30.11.2010 Араҡы менән бензин ҡиммәтләнә
РФ Дәүләт Думаһы депутаттары яңы закон ҡабул итте – уның буйынса 2011 – 2013 йылдарҙа алкоголь продукцияһына, тәмәке һәм бензинға хаҡ артасаҡ.
Хаҡтарҙы индексациялау ярҙамында дәүләт ҡаҙнаһына 2011 йылда уҡ 109,9 миллиард һум аҡса инәсәк, тип күҙаллана.
Акциздарға хаҡ һиҙелерлек артасаҡ. Мәҫәлән, 2011 йылда этил спиртына һәм алкоголь продукцияһына хаҡтар 10 – 42,9 процентҡа артасаҡ. Шарапҡа ла, араҡыға ла, һыраға ла хаҡ күтәреләсәк. Фильтрлы сигареттарҙы 36,6 процентҡа ҡиммәтерәккә һатасаҡтар. Ә инде фильтрһыҙ тәмәке һәм папиростарҙың хаҡы 124 процентҡа тиклем менәсәк.
2011 йылда бензинға хаҡ яҡынса 50 тингә күтәреләсәк. Ә инде бер шешә араҡы кәмендә 150 һум торасаҡ. Әле «йәшел йылан»дың иң арзаны 89 һумға һатыла.
Лилиә СИРАЕВА.