткәнсә, киләсәккә унан мираҫ булып “Юрматыға Ҡыуаҡан ҡойроғо ҡушып яһалған” хәҙерге әҙәби тел тороп ҡала.
Шуға күрә Р. Камалдың үҙ мәҡәләһен “Фән әҙәби телгә һаман аяҡ салырмы?” тип атауы ла шунан икәнлеге аңлашыла. Әлбиттә, 50-се йылдарҙа төньяҡ-көнбайыш диалектының дәүләт сәйәсәте кимәлендә башҡорт теленә ҡарауы кире ҡағылыуы һәм бөгөн дә фән тарафынан уға әҙәби телгә рәсми рәүештә юл асылмауы, беҙҙеңсә, шуға дәлилдер. Р. Камалса фекер иткәндә, әҙәби тел тәүге аҙымынан уҡ фәндең үҙен аңлай алмауына осрай һәм әлегә ҡәҙәр уның менән, образлы итеп әйткәндә, уртаҡ тел таба алмай. Романдар оҫтаһы был осраҡта З. Нурғәлиндың китаптарына таяна, шунан сығып, әҙәби телгә бәйле шундай ҡырҡыу һығымта яһай. Уның өсөн әҙәби тел халҡыбыҙҙың бөгөнгөһө өсөн генә түгел, киләсәге өсөн дә баһалап бөткөһөҙ ҡиммәт. Был йәһәттән З. Нурғәлин да: “Бөгөнгө әҙәби тел ике диалектҡа – көньяҡ һәм көнсығыш диалекттарына нигеҙләнгән булыуы менән үҙенең өс тағанының береһе – төньяҡ-көнбайыш диалектын күҙгә элмәне, шуның менән милләттең ҙур бер өлөшөн унан ситләтте, уның тел яғынан ғына түгел, һан йәһәтенән дә сикләнеүенә йоғонто яһамай ҡалманы”, – тип раҫлауы менән һис шикһеҙ хаҡлы. Р. Камал да әҙәби тел мәсьәләһендә уның милләттең бер бөтөнлөгөнә өлгәшеүгә хеҙмәт итеүе менән бер үк дәрәжәлә халыҡ һаны һәм уның киләсәге хаҡындағы проблеманы ла үҙәк урынға ҡуя.
Беҙҙеңсә, бөгөн иң мөһиме шунда, З. Нурғәлин раҫлағанса, фән алдында әҙәби тел мәсьәләһендә яңы офоҡтар асылды, ул үҙенең үткәненә бөгөн инде яңыса ҡараш ташлау мөмкинлеге алды. Был йәһәттән ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың интернет селтәрендә һәм төрлө кимәлдә уҙған күп һанлы сарала башҡорт теленең хәҙергеһе һәм киләсәге хаҡында әйткәндәрен күҙ уңында тота. Ғалим уның республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә йәшәгән башҡорттарҙың теленең үҙаллы диалект булыуы һәм бының ғилми күҙлектән аныҡланған икәнлеге хаҡындағы һүҙҙәрен йыш ҡына үҙенә дәлил итеп ала. Уныңса, республика Башлығының был һүҙҙәре ғәмәлдә 50-се йылдарға кире ҡайтып, партия өлкә комитеты юғарылығында ҡабул ителгән ҡарарҙы һәм шул нигеҙҙә әҙәби телдең ике диалектҡа ҡоролғанлығы хаҡындағы фән йәһәтенән нығытылған ҡарашты юҡҡа сығарыуға тиң ваҡиға булды. Шуға күрә әҙәби тел инде фәндең яҡлауына мохтаж түгел ине, хатта фәндән төньяҡ-көнбайыш диалектты таныуҙы, таныу ғына түгел, уға үҙендә урын биреүҙе талап итергә хаҡлы ине. Шул сәбәпле Р. Камалдың үҙ мәҡәләһенә шундай баш ҡуйыуы аңлашыла, әлбиттә. Ысынлап та, өсөнсө диалект әҙәби телебеҙҙә ҡасан үҙ урынын алыр һәм төньяҡ-көнбайыш төбәк башҡорттары әҙәби телде үҙ күреп ҡабул итер?
Был риторик һорау ғына түгел. Әле башҡорт халҡының үҙаллы этнос булараҡ бөгөнгөһө генә түгел, киләсәге өсөн дә үтә мөһим хәл хаҡында һүҙ бара. З. Нурғәлин китаптарында: “Халҡыбыҙҙың тотош бер өлөшөнөң әҙәби телде үҙ күреп ҡулланыу мөмкинлегенән мәхрүм ителеүе әҙәби телгә генә бәйле проблема түгел. Ул тотош милләткә ҡағылышлы үтә ҙур мәсьәлә”, – тип яҙа. Бөгөн килеп, төньяҡ-көнбайыш диалектының иң юғары инстанция кимәлендә үҙенә яҡлау табыуы һәм башҡорт теленә ҡайтарып бирелеүе, тел сәйәсәте сиктәрен үтеп, башҡорт халҡының төрки донъяла боронғо этностарҙың береһе булараҡ бер бөтөнлөгөн аяҡҡа баҫтыра, уның киләсәгенең нигеҙен нығыта, тип раҫлай. Ошолай һәр һөйләш башҡортоноң башҡортлоғон таныу башҡорт халҡын да бер бөтөн итә, тигән ҡарашты үткәрә З. Нурғәлин үҙенең китаптарында. Шуға күрә Р. Камалдың да фәнгә шулай ҡәтғи дәғүә ҡуйыуын аңламау мөмкин түгел. Уныңса, ошоға тиклем фән милләтте бүлгеләүгә, халыҡ һаны йәһәтенән кәмеүгә барыуына хеҙмәт итте. Төньяҡ-көнбайыш диалектының әҙәби телдә үҙ урынын алыуы быға сик ҡуйыр, тип уйларға кәрәк. Сөнки әҙәби тел мәсьәләһе – бер үк ваҡытта мәктәптә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе лә. Ул төньяҡ-көнбайыш төбәк башҡорттары һөйләшенең үҙаллы диалект итеп танылыуына бәйле көн тәртибенә килеп баҫа. Был инде ҙур һәм етди тема. “Йәшлек” гәзите уны ла күҙ уңында тоталыр, тигән ышаныс бар. Ул башлаған эште теүәлләп ҡуйыуға тиң булыр ине.
Мәүлиха ДӘҮЛӘТШИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған
уҡытыусыһы.