10.04.2015 Арғымаҡ ат юл башлар
Йыл һайын 21 февралдә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан иғлан ителгән Туған тел көнө билдәләнә. Датаға тәғәйенләп, берәй шәп материал әҙерләргә кәрәк, тип алдан уҡ уйлап йөрөй инем. Әмәлгә ҡалғандай, ҡулыма осраҡлы рәүештә «Ағиҙел» журналының 2002 йылда сыҡҡан бер һаны килеп эләкте. Уны ҡараштырып ултырғанда Мәрйәм Бураҡаеваның «Аң» исемле мәҡәләһе күҙгә салынды. Ваҡыт үткәрер өсөн генә тип уҡый башлаған мәҡәлә шунда уҡ үҙенә арбаны. Унда туған телебеҙ хаҡында үҙебеҙ әйтеп аңлата алмаған ғәжәйеп фәһемле, тос фекерҙәр яҙылғайны. Һәм уны авторҙың рөхсәте менән Әбйәлил районының «Йондоҙ» гәзитенең 18 февраль һанында баҫтырҙым.
Ул мәлдә Мәрйәм Бураҡаева мәҡәләнең «Арғымаҡ» исемле китабынан алыныуын әйтеп, уның ҡалған өлөштәрен дә уҡырға тәҡдим иткәйне. Әммә ниңәлер, мемуар-эссе рәүешендә яҙылған китаптың башҡа өлөштәре ҡыҙыҡ түгелдер, ялҡытҡыс документаль мәғлүмәттәр тупланмаһылыр, тип уйлап ҡуйғайным. Шулай ҙа китапты табып уҡый башлағас, йөкмәткеһе әсир итте. Әҫәрҙе уҡып сыҡҡас, шағир, фекер эйәһе Әхмәр ағайҙың китап хаҡындағы һүҙҙәренең дөрөҫ булыуына инандым. Бөгөн күңеле аҙашыр сиккә еткән халҡыбыҙҙың аңын тура юлға әйҙәүсе «Арғымаҡ» китабының, ысынлап та, халҡыбыҙ өсөн байраҡ, оран, ҡиммәтле һабаҡтар тупланмаһы икәнлеген аңланым.
Әхмәр Үтәбай
Автор хеҙмәтендә китап уҡыусы өсөн тормоштан алынған ябай хәл-ваҡиғалар миҫалында йән тыныслығы биреүсе рухи байлыҡ туплау серҙәрен аса, халҡыбыҙҙың лайыҡлы вәкиле булыу өсөн һәм, ғөмүмән, тормошта юғалып ҡалмау өсөн һәр кемгә файҙалы кәңәштәр бирә. Шулай уҡ китапта ғаиләлә ир менән ҡатын, килен менән ҡәйнә, ата-әсә менән бала араһында дөрөҫ мөнәсәбәттәр ҡороу һәм, әлбиттә, туған телгә сикһеҙ һөйөү тураһында тос фекерҙәр яҙылған.
«Арғымаҡ» китабында мәктәптәрҙә туған телде уҡытыу, милли матбуғат булдырыу, ғөмүмән, донъяла башҡорт теленең дә йәшәүгә хаҡы бар икәне өсөн көрәшкән, был ҡаҙаныштарға ҙур ҡыйынлыҡ менән өлгәшкән Мәрйәм Бураҡаева һәм халҡыбыҙҙың уның ише бөйөк шәхестәре тарафынан башҡарылған иҫ киткес эштәр бәйән ителә. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының ошо эштәре өсөн лайыҡлы рәүештә Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнеүе ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Был шәхестәребеҙҙең ХХ быуаттың 90-сы йылдарында үҙаллылыҡ яулау ваҡытында ныҡ уйлап башҡарылған эштәре хайран ҡалдыра. Ул мәлдә ағай-апайҙарыбыҙ тел мәсьәләһен ныҡ киҫкен ҡуймай һәм оҫта дипломатик алымдар менән, башҡа милләттәрҙең дә ярҙамына таянып, башҡорт теленә дәүләт теле статусы алыуға өлгәшә. Хәҙерге сәйәсмәндәребеҙгә, мәғрифәтселәребеҙгә лә уларҙан өлгө алырға булалыр.
«Арғымаҡ» китабы 2005 йылда Өфөлә 1500 дана тираж менән баҫыла. Китаптың ҙур әһәмиәтен аңлаған халыҡ Мәрйәм Бураҡаеванан әҫәрҙе ҡабат баҫтырыуҙы күптән һорай ине. Ниһайәт, автор хеҙмәтен үҙнәшер ысулы менән сығарырға йөрьәт итте һәм тиҙҙән китап яңынан донъя күрәсәк. Тик бының өсөн халыҡ ярҙамы талап ителә.
Ҡәҙерле туғандар! Атай-әсәйҙәр, уҡытыусылар, йәштәр! Китапты автор ризалығы менән, хаҡын алдан түләү ысулын һөйләшеп, сығарырға тип, vk.com сайтында төркөм тупланыҡ. Китапты алырға теләүселәр бөтә кәрәкле мәғлүмәтте «Бәйләнештә» сайтының «Мәрйәм Бураҡаева. «Арғымаҡ» тип аталған төркөмөндә таба алыр. Халҡыбыҙ өсөн файҙалы изге эштән ситтә ҡалмайыҡ, дуҫтар!
Азат КӨМӨШБАЕВ.
Әбйәлил районы.