30.11.2010 Ҡоролоҡтан зыян күргән төбәктәр ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ
Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков, Рәсәй Федерацияһы субъекттары етәкселәре менән малсылыҡҡа ярҙам һәм миҙгелле баҫыу эштәрен үткәреү буйынса саралар тураһындағы мәсьәлә буйынса селектор кәңәшмәһендә быйыл аграрийҙар өсөн ҡатмарлы йыл булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, ил хөкүмәте ҡоролоҡтан зыян күргән төбәктәргә 20 миллиард һум күләмендә транш йүнәлтеүе, декабрҙә тағы ла 15 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәге тураһында хәбәр итте.