RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Елдәй елеп аттарҙа…

09.10.2015 Елдәй елеп аттарҙа…

Елдәй елеп аттарҙа…Республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһе барышында Баймаҡ районының Темәс ауылында “Башҡорт аты” этно-фестивале уҙҙы.

– Үәт, йылғырлыҡ үҙҙәрендә!
– Ҡыйыулыҡ та, таһыллыҡ та бар бит, сабып барған атты өйрөлөп үт әле…
Үткән шәмбелә Темәс ауылының “Һаҡмар” стадионы нәҡ шундай һүҙҙәрҙән яңғырап торҙо. Йәшен-ҡартын да йыйған сағыу тамаша ябай ғына сара түгел, ә башҡорт атына дан йырлауы менән үҙенсәлекле ине. Шул уҡ ваҡытта этно-фестиваль үҙ эсенә тоҡомло аттар, ҡул эштәре, башҡорт милли-аш һыуы, йылҡы итенән аҙыҡ-түлек күргәҙмәләрен, ҡымыҙ бәйгеһен алды.
Күркәм байрамға Баш­ҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Хәмитов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты З. Рәхмәтуллина, Рәсәй Дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Т. Пуртова, республиканың мәҙәниәт ми­нистры Ә. Шафиҡова, Бай­маҡ районы хакимиәте башлығы И. Сит­диҡовтың килеүе сараның мәртәбәһен күтәрҙе.
Тәүге сығыш – ат өҫтөндә трюктар эшләү (“джигитовка”) кемдең генә күңелен елкендермәне икән?! Хатта көндөң ямғырлап, дауыл сығып тороуы ла һыбайлы­лар­ға ҡамасауламаны. Са­бып барған ат өҫтөндә торған килеш йәки йөҙтүбән үтеү, ат кәүҙәһен өйрөлөп сығыу һәм башҡа алымдарҙы тамашасылар хайран ҡалып күҙәтте. Ул ғына түгел, берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ Снежана Тай­маҫова ла батырлығы менән һоҡландырҙы.
Тырантастар парады, “Төньяҡ амурҙары” клубы ағзаларының сығышы һәм көтөүселәр конкурсы ла халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителде. Һуңғыһы иһә өс бәйгенән торҙо. Йәғни сыбыртҡы шартлатыуҙа, ат эйәрләүҙә һәм хуш еҫле үләндәр менән сәй әҙерләүҙә ярыштылар.
Шәхсән үҙемдең генә түгел, тамашасыларҙың да иң көтөп алғаны “Ылаҡ” халыҡ уйыны булғандыр. Ни тиһәң дә, Урта Азия халыҡтарының милли уйынының нисек үтәсәген күптәр күҙ алдына ла килтермәй ине, буғай. Ҡатнашыусылар унар кешегә – Бөрйән һәм Ҡыпсаҡ ырыуҙарына бүленеп ярышты. Ҡағиҙәһенә килгәндә, улар һыбай көйөнсә уйын майҙаны уртаһындағы кәзә муляжын эләктереп алырға һәм ике яҡ ситкә ҡуйылған ҡаҙандарға төшөрөргә те­йеш. Ярыш булғас, ҡаршылыҡ та була тигәндәй, уйынсылар бер-береһенә ҡаршы тороп, кәзәне һалдырып алырға ла хоҡуҡлы. Йыл­ғыр­лыҡ, тиҙлек, аҡыл менән бер рәттән, ат менән оҫта идара итеүең дә мөһим бит әле. Ҡыҙыу барған алыш 2:2 иҫәбенә тамамланып, дуҫлыҡ еңде.
– Бәләкәйҙән ат өҫтөнән төшкәнем юҡ. “Ылаҡ” уйынында ҡатнашыу еңел бирелде, – тип фекере менән уртаҡлаша Баймаҡ районының Күсей ауылынан йылҡы көтөүсеһе Урал Игебаев. Уның әйтеүенсә, ярышҡа бер нисә көн әҙерлек барған. Һыбайлыларҙы оҫталыҡҡа Өфө циркы тренеры Миҙхәт Солтангәрәев төшөндөргән.
– Бөгөнгө сараның әһәмиәте бик ҙур, – тип әңгәмәне дауам итә Темәстән Ринат Йосопов. – Атҡа һөйөү бала саҡтан килә. Хужалығыбыҙҙа, ауыл халҡының малы менән бергә һанағанда, йәмғеһе 222 баш йылҡы иҫәпләнә. Бөгөн беҙҙең биш егет – “Ылаҡ”та, үҙем тырантастар ярышында ҡатнаштым.
Сара һуңында бәйгеләргә йомғаҡтар яһалды. Ҡымыҙ­сылар конкурсында Йомаш­тан З. Иҫәноваға етеүсе булманы. Көтөүселәр араһында тәүге урынға Баймаҡтан С. Әбсәләмов лайыҡ булды. Баймаҡ тәжрибә хужалығынан Искәндәр Сыңғыҙов иһә тырантастар ярышында беренсе булып килде.
Елдәй елеп аттарҙа…Елдәй елеп аттарҙа…Тәүге тапҡыр уҙғарылған сара маҡсатына иреште, тип әйтер инем. Беренсенән, “Башҡорт аты” этно-фестивален күреү маҡсаты менән темәстәр генә түгел, яҡын-тирәләге ауылдар халҡы ла килеп еткәйне. Икенсенән, республика Башлығы ла саранан ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
– Байрам юғары кимәлдә ойошторолған. Тәьҫораттар иҫ киткес. Бындай уйындар­ҙы район һабантуйҙарында үткәреү, һәр мәктәптә ат спорты мәктәбен булдырыу мөмкинлеген уйларға кәрәк, – тине ул, фекерен белдереп.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә