30.11.2010 «Урал батыр» эпосы тураһындағы уйҙар
Китаптан уҡылғаны изге ҡеүәткә эйә түгел, Аллаға барып етмәй, ти һиндтар. Бына ошо сакраль, йәғни изге әҫәр булыуы арҡаһында “Урал батыр” эпосы тик бер генә вариантта, тик бер генә версияла һаҡланған. Ә ошо уҡ исем менән теркәлгән икенсе әҫәрҙәр “Урал батыр”ҙың башҡорт рухиәтендә элек-электән йәшәүен иҫбатлаусы дәлилдәр булараҡ ҡабул ителергә тейештер. Башҡорт фольклор материалдарында “Урал батыр” формулаһы буйынса ҡойолған әҫәрҙәр ярайһы уҡ күп кенә, тип әйтергә була. Мәҫәлән, “Аҡъял батыр” әкиәте шундайҙар иҫәбендә. Шулай уҡ, “Алп батыр” тигән әҫәрҙе лә Урал батырҙың сәйәхәтенең ҡыҫҡа, конспектив бирелеше, тип аңларға була кеүек. Был әҫәр, мифологик йөкмәткеле булыуына ҡарамаҫтан, ниндәйҙер сәбәп менән “Әкиәттәр” томына инеп киткән. Алп батырҙың ете аҙымынан ҡалған ете аҡланға уның ете улы килеп урынлаша һәм шуларҙан башҡорттоң ете ырыуы таралып китә, тиелә был мифологик йөкмәткеле легендала. “Урал батыр” эпосында иһә, Уралдың сәйәхәте лә шул уҡ ете аҙымға тиң, тип әйтергә була. Ул вертикаль буйынса донъяның өс ҡатын (үръяҡты, уртансы ерҙе, ер аҫтын) үтеп сыҡһа, горизонталь яҫылыҡта иһә донъяны дүрт тарафынан урай. Йәмғеһе, баяғы “Алп батыр”ҙағы кеүек үк, ете аҙым килеп сыға. “Ете аҙым яһап донъяны урау” кеүек мотив һинд, иран мифологияһында ла бар.
Эпоста тағы бер әүҙем зат – Зәрҡүм телгә алына. Ирандарҙың теленән был исем “Арыҫлан” тип тәржемә ителә һәм персонаж эпоста “Арыҫлан йондоҙлоғо”ноң символы булып тора.
Урал батырҙағы “ҡәһҡәһә” тигән персонаждың исемен беҙҙең белгестәр “шарҡылдап көлөүсе” тип аңлата ине. Әммә был персонажға бер ҙә көлөү хас түгел. “ҡәһҡәһә” тип иран телле халыҡтарҙың мифологияһында беҙ әлеге көндә “ҡош юлы” тип атап йөрөткән күк есеме атала. Эпоста “ҡәһҡәһә” ҡатнашҡан хәл-ваҡиғалар, уның, ысынлап та, “ҡош юлы” символы булыуын күрһәтә. Йәғни “ҡәһҡәһә” тип беҙҙең ата-бабалар ҡасандыр ҡош юлын атағандарҙыр тип уйларға була. Юл ыңғайы шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: “ҡәһҡәһә ҡалалары” тигән харабалар Тажикстандың Таулы Бадахшан автономиялы республикаһында, Памирҙа тау баштарында әле булһа һерәйешеп ултыра. Был ҡәлғәләрҙең төҙөлөү һәм йәшәү дәүерен белгестәр беҙҙең эраға ҡәҙәре ваҡыттарға ҡайтарып ҡалдыра. Памирҙағы аҙ һанлы иран телле халыҡтарҙа уларға бәйле әллә күпме легенда һәм миф һаҡланған. Ошо уҡ ерҙәрҙең атамалары беҙҙең Уралда ла күпләп осрай. Мәҫәлән, Баймаҡ, Талҡаш, Нуҡат, Соҡ, Баджгир, Бурджан һәм әллә күпме башҡалары. Былар ҙа буштан түгелдер. Ошо Памир халыҡтарының береһен “барҙан-гиш” тип атайҙар. Урыҫ фәнендә уларҙы “барданги/бартанги” тип боҙоп йөрөтәләр. “Был “барҙан-гиш”тар беҙҙең башҡорттоң бөрйәндәре (“бөрйән-гиш/ кеше”? – З.Ә.) менән бәйле халыҡ түгелме икән?” – тип тә уйлап ҡуям хатта ҡайһы саҡта. Кем белә инде – күпте күргән, күпте кисергән халҡыбыҙ булмаған ерҙәр, уларҙың эҙҙәрен һаҡламаған урындар бармы икән? Күмәкләшеп тотоноп тикшергәндә, осона ла сығып булыр кеүек булып китә ҡайһы бер мәлдә. Башҡорт кисергәндәрҙе, хәтерендә һаҡлағандарҙы уйлағанда, аптырап һоҡланыу, хайран ҡалыу хистәре солғап ала.
Бер һөйләшеп ултырғанда, хәҙер инде күптән мәрхүм философ, профессор Дамир ағай Вәлиевҡа: “Башҡорттар – ниндәйҙер бер тарихи сер. Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ менән бер үк бик боронғо дәүерҙәрҙә формалашҡан халыҡтар әллә ҡасан тарих арбаһынан төшөп ҡалып, эҙҙәре тарих туҙанында күмелгән, уларҙы инде тик археологтар ғына өйрәнә, ә беҙ, Аллаға шөкөр, һин дә мин донъя көтөп, йәшәп ятабыҙ. Был бит үҙе бер мөғжизә”, – тип уны бер рәхәтләндереп көлдөргәйнем. Аҙаҡтан Дамир ағай йыш ҡына шул һүҙҙәремде иҫемә төшөрөп, ихлас, кинәнеп көлөп алыр ине. Хәҙер уның үҙен һағынып иҫкә алырға ҡалды. Әле үрҙә телгә алынған эпос ваҡиғаларын ҡыҫҡаса анализлауға ҡағылышлы хикәйәмә бигүк ҡыҫылышы булмаған был юлдарҙы “лирик сигенеү” тип ҡабул итһен уҡыусым. Сөнки, эпос тураһындағы уйҙарымды, анализдарымды Дамир ағай менән бүлешеп, унан хуплауҙар ишетеү эҙләнеүҙәремде дауам итеүгә дәрт бирә. Шул уҡ ваҡытта Дамир ағай үҙе лә күҙәтеүҙәре менән бүлешер ине. Бына ошо осрашып, фекер алышып һөйләшеп ултырыуҙарҙа яңы уйҙар тыуып, күпме файҙалы фекерҙәр тупланды. Уларҙың ҡайһы берҙәре бая үрҙә телгә алған “Боронғо башҡорттарҙың космогоник ҡараштары” тигән китабымда үҙ урынын алды. Һәм ошо китабымдағы анализдарҙың ҡыҫҡаса һығымталарын гәзит уҡыусыға тәҡдим иттем. Сөнки китап, бик аҙ тираж менән сығыу сәбәпле, киң ҡатлам уҡыусыға барып та етмәне, тип әйтергә була.
Бәлки, әле был яҙғандар киләсәктә “Урал батыр” эпосын артабан да өйрәнеүгә этәргес булыр, йәштәрҙә эпосҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятып, уларҙа яңы фекерҙәр тыуҙырыр, тигән өмөт йәшәй күңелдә. Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә “Урал батыр” эпосына арналған халыҡ-ара конференция үтә. Унда эпос тураһында яңы һүҙҙәр, фекерҙәр ишетелер, тип өмөтләнәйек. Донъяның, кешелектең барлыҡҡа килеүе, яралыуы тураһындағы космогоник ҡараштар күп халыҡтарҙа һаҡланһа ла, космогоник эпостары булған халыҡтар бик аҙ. Беҙ, башҡорттар, шундай халыҡтар иҫәбендә булыуыбыҙ менән ғорурлана алабыҙ. Ғәрәп аҡылы кешелеккә изге ҡөрьән китабын бүләк итә. Унан алда йәһүдтәр христиандарҙың изге китабы – Библияны (Тәүрат) тыуҙыра. Библия үҙе үк китап тигәнде аңлата. Бөтә кешелекте уйланырға, эҙләнергә мәжбүр иткән “донъя”, “кешелек”, “изгелек һәм яуызлыҡ” һ.б. фәлсәфәүи проблемаларҙы, боронғо замандағы аң-белем үрҙәренән сығып, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, бөтә кешелек өсөн булмаһа ла, үҙҙәре өсөн хәл итеүгә өлгәшкән һәм баяғы проблемаларҙы яҡтыртҡан, аңлатҡан “Урал батыр” эпосын тыуҙырған. Был эпоста ҡуйылған һәм аңлатылған проблемалар үҙҙәренең тәрәнлеге менән хайран итерлек.
Бик боронғо замандарҙың донъяуи ҡараштарын, аң кимәлен үҙендә туплаған “Урал батыр” кеүек эпос тыуҙыра алырлыҡ һәләте булыуы – был халыҡтың бик боронғо халыҡ икәнлеген күрһәтеүсе бер дәлил.
(Аҙағы. Башы 40, 41-се һандарҙа).
Зәкирйән ӘМИНЕВ, ғилми хеҙмәткәр.