RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау – һәр беребеҙҙең бурысы

30.01.2015 Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау – һәр беребеҙҙең бурысы

Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау – һәр беребеҙҙең бурысыЭлектрон почтама Францияла йәшәгән Динар яҡташымдан хат килеп төштө. Уны ҡыҫҡарта биреберәк һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итәм:
"... Беҙ бала саҡта Башҡор­тос­тан радиоһынан көнөнә ике тап­ҡыр яртышар сәғәтлек баш­ҡортса концерт тапшыра торғайнылар. Башҡортса ла, татарса ла бер ауыҙ һүҙ ҙә белмәгәс (үҙем татар), милли йырҙарға мөкиббән инем, тип әйтә алмайым. Бына хәҙер, ир ҡорона еткәс, сабый мәлдә күңелгә һеңгән башҡорт йырын, ҡурай тауышын һағынам. Ауырып-нитеп китһәм, ҡурай тыңлағы килә. Хатта тыйып алғыһыҙ бер теләккә әүерелә. Телде аңламаһам да "Аш­ҡаҙар", "Юлдаш" каналын асам. Ҡурай уйнатһалар, йән рәхәткә төрөнә, тыныслана. Ғалимдар, Мо­царт музыкаһы йоғонтоһонда һыйыр­ҙың һөтө арта, ә кешенең нервыһы нығына, ти. Бах та, Моцарт та беҙҙең өсөн ят. Уларҙың ижадын ниместәр һәм профессиональ сәнғәт эшмәкәрҙәре генә ҡабул итә, ябай халыҡ үҙһенмәй. Беҙгә тыуған ерҙә тыуған моң, тел генә йән үә тән аҙығы, дауа икәненә үҙ тәжрибәмдән сығып инандым".
Күреүегеҙсә, быны туғандаш милләт вәкиле яҙа. Ул, үҙ организмын тыңлап, өйрәнеп, кендек ҡаны тамған атайсал моңо, теле шифа биреүенә шаһитлыҡ итә! Ошо теманың дауамы булараҡ, бер ваҡиға иҫкә төштө.
Мине бынан бер нисә йыл элек, Италияның баш ҡалаһы Римдә, "Урасенке" мәҙәни үҙәгенә япондар сәйгә саҡырғайны. Шундағы әңгәмәнән асыҡланыуынса, рәссам, архитектор, йырсы, скульптор һөнәренә итальяндарҙан өйрәнергә теләгән йәштәргә Япония хөкүмәте Римдә япон университеты асҡан. Үрҙә һаналған фәндәрҙән итальян белгестәре һабаҡ бирә, ҡалғанын Япония уҡытыусылары вахта ысулы менән йөрөп уҡыта. Уҡыу йорто эргәһенән ер һатып алып, милли ял паркы төҙөгәндәр. Гәзит нәшерләйҙәр.
Сит ҡитғала ваҡытлыса йәшәгән яҡташтарының тәбиғи булмышын, сәләмәтлеген, телен һаҡлау ниәтенән махсус мөхит булдырыу өсөн башҡарылған был изге эш! Бына ҡайҙа ул милләт хаҡында хәстәрлек!
Ә хәҙер үҙебеҙҙең республикаға күҙ һалайыҡ. Төп башҡорт төбәге тип иҫәпләнгән Баймаҡта, Бело­ретта "оло ағай"са һөйләшәләр, хат­та төпкөл ауылдарҙа "атай", "әсәй" кеүек изге һүҙҙәрҙе "па­па","мама"ға алмаштыралар икән, бәғзе заттарҙы үҙ асылына тоғро тип әйтеп буламы? Күрә йөрөй­һөгөҙҙөр, Стәрлетамаҡ, Салауат халҡының күпселеген Стәрлебаш, Ғафури, Ишембай райондарынан күсеп килгәндәр тәшкил итһә лә, улар ҙа русса аралаша. Стәр­летамаҡ автовокзалының гәзит-журнал киоскыһында башҡортса бер генә баҫма ла юҡ. Хатта баҙар­ҙа ла дәүләт телен һанға һуғыусы күренмәй. Үҙ көйөн аҡырта-аҡырта әзербайжандар, үзбәктәр кейем-һалым һата. Лау ҙа лау килеп, үҙ лөғәтендә гәпләшәләр. Уйлап ҡуйҙым: Баҡыла, Тбилисиҙа йә Ташкентта башҡорт йырын яң­ғыратып, шау-шыу ҡуптарып, Ҡы­тай тауарын һатыу мөмкинме? Ай-һай... Ә көньяҡ вәкилдәре беҙҙең ерҙә ыжламай ҙа үҙенсә донъя көтә.
Cовет заманында, юҡ-барға ла "милләтсе" мөһөрө сәпәргә әҙер торған йылдарҙа, БДУ профессоры Ғәли Сәйетбатталов беҙгә телде һаҡлау, яҡлау хаҡында көн дә тылҡый торғайны. Стәрле­тамаҡ, Салауат ҡалаларының уҡыу йорттарында дәүләт телен өйрәнеү, ата-әсәң телен белеүҙең мотлаҡ булыуын йәштәргә аңлатыусы мөғәллимдәр юҡмы икән әллә?
Әйткәндәй, миңә былтыр Швейцарияла ял итеү форсаты тейҙе. Беҙҙе Цюрих менән таныштырып йөрөүсе ханым әйтеүенсә, илдә 37 милләт вәкиле йәшәй. Башланғыс синыфта һәр кем үҙ диалектында белем ала, юғары класта иһә дәүләт телендә генә уҡый­ҙар. Йәмғиәттә әсә телен – үҙ диалектын – белеүсенең абруйы юғарыраҡ. Ул мәҙәниәтле, киң ҡарашлы, тип иҫәпләнә.
Яҙғас-яҙғас, белем ҡеүәһе йәһәтенән донъяла тәүге баҫҡыс­ты биләгән йәһүдтәр тураһында ла ике-өс ауыҙ һүҙ әйтеп китәйек.
... Ивритсә Муса ҡәүеме миләдиҙән һуң икенсе быуаттан алып, егерменсе быуат ба­шынаса һөйләшмәгән. Дөрөҫөрәге, был тел 1800 йыл буйы китапта яҙма ки­леш кенә һаҡ­ланған, һөйләү теле вазифаһын юғалт­ҡан. Донъяның төрлө тарафына һибелгән йәһүд, милли рухты һаҡлауға ҡарамаҫтан, башҡа халыҡ ҡыҫымына түҙә алмай, үҙе йәшәгән ил телен ҡабул итергә мәжбүр булған. Әммә егерменсе быуат башында, Израиль дәүләте төҙөлгәнгә саҡлы уҡ (ул 1948 йылда ғына барлыҡҡа килә – авт.), бер төркөм йәһүд йыйылышып, туған телен тергеҙеү мәсьәләһен күтәрә лә, ивритте өйрәнеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш йәйелдерә. Шул йылдарҙа Теодор Герцль атлы йәһүд: "Әлеге ваҡытта арабыҙҙа тимер юл билеты алырлыҡ дәрәжәлә лә ивритте белеүсе юҡ", – тип яҙа. Һөҙөмтә: бөгөн Израилдә һәммә йәһүд ивритсә һөйләшә! Тырышлыҡ бушҡа китмәгән, йәһүдтәр һәр йәһәттән көслө дәүләт төҙөгән, телен дә тергеҙгән.
Алда килтерелгән миҫалдар нигеҙендә үҙ-үҙебеҙгә шундай һорау бирергә тейешбеҙ: алдынғы дәүләттәр туған телен, мәҙәниәтен камиллаштырыу өҫтөндә эш­ләгәндә, беҙ ни сәбәптән әсә теле онотолоуға юл ҡуябыҙ? "Оло ағай" араҡы эсергә өйрәтте, тел­дән яҙҙырҙы, тип зарланмайыҡ. Насар бейеүсегә аяғы ҡамасаулай тигәндәй, ва­йым­һыҙ кеше гел сәбәп эҙләй. Милли матбуғатҡа яҙылырлыҡ аҡса юҡ, тигәнгә лә ышанғы килмәй. Һәр өйҙә – һыуытҡыс, келәм, телевизор, компьютер. Шкаф тулы затлы кейем. Сит ил машинаһының иҫәбе-һаны юҡ. Байрам мәлендә ризыҡ муллығынан өҫтәлдәр һығыла. Тыуған көн, баланың тәүге теше сығыуы, яңы машина "йыуыу"ҙар күпме аҡса талап итә? Ә китап һатып алыр­ға, гәзит-журналға яҙылырға кеҫә һай, имеш.
Кеше характерын формалаштырыуҙа, йәғни тәрбиә эшендә, телде һаҡлауҙа, матбуғаттың йо­ғонтоһо ҙур икәне бәхәсһеҙ. Күптәр хәтерләйҙер, 1990 йылдар­ҙа дәүләт суверенитеты алыуҙа, туған телде дәррәү өйрәнә баш­лау­ҙа матбуғат, бигерәк тә "Йәш­лек" гәзите, баһалап бөткөһөҙ роль уйнаны. Һуңғы йылдарҙа гә­зит-журнал ти­ражының кәмеүенә ата-әсә генә түгел, мәктәп, уҡытыусыларҙың һүлпәнлеге лә сәбәпселер, тим. Мин бала саҡта Стәрлебаш мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Мәхмүт Мәх­мүтов һәр дәрестең 7 минутын гәзиттә сыҡ­ҡан сәйәси, тарихи мәғлүмәтте һөйләтеүгә бүлә торғайны. Баш­ҡорт теле уҡытыусыһы Әнисә Мәхмүтова мәҙәниәткә, әҙәбиәткә ҡағылышлы мәҡәлә табып килтереп, йөкмәткеһен белеүҙе талап иткәс, "Башҡор­тостан пионеры", "Совет Башҡортостаны", "Ле­нин­сы", "Ағиҙел"де алдырырға, уҡыр­ға мәжбүр булдыҡ. Педа­гог­тарыбыҙ, ата-әсәбеҙ тырышлығы һөҙөмтәһе шул: милли матбуғаттан һис ҡасан айырылманыҡ.
Мин, сит ил матбуғатын күҙәтеп барған кеше булараҡ, шуны әйтә алам: башҡорт журналистикаһы уҡыусы зауығына, аң-кимәленә, талабына яуап бирерлек кимәлдә көслө. Уҡыусыны бөгөнгө заман шартына яраҡлаштырыу, аҡса эшләү, дини тәрбиә, сәнғәт, фә­һемле мәҡәләләр – бөтәһе лә бар. Халҡыбыҙ тормошон камиллаштырыу, тән һәм йән сәләмәтлеге өсөн иҡтисадты үҫтереү менән бер рәттән, туған телде, моңдо белеү, милли матбуғатты уҡыу зарурлығын иҫтән сығармайыҡ, ағай-эне!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә