01.02.2015 Исемле йылға старт бирелде
27 ғинуарҙа Салауат ҡалаһында ҙур сара – Әҙәбиәт йылын асыуға арналған тамаша үтте. Уны ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, ҡаланың мәғариф, мәҙәниәт идаралыҡтары ойошторҙо.
Вәғәҙә ителгән тамаша бик матур үтте. Баш ҡаланан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар – яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева һәм “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаеваның ҡатнашыуы сараны тағы ла күркәмләндереп ебәрҙе.
Сара һуңында Салауат ҡалаһында “Ағинәйҙәр” клубы ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды. Яңы ойошманың етәксеһе итеп күпселек тауыш менән Рәшиҙә Рәхмәт ҡыҙы Буранғолова һайланды.
Әҙәбиәт йылына старт бирелде. Әҙәбиәтебеҙҙе, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлауҙы, яҡлауҙы маҡсат итеп алған саралар артабан ҡала мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында, китапханаларҙа, музейҙарҙа, башҡа ойошмаларҙа дауам итәсәк.
Гөлнара АСҠАРОВА.
Салауат ҡалаһы.