30.11.2010 Нефтекамала – яңы башлыҡ
Нефтекама ҡала советы үҙенең сираттағы ултырышында ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына Владимир Громовты раҫланы. Был вазифаға ул конкурс һөҙөмтәләре буйынса тәғәйенләнде.
Владимир Борисович Громов 1961 йылда Ырымбур өлкәһе Илек районының Илек ауылында тыуған. Ырымбур политехник институтын тамамлаған. 1983 йылдан мастерҙан башлап «БНПС» тресының 5-се төҙөлөш идаралығы начальнигына тиклем хеҙмәт юлы үткән. Нефтекама ҡала советы башҡарма комитеты капиталь төҙөлөш идаралығының баш инженеры булып эшләгән. 1998 йылдан әлегә тиклем «Нефтекамскстройзаказчик» муниципаль унитар предприятиеһы директоры вазифаһын биләгән.