RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кеше бар, маҡсат юҡ, аҡса бар, бәхет юҡ

14.03.2015 Кеше бар, маҡсат юҡ, аҡса бар, бәхет юҡ

Кеше бар, маҡсат юҡ, аҡса бар, бәхет юҡ Испан футболсыһы Криштиану Роналду беҙгә лайыҡлы “кейәү” була алманы. Рәсәй моделе, яҡташыбыҙ Ирина Шәй­хлис­ламова (Ирина Шейк) менән арыу ғына дуҫлашып йөрөгән кеүек ине. Тик, аһ, шул ҡатын-ҡыҙҙың талапсанлығы, Ирина был дуҫлыҡтан бигүк ҡәнәғәтлек тапмай башлаған. Былай тип аңлатҡан ташлашыуҙарын: “Ми­неңсә, идеаль ир-егет тоғро, намыҫлы, үҙен джентльмен итеп тота, ҡатын-ҡыҙ менән мөғәмәлә итә белә. Гүзәл затты бәхетһеҙ итеп тойорға мәжбүр итеүсе ир заттарын ир тип түгел, ә малай тип һанайым. Ундайҙарға ышанғым килмәй. Идеаль ир таптым тиһәм, улай булмай сыҡты. Миңә уның эргәһендә хәүеф янаған һымаҡ һәм уңайһыҙ була башланы…”
Бына бит ғиллә нимәлә! Һы­лыуҡайҙарға бары тик көслө ышыҡ һәм тыныслыҡ кәрәк. Әлбиттә, беҙҙең илдә ҡатын-ҡыҙ янып торған йортҡа инеп, ҡуҙ алып сыға, сабып барған атты туҡтата, тигән әйтем дә таралған. Кәрәк саҡта, ә бәлки, сара­һыҙҙың көнөнәндер, көслө затҡа әйләнеп китеүҙәренә ишара инде. Тик асылда гүзәлдәрҙең маҡсаты һис кенә лә шартлап янған өйгә инеү түгелдер. Уларҙың был донъяға яралтылыу сәбәптәре араһында “ишенә күңелһеҙ булмаһын өсөн” тигәне лә бар. Беренсе кеше – Әҙәм – яңғыҙы бик бойоҡҡан, ти ҙә баһа.
Маҡсат тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны ла әйтмәй ҡалдырып булмай: маҡсатыбыҙға ирешер өсөн үҙебеҙгә үҙебеҙ ҡамасаулайбыҙ. Дөйөм алғанда. Ҡатын-ҡыҙ бул­һынмы ул, ир-атмы. Аҡланыу сә­бәптәре күбәйә лә китә. Әллә ялҡаулыҡ тигән нәмә бик артыҡ була башланымы? Заман кешеләргә эште еңелләштерҙе лә…

Беҙ ниңә маҡсатҡа ирешә алмайбыҙ?

Иң мөһиме шул: маҡсат булырға тейеш. Ул булмаһа, уңыш урап үтә лә китә. Әгәр ҙә яңылыш ҡына күктән килеп төшмәһә. Хәҙерге заманда ҡайһы берәүҙәр тормошон хистәргә таянып түгел, ә иҫәп буйынса ҡорорға тырыша. Йәтеш кенә лә инде – йә уңышлы кейәүгә сығырға, кәләш алырға мөмкин, ағай-энеңдең ныҡлы арҡаһы артында йәшәргә лә була. Күп осраҡта бындайҙар­ҙы әрләйҙәр һәм, исмаһам, берәй маҡсат ҡуй, тип өйрәтергә тырышалар. Иҫәп – ул үҙе үк маҡсат. Тик барыбер күңелһеҙ. Иҫәп иҫәп инде ул. Үҙеңдең ете ҡат тирең һыҙырылып төшмәйенсә ирешелгән маҡсатың да рәхәтлек бирмәйәсәк. Йәғни маҡсатҡа ирешеүҙең ниндәйҙер һынауҙары, кәртәләре, ынтылыш-ҡолауҙары булырға тейеш. Шунда үҙең йәнә лә һәр яҡлап үҫешәһең, хаталанһаң, уны төҙәтеү юлдарын эҙләйһең, теге алымды ҡулланып ҡарайһың, быныһын, яңы һөнәрҙәр үҙләштерәһең. Арыу ғына менгән үреңдән бәреп төшөрһәләр, ҡаратырышланып, тағы ынтылаһың, көсөң етеңкерәмәһә, ярты юлда һуҙылып ятып та ҡалаһың. Уның ҡарауы, иҫләп һөйләрлек күпме хәтирә ҡала! Ә һәүетемсә генә бер төрлө йәшәү көнөңә “һоролоҡ” өҫтәй.
Белгестәр, кеше ниңә маҡсатына ирешә алмай, тигән һорауға яуап әҙерләгән. Уның сәбәптәрен һанарға ике ҡул бармаҡтары ла артып ҡала, имеш.
Тәүгеһе хаҡында бер аҙ һөйләй башлағайным – маҡсаттың булмауы.
Икенсе сәбәп – дөрөҫ ҡуйылмаған маҡсат. Теләгән нәмәгеҙ аныҡ түгел, план юҡ, ресурстары, ирешеү ваҡыты уйланмаған.
Өсөнсөһө – ышаныс юҡ. Ҡыҙыҡ, кеше үҙенә маҡсат ҡуйған да, уның ғәмәлгә ашыуына үҙе ышанмай. Әй, булмаҫтайға ынтылып ни, ти ҙә, ҡул һелтәй. Көсһөҙлөк был. “Ә килеп сыҡмаһа?”, “Моғайын, булмаҫ…” тип тә мыжыһаң, бөтөнләй “килештерәһең” инде.
Дүртенсе сәбәп – кеше үҙенең ҡуйған маҡсатына, лайыҡ түгелмен, тип иҫәпләй.
Бишенсеһе – ялҡаулыҡ. Маҡсат ҡуйған да, кемдер килеп арттан этер йә ярҙам итер тип көтөп ята.
Алтынсыһы – кеше ҡуйған маҡсатының иң аҙаҡҡы һөҙөмтәһен күҙ алдына килтерә алмай. Әллә фантазияһы етмәйме, әллә аҡылымы – аңы менән күҙ алдына килтерә алмай. Шуға маҡсатына ирешеүе лә икеле.
Етенсе сәбәп теләк юҡлыҡҡа бәйле. Маҡсат ҡуйғанда “Шулай булһа ярар ине…” тип түгел, ә “Мотлаҡ шулай буласаҡ!” тиергә кәрәк. Теләктең шартлы булыуы ҡамасаулай ул.
Һигеҙенсеһе – ҡурҡыу. Еңе­леүҙән, уңыштан, баһалауҙар­ҙан, ваҡиғалар күплегенән, күңел торошоноң туҡтауһыҙ үҙгәреүенән ҡурҡыусы кешеләр була. Ҡурҡыу аҙаштыра, бутай, алдаштыра. Әммә үҙегеҙгә таныш булмаған эске ресурстар асылыуы ла бар.
Ошоларҙы еңә алһағыҙ, маҡсат­ҡа ирешеүгә, ни, ана, бер аҙым.

* * *

Әйткәндәй, үрҙә телгә алған сәбәптәрҙең барыһы бергә һинең ялҡаулығың сағылышы икән. Быныһын да белгестәр әйтә. Бел­гескә ышанмай хәл юҡ. Ялҡаулыҡ ҡайҙан килеп сыға? Яуап түбәндә.
Бер кеше йоҡонан уянған да, торғоһо килмәй иҫнәп ята, ти. Инде күҙен асып, карауаттан бер аяғын төшөргән икән, йомшаҡ ҡына бәләкәй бер нәмәне шәйләгән.
– Аһа, һин кем? – тип һораған кеше.
Теге зат яуап биреү урынына рәхә-әәт итеп кенә иҫнәп ҡуйған да:
– Әйҙә саҡ ҡына ятайыҡсы, – тигән.
– Саҡ ҡына мөмкин, – тип, кеше яңынан күҙен йомған.
Бер сәғәттән һуң ғына уянған ул. Тик бараһы еренә һуңлаған. Ырғып торам тиһә, янында инде арыу ғына ҙурая төшкән баяғы туп кеүек нәмә ята, имеш.
– Һин кем?
Теге тағы иҫнәгән дә:
– Әй, кеше, барыбер һуңланың бит, әйҙә ят, – тигән.
Кеше йәнә лә кире йомшаҡ мендәренә башын һалған. Инде ҡабат уяныуына янында ҙу-у-ур шар ята!
Бәндәнең аптырашлы ҡарашына теге:
– Һе, танымайһыңмы ни? Һин үҙең мине үҫтерҙең дә инде. Мин – һинең ялҡаулығың, – тигән, кинәнеп.
Кешеләр бик сәйер шул. Үҙенә үҙе яу, тигән әйтем дә бар шикелле.
Шул ыңғай берәүҙең әйткәне иҫкә төштө. “Беҙҙең планетала кешеләр бик сәйер. Улар тыйылғандың барыһын да аңлай, тик һәр ваҡыт киреһен эшләй…”

Сәйерҙәр донъяһына сәйәхәт

Беҙҙең Сергей Полонский тигән олигархыбыҙ тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Эйе, ул үҙенә күрә ҙур уңыштарға өлгәшкән эшҡыуар. Уны бер саҡ моряктарҙы туҡмағаны өсөн Камбоджа төрмәһенә ябып ҡуйғайнылар. Шунан, илдән сығыр­ға ярамай тип, камеранан ғына сығарҙылар. Полонский ни эшләгән, тиһегеҙ? Һуң, бәхәсләшеп, галс­тугын ашаған кешенән ни көтөргә була – әлбиттә, сығып ҡасҡан. Камбоджала яҡшы ғына итеп төйәкләнгәйне лә, хәҙер, моғайын, Израилдә лә үҙ урынын табыр. Был илдә лә сәйерлеген күрһәтмәҫ тимә.
Ә бына Николас Бергрюен тигән кешегә ҡарата һоҡланыу хистәре тыуҙы әле. Ул был донъяла ҙур маҡсаттарға ирешкән, күп аҡса тапҡан, фатирҙар, машиналар, юғары сәнғәт өлгөләре һатып алған, дөйөм милке ике миллиард доллар булған эшҡыуар. Бер көн инде 45 йәшен тултырған бай аңлай: матди байлыҡ бер ниндәй ҙә ҡәнәғәтлек бирмәй ҙә баһа! Рухи йәһәттән, аҡыл яғынан байырға кәрәк. Был тиҙ генә бөтә нәмәһен һата. Йорт-фатир­ҙарын да ҡалдырмай. Йорто булмағас, рәсми рәүештә асарбаҡ һанала инде. Бына ошо берәҙәк хәҙер донъя буйлап сәйәхәт итә икән. Хатта эшенә лә бармай, интернеттан ғына фарман бирә, ти.
Барыбер уны ысын асарбаҡ тип әйтеп булмай. Бөтә аҡсаһын һуңғы тиненәсә мохтаждарға таратһа – бер хәл. Ә былай ул бер нәмәһе лә булмаған миллиардер. Миллиардер шул!
“Икеа” компанияһын төҙөгән Ингвар Кампрад менән минең арала айырма әҙ генә: уның 3,3 миллиард доллар аҡсаһы бар. Ә былай ул да йәмәғәт транспортында йөрөй, мин дә. Үәт, бит! Иң бай швед урам автобусында билетҡа ташлама алыр өсөн пенсия кенәгәһен дә күрһәтә икән. Коман­дировкала ла ҡиммәтле ҡунаҡханала туҡталмай, ресторанға сапмай. Уның һаҡсыллығының, аҡсаһын исраф итмәҫкә тырышыуының бер ғилләһе бар: XIX быуат аҙағында йәшәүсе олатаһы бурысын түләй алмайынса, үҙен-үҙе атҡан.

* * *

Аҡса ҡайһы саҡ аҡылды томалай. Байлығына сыҙай алмағандар сәйергә әйләнә йә бөтөнләй нәфсеһен йүгәнләүҙән ваз кисә.
Бай, тимәк, бәхетле, тигән әйтем дөрөҫ түгел ул. Улар тыныслығын юғалта. Әлбиттә! Төндә йоҡлар алдынан, ишек-ҡапҡа биклеме икән тип, кенә лә әллә нисәмә тапҡыр тикшереү ниндәй тыныслыҡ булһын ти?! Унан килеп, байҙарҙың аралашыу даирәһе лә бик ярлы. Үҙҙәре кеүектәр менән донъя, йәшәйеш, көнитмеш хаҡында рәхәтләнеп әңгәмә ҡора алмай, барыһы ла ҡоро ғына бизнес яңылыҡтары, банктар, йәнһеҙ аҡса тирәһендә әйләнә. Был иһә кешегә бер ҙә бәхетле тигән мөһөр таҡмай. Бына шундай һығымта яһай белгестәр.
Байҙарҙың күңел торошон ҡайҙа, ҡасан тикшергәндәрҙер – уныһы билдәһеҙ. Ә беҙ бер нәмәне аңлар­ға тейеш: ялҡауланмаҫҡа, әҙәм аптыра










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә