RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфөгә ун мең самаһы ҡунаҡ килә

17.06.2015 Өфөгә ун мең самаһы ҡунаҡ килә

Алда көтөлгән ҙур йыйынға әҙерлеккә нөктә ҡуйыр ваҡыт етте. Ҡунаҡтар алдында йөҙөбөҙ ҡыҙармаясаҡ, сөнки алға ҡуйыл­ған бурыстар үтәлә. Интерфакс-Поволжье агентлығы үткәргән матбуғат конференцияһында сығыш яһап, БР министры Руслан Мирсаяпов шулай тип белдерҙе.

Өфөгә ун мең самаһы ҡунаҡ киләБРИКС һәм ШОС саммиттары көнө яҡынлашҡан һайын шуға бәйле хәбәрҙәр ҙә күбәйә. “Был беҙҙең илдә генә түгел, ә саммитта ҡатнашасаҡ илдәрҙең яңылыҡтар таҫмаларында ла йыш телгә алына. Өфө һүҙен хәҙер Бразилияла ла, Ҡытайҙа ла, Көньяҡ Африкала ла көн һайын ҡабатлап торалар”, – тине Руслан Мирсаяпов.
Күп ил менән бәйләнештәр нығынған. Саммиттарҙың файҙаһы, һис шикһеҙ, бар, сөнки уға әҙерлек ваҡытында баш ҡалабыҙ Рәсәйҙең эш­лекле үҙәгенә әүерелерлек үҙгәрештәр кисерҙе. Кон­гресс-холл халыҡ-ара осрашыуҙар уҙғарырлыҡ уникаль майҙансыҡҡа әйләнде. Йәнә шуныһы: ҡалала хеҙмәтләндереү тармағында инглиз телен­дә һөйләшә белгән персонал барлыҡҡа килде, милли колорит киңәйҙе.
Әлбиттә, ҙур саранан һуң да ҡалабыҙ төҙөкләндерелеүен, үҫеүен дауам итәсәк. Халыҡҡа уңайлыҡтар булдырыу йөҙөнән байтаҡ эш башҡараһы бар.
Башҡортостан Республика­һы министры һүҙҙәренсә, саммит көндәре ябай халыҡҡа әллә ни мәшәҡәт килтермәйәсәк. Эйе, ҡунаҡтарҙы ҡаршылау мәлендә юлдарҙа “тығын” булмаҫмы, тип ҡыҙыҡһыныу­сылар бик күп. Беҙҙең көндәлек эштә лә осрай торған бер күңелһеҙ күренеш бит ул. Шулай ҙа әһәмиәтле йыйында түҙеп торорға мөмкин.
Руслан Мирсаяповҡа журналистар: “Интернетҡа тоташыу йә мобиль элемтә менән ҡатмарлылыҡтар килеп тыу­маҫмы?” – тип тә һорау бирҙе. Сөнки бер урында халыҡ шул тиклем күп йыйылғанда, ҡытыршылыҡтар булғылай. Был тәңгәлдә ойоштороусылар сара күргән, төрлө һынау­ҙар үткәрелгән.
Килеүселәр һанын иҫәпләргә лә тырышабыҙ. Салауат майҙанын ғына ла меңләгән журналист биләп аласаҡ. Делегацияларға күпме кеше инәсәген һәр ил үҙе хәл итә, моғайын, бөтәһе ун меңләп йыйылырҙар.
Иң мөһиме – Өфө, Баш­ҡортостан мөмкинлектәрҙең барыһын да файҙаланып ҡалырға тейеш. Саммиттан алда үткән һәм шул көндәрҙә үтәсәк презентацияларҙа республика яҡшы күрһәтеләсәк, был беҙгә танылыу яулар­ға форсат бирә.
Әйткәндәй, 8 – 10 июлдә Өфөнөң төрлө майҙандарында, парктарҙа халыҡ өсөн байрамдар, концерттар ойошторола. Ҡунаҡсыллыҡты күрһәтергә лә һәйбәт сара ул саммиттар. Етәкселектән дә, ябай ҡала халҡынан да ҙур түҙемлек талап итә. Ул көндәрҙә хәүефһеҙлек өсөн барлыҡ саралар ҙа күрелә. Беҙ әлеге ҙур эште аҙағынаса еткереүҙәге бурыстарҙы лайыҡлы үтәрбеҙ, тигән ышаныста министр.

А. ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә