RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Телемдең аҫыл ынйыһы

10.04.2015 Телемдең аҫыл ынйыһы

Конкурс на башкирском языкеМин, Ләйсән Рәис ҡыҙы Ямалова, 1999 йылдың 20 апрелендә донъяға килгәнмен.
Әлеге ваҡытта Әбйәлил районының Асҡар урта мәктәбендә унынсы класта белем алам. Үҙемде төрлө йүнәлештә һынап ҡарауҙан ҡурҡмайым. Бигерәк тә тел, тарих менән бәйле сараларҙы үҙ итәм. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты – яратҡан урыным. Бәләкәстәргә тел, әҙәбиәт буйынса төрлө кәңәштәр бирәм, ижади эштәр башҡарыуҙа ярҙам күрһәтәм. Район гәзитендә бер нисә мәҡәләм донъя күрҙе. Шиғыр ижад итеүселәр бәйгеһендә ҡатнашып, “Осҡон” гәзитенең махсус призына һәм шөһрәтнамәһенә лайыҡ булдым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында ике йыл рәттән ҡатнашып, еңеүсе лә булдым.
“Йәшлек” гәзите иғлан иткән ижади конкурсҡа ҙур теләк менән “Телемдең аҫыл ынйыһы” мәҡәләһен тәҡдим итәм.

Ике йыл рәттән миңә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында ҡатнашырға тура килде. Сарала төрлө төбәктәрҙән йыйылған телһөйәр уҡыу­сылар ҡатнаша. Бәйге шундай йәнле үтә: журналистар, яҙыусылар менән осрашабыҙ, әңгәмәләшәбеҙ. Ә иң ҡыҙығы тип төрлө райондарҙан килгән тиҫтерҙәребеҙ менән аралашыуҙы әйтер инем. “Һеҙҙә нисек, беҙҙә шулай” һымағыраҡ әңгәмә килеп сыға. Икенсе тапҡыр ҡатнашҡанда һөйләштәргә ҡарап был кеше ҡайһы райондан икәнен шунда уҡ билдәләй алдым. Ниндәй матур күренеш, тип уйлайым эстән генә. Һәр ырыу­ҙың элек айырмалы тамғаһы, ораны, ҡошо, ағасы билдәләнгән. Ә иң мөһиме, уларҙың үҙҙәренә генә хас яңғырашлы теле лә булған.
Булған тип үткән заманда әйтеү бигүк дөрөҫ тә булмаҫ. Әле башҡорт теле йәшәй. Шулай ҙа уйланырға урын бар. Заман шаңы телебеҙгә ҡағылырға ғына тора. Бөгөнгө глобалләштереү күренеше бөтә телдәрҙе лә йота кеүек. Ул беҙҙең иң ғәзиз рухи ихтыяжыбыҙ булған һөйләштәребеҙгә, үҙебеҙҙең төбәккә генә хас яңғырашлы диалектҡа, үҙенсәлекле телебеҙгә лә йоғонто яһай.
Әҙәби телебеҙ бик бай һәм яғымлы. Бәхәсләшмәйем. Шулай ҙа йәмәғәтселекте үҙ һөйләштәребеҙҙең аҫыл ынйыларын һаҡлап ҡалырға саҡырғым килә. Атай-олатайҙарыбыҙ һөйләшкән төбәк телен бик һирәктәр генә ҡуллана. “алдай” белмәгән, әҙәби телде әле уҡып аңлай алмаған бала-сағаның “аттайым, йоҡтайым, йәндек ауҙарға барам” тигәнерәк һүҙҙәрен ишетеү – үҙе йән рәхәте. Бөтәһе лә сәхнә телендә, әҙәби телдә һөйләшеүҙе юғары мәҙәнилек тип һанай.
Районыбыҙҙа йәшәп килгән ҡыҙыл һөйләше әҙәби телдән алыҫ та тормай, сәбәләнер урыныбыҙ ҙа юҡ. Әҙәби телдән алыҫ торған һалйот һөйләшенә ҡараған башҡорттарҙың да телгә ҡарата үҙ ихтыяжы барҙыр бит. Ошо ихтыяжды ҡәнәғәтләндерерлек саралар күрел­һә, шәп булыр ине. Әҙәби телдә һөйләшергә саҡырыусы пропаганда эштәрен бик әүҙем алып барабыҙ. Йәнәшә генә диалект үҙенсәлектәрен һаҡларға әйҙәгән эштәрҙе лә әүҙемләштерергә ваҡыт етте. Әле бына Рәил Өмөтбаевтың “Анта, мынта, тегентә. Тараҡ, палта, ҡуйынта...” тип йырлағанын ишетеп, күңелем елкенеп китте. Йырҙы тыңлаған, ишеткән һәр ҡатай йөрәгенән генә һөйөнгәндер, ниндәйҙер бер ғорурлыҡ кисергәндер.
Бөгөн халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлаған бөтә күренештәргә йәбешеп ятырға кәрәк. Шуларҙың башланғысы төбәккә хас мәҙәниәт һәм һөйләшкә ҡайтып ҡала түгелме? Үҙ ере теленең, һөйләшенең, диалектының тарихын, килеп сығыуын белмәү арҡаһында күптәрҙә икеле-микеле уйҙар барлыҡҡа килеүе лә ихтимал. Юғары мәҙәниәткә эйә булған илдәрҙә был йәһәттән иғтибар ҙур. Италияла неаполитандар үҙ диалектына шул тиклем тоғро, хатта дәүләт уларҙың теләген ҡәнәғәтләндереү өсөн телевизион тапшырыуҙарҙы ошо диалектта яҙылған субтитрҙар менән тәьмин итә. Был – маҡтауға лайыҡ бик бөйөк эш, минеңсә. Телсе ғалимдарыбыҙ яҙған диалектология буйынса китаптар беҙгә ярҙамға килә ала. Мәктәптә лә барлыҡ сараларҙы әҙәби телдә үткәрергә тимәгән. “Уҡытыусы йылы”, “Спорт йылы” кеүек, “Төбәк һөйләштәре йылы” ойоштороу ҙа беҙҙең өсөн бик файҙалы күренеш булыр ине. Донъя телдәрен бер телгә күсереү сәйәсәте барған саҡта, беҙ бөтә көсөбөҙгә үҙ телебеҙ үҙенсәлектәрен һаҡлау сараһын күрәйек. Бына был, исмаһам, мәртәбәле эш булыр. Уңыштар һеҙгә, милләттәштәр!

Ләйсән ЯМАЛОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә