RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортлоҡтан оялма

10.04.2015 Башҡортлоҡтан оялма

Ләйсән Юлай ҡыҙы Нәҙерғолова булам. Ләйсән ямғыры яуған мәлдә, 1999 йылдың 5 майында, хозур тәбиғәтле Йылайыр районының Юлдыбай ауылында донъяға килгәнмен. Әле 10-сы класс уҡыусыһымын. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшәм, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашам. Шулай уҡ бәләкәйҙән бейеү түңәрәгенә йөрөйөм. Буш ваҡытымда шиғыр яҙырға, китап уҡырға яратам. Киләсәктә Башҡортостаныбыҙға кәрәкле кеше булырға хыялланам.

Һүҙемде яңыраҡ Өфөлә ижади һәләтле уҡыусылар өсөн үткәрелгән "Илһам" семинары тураһында һөйләүҙән башлайым. Унда яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыу үткәрелде. Улар беҙгә башҡорт теленең нескәлектәрен аңлатты, ижад итеү серҙәрен төшөндөрҙө. Ошо саранан һуң башҡорт әҙәби теленең матурлығын нығыраҡ аңланым. Ысынлап та, телебеҙ бик матур. Уның аша бүтән телдәрҙе өйрәнәбеҙ, көн дә ҡулланабыҙ. Шуға ла телдең ҡәҙерен, бәҫен һаҡларға тейешбеҙ. Ләкин дәрәжәле, вазифалы апай-ағайҙар, йәштәр, башҡорт була тороп, бер-береһе менән русса һөйләшә. Телде боҙорға ярамай.
Беҙҙең шағирҙарыбыҙ баш­ҡорт теле тураһында ниндәй генә шиғыр яҙмаған. Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева һәм башҡаларҙың ижады бар донъяға танылған.
Телде юғалтмаҫ өсөн үҙебеҙгә күберәк башҡортса аралашырға, яҙыусы-шағир­ҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен уҡырға кәрәк. Мифтахетдин Аҡмулланың "Башҡортта­рым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" тигән ораны бөтәбеҙгә лә таныш. Ул да, илем, телем, тип янып йөрөгән, уҡыр­ға, наҙанлыҡты бөтөрөргә өндәгән.
Телгә битарафлыҡ моңһоҙлоҡҡа, ғәмһеҙлеккә килтерә. Хәҙер уҡыусылар интернеттан әҙер мәғлүмәттәрҙе файҙалана, китап уҡыу хаҡында уйлап та ҡарамай. Мәғәнәһеҙ уйындар менән ваҡыттарын бушҡа үткәрәләр, дәрес әҙер­ләмәй­ҙәр, насар ғәҙәттәргә биреләләр. Шунан бала менән ата-әсә араһында мөнәсәбәт боҙола. Был инде балаларҙың күңеленә туған тел аша башҡорт рухын һеңдермәүҙән киләлер, тип уйлайым.
Уҡыусылар башҡорт телле, рухлы булып үҫһен өсөн мәктәптәрҙә әҙәби сараларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк. Яҙыусылар ауыл ерендә бик һирәк ҡунаҡ. Улар йышыраҡ килһен, гәзит-журналда йәштәрҙең әҫәрҙәренә күберәк урын бирелһен ине. Шулай уҡ йәштәрҙе, уҡыу­сыларҙы китапханаларға йәлеп итергә, күмәкләп әҙәби уҡыуҙар үткәрергә кәрәктер, тип уйлайым.
Ошо йәһәттән уҡыусы­лар­ға, бер ҡасан да үҙегеҙҙе кәмһетмәгеҙ, башҡорт булыуығыҙҙы, телегеҙҙе онотмағыҙ, тип әйтер инем. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашығыҙ, үҙегеҙҙе бөтә яҡтан күрһәтегеҙ, һынап ҡарағыҙ. Үҙ ерегеҙҙә башығыҙҙы күтәреп ғорур атлағыҙ, башҡорт булыуығыҙҙы күрhәтегеҙ!

Ләйсән НӘҘЕРҒОЛОВА.

Йылайыр районы,
Юлдыбай ауылы.



Булат Солтан­гәрәев исемендәге республика уҡыу­сылар премияһына конкурс тамамланыуға ваҡыт әҙ ҡалды. 10 – 11-се класс уҡыу­сыларынан май аҙағына тиклем илһөйәрлеккә арнал­ған, йәштәрҙең проблемаларын асып һалған, уларҙан сығыу юлдары күрһәтеп яҙыл­ған мәҡәләләр ҡабул итеп, гәзит биттәрендә баҫып сығарырға тейешбеҙ.
Рухлы егет-ҡыҙҙарҙан ҡыҙыҡлы яҙмалар көтәбеҙ. Әйткәндәй, аҙаҡтан эштәрҙе филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы уҡытыусыһы Тимерғәле Килмөхәмәтов рәйеслегендәге баһалама комиссияһы тикшерәсәк.
Бындай конкурста үҙеңдең көсөңдө һынап ҡарау мөмкинлеге һәр ваҡыт эләкмәй. Фәһемле фекерҙәрегеҙҙе “Йәшлек”­тә баҫтырып, уның өсөн премия алыр­ға бик шәп мөмкинлек бар, уҡыу­сылар!

Мөхәрририәт.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә