RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙҙе әҙәбиәт тәрбиәләй

20.03.2015 Беҙҙе әҙәбиәт тәрбиәләй

Беҙҙе әҙәбиәт тәрбиәләйМинең өсөн китап хаҡһыҙ һәм төпһөҙ белем ҡаҙнаһы булып тора. Ул, кешегә белем һәм аҡыл биреүҙән тыш, эске донъябыҙҙы байыта, рух-аңыбыҙ ҡеүәтен арттыра. Китап аша тарихҡа байҡау яһайбыҙ, үткәндәр менән яҡындан танышабыҙ, кәрәкле мәғлүмәт алабыҙ.
Яратып, фәһем алып уҡыған әҫәр­ҙәремдең береһе – Ғәлимов Сәләмдең “Бала” поэмаһы. Автор ҡуҙғатҡан проблема бөгөн дә актуаль яңғырай. Геройҙарҙың ғаиләгә ҡарашы, бала тыуыу-тыумауы поэмала төп урын алып тора. Яҙыусы ошо әҫәре аша беҙҙе, үҫеп килгән йәш быуынды, ошо сетерекле тема тураһында уйланырға, йәштәрҙе яҙмыштарында төҙәтә алмаҫлыҡ хаталар яһамаҫҡа саҡыра. Поэма йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биргән әҙәбиәтебеҙҙең сағыу билдәһе тип әйтергә мөмкин!
Беҙ бит ерҙә ҡунаҡ ҡына. Йәшәр өсөн, матур тормош көтөр өсөн тыуғанбыҙ. Ғүмер сикле, Хоҙай бүләге – фани донъяға килеү һәр кешегә лә тик бер тапҡыр ғына бирелә. Ошо арауыҡты әхлаҡи һәм мәҙәни үҫешкән шәхестәр булып үткәрһәк ине. Әммә күптәр уйланмаған аҙымдар яһай, ярамаған ҡылыҡтар аҙым һайын. Үҫмерлек осорон ауыр кисергән тиңдәштәремдең яҙмышын ҡарайым да, ошо ваҡытта ҡулдарында китап булһа, моғайын, күптәренең киләсәккә ҡарашы үҙгәрер ине, тип уйлайым. Шулар араһында иптәш ҡыҙым да бар ине. Ине, тип әйтәм, сөнки, яҙыҡ юлға баҫып, насар ғәҙәттәрҙе үҙ итте, һуңынан үҙ-үҙенә ҡул һалды. Ә уны иркәләп үҫтергән, бер ваҡытта ла ҡағып-һуҡмаған ата-әсәһенең һыҙланыуын күрергә яҙмаһын. Хәйер, баланың шундай булып китеүендә кем ғәйепле һуң? Моғайын, үҙе генә түгелдер, ваҡытында уның эске донъяһын аңламаған яҡын кешеләренең дә хатаһы бар, тигән фекерҙәмен.
Шунлыҡтан ата-әсәләрҙе бала яҙмышына битараф булмаҫҡа саҡырам. Уйланығыҙ, йәмәғәт, был турала, зинһар өсөн, уйланығыҙ. Ә һеҙ, тиңдәштәрем, киләсәк тураһында хәстәрләп, ата-әсәгеҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй йәшәһәгеҙ, ҡайһылай арыу булыр ине.
Әленән-әле өләсәйемдең: “Беҙ был донъяға ҡунаҡҡа ғына килгәнбеҙ”, – тигән һүҙҙәре хәтергә төшә. Уның аҡыллы кәңәштәренә һаман да мохтажмын. Ул миңә бала саҡтан матур-матур әкиәттәр һөйләп, моңло йырҙар көйләп, әҙәбиәткә ҡарата һөйөү уятты. Шуға ла, рус мәктәбендә уҡыһам да, башҡорт әҙәбиәтенә битараф ҡалғаным булманы. Ғөмүмән, әҙәбиәт тәрбиәләй, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә, тигән фекерҙәмен. Уҡып, белем алып, ғүмерҙе матур итеп үткәреүгә ни етә?!

Алина АБДУЛЛИНА,
11-се мәктәптең
11-се класс уҡыусыһы.
Ишембай ҡалаһы.

Булат Солтангәрәев исмендәге республика уҡыусылар премияһы хаҡында күптән иғлан ителде. Ләкин 10 – 11-се кластарҙа уҡыған егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең ижадын күрһәтергә һис тә ашыҡмай. Май айына тиклем ваҡыт әҙ, йомғаҡлауға тиклем ни бары 9 аҙна ҡалды. Ошо ваҡыт арауығында һеҙҙән илһөйәрлеккә арналған, йәштәрҙең проблемаларын асып һалған, уларҙан сығыу юлдары күрһәтеп яҙыл­ған мәҡәләләр ҡабул итеп, гәзит биттәрендә сығарырға тейешбеҙ.
Май айы башында алып килербеҙ ҙә, баһалама комиссияһы ҡарар әле, тигән фекерҙәрҙе лә ишетергә тура килде. Был уй дөрөҫ түгел. Мәҡәләләр “Йәшлек”тә мотлаҡ баҫылырға тейеш. Әйткәндәй, аҙаҡтан эштәрҙе филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы мөдире Тимерғәле Килмөхәмәтов рәйеслегендәге баһалама комиссияһы тикшерәсәк.
Бындай конкурста үҙеңдең көсөңдө һынап ҡарау мөмкинлеге һәр ваҡыт эләкмәй. Фәһемле фекерҙәрегеҙҙе “Йәшлек”­тә баҫтырып, уның өсөн премия алырға бик шәп мөмкинлек бар, уҡыусылар!
Мөхәрририәт.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә