23.01.2015 Тормош – үҙе мөғжизә! Быны күрә белгән кешегә
Бәхетле, уңышлы йәш ғаиләнең нигеҙ ташы ниндәй ҡиммәттәргә таянып һалына, ҡатмарлы ла, ҡаршылыҡлы ла заманда ошо ҡиммәттәрҙе һаҡлап алып ҡалыуға ниндәй көс-ҡөҙрәт кәрәк, ғаилә ҡәлғәһен яҡлауға кем күберәк өлөш индерергә тейеш – Рузидә һәм Рөстәм Ғәйфуллиндар менән һөйләшеүебеҙ ошо хаҡта.
Рузидә менән Рөстәм Ғәйфуллиндарҙың бала сағы бер үк ауылда үтә, яҙмыштары ла оҡшаш. Ҡыҙҙың атаһы 36 йәшендә генә ҡаты ауырыуҙан вафат булғас, әсәһе өс бала менән тороп ҡала. Тырыш ҡатын балаларына етемлек төҫө күрһәтмәй, тейешле белем һәм тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығара. Рөстәмдең дә атаһы, дүрт баланы ярты етем итеп, иллеһен уҙғас, яман сирҙән баҡыйлыҡҡа күсә. Шуға күрә Рузидә, атайлыҡ бурысын да үҙ иңенә һалып, тормошҡа зарланмай ғаилә йөгөн тартҡан әсәһе менән ҡәйнәһенә иң матур һүҙҙәрен йәлләмәй, тик рәхмәт уҡый, уларға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләй.
Башҡорт ҡатындарына хас тәүәккәллеге Рузидәнең ҡулына еңел автомашина рулен тотторған, улай ғына ла түгел, заман ауырлыҡтары ла, бала ғына сағында атайһыҙ ҡалыуы ла уны сыныҡтырған, йөрәгенә ғәм һәм сәм һалған. Йәш ҡатындың фекер ҡеүәһе тос, әйтер һүҙенең бәҫен дә, көсөн дә белә. Ғаиләһен үҙенең ышыҡланыр, тормош ҡар-бурандарынан һаҡланыр ҡәлғәһе тип ҡабул итә, тормош иптәше – ошо ҡәлғәне төҙөүсе, уларҙы ҡурсалаусы, ә балаҡайҙары – илһам, көс-ҡеүәт сығанағы.
– Шөкөр, ауылыбыҙҙа уңған ғаиләләр күп, йәштәр матур итеп донъя көтөргә, булмағанын булдырырға тырыша. Бына тигән мәктәп бар, балаларға ныҡлы белем бирерҙәй уҡытыусылар коллективы тупланған, һуңғы йылдарҙа ауылда йәш ғаиләләрҙә сабыйҙарҙың артыуы күҙәтелә, тимәк, мәктәп ябылмаясаҡ, эшләйәсәкбеҙ, тип ышанабыҙ. Ауылымды яратам, тырыш, ғәҙел, намыҫлы ауылдаштарымды тәрән ихтирам итәм, – ти Рузидә. – Тормош көткәндә төрлө саҡтар була, йәшермәйем. Бер-береңде аңламай, һүҙ бирмәй, ишетмәй китәһең. Кемделер еңергә тырышаһың. Туй ваҡытында әйтелгән матур теләктәр ҙә онотола. Шулай ҙа ҡатындарҙың, әсәләрҙең барыһы өсөн дә ғаиләгә «йәшел йылан»дың оялауы иң ауыры, иң ҡурҡынысылыр. Шуны әйтә алам: ғаиләмдә ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, әллә ни тормош тәжрибәм булмаһа ла, әйберемде төйнәп, балаларымды елтерәтеп әсәйемә ҡайтып йөрөмәҫкә аҡылым, сабырлығым етте. Барыһын да йөрәк ҡушыуы буйынса эшләнем. Әйтәйек, бөгөн ҡайттым ти, иртәгә лә ҡайтырмын, аралар һыуыныр, унан һуң мин кемгә кәрәкмен? Балалар ҙа атайһыҙ ҡалыр... Әллә үҙемдең ныҡлығым еңде, әллә Рөстәмемдең аҡылы етте, барыбер нисектер бергә-бергә йырып сыҡтыҡ ҙур бәләне. Шөкөр, тормошобоҙ яйға һалынды…
Йәш ҡатын, аҡ ҡағыҙға инша яҙған кеүек, үҙенең тормош юлын нисек бар, шулай – асыҡтан-асыҡ һөйләй. Сабырлыҡ, ихтирам, ғаилә усағы тураһында һүҙ сыҡҡас, Рузидәнең ире Рөстәм дә бик күп ғаиләне пыран-заран килтергән, балаларҙы атайлы, әсәйле көйө етем иткән заман сире – эскелек тураһында үҙ фекере менән бүлешмәй түҙмәне:
– Эскелек юлына төшөүе генә еңелдер, ә унан сығыу бик ауыр. Тиҙ арала ҡаты сир йәнгә оялай, тәнде зәғифләй, шуға күрә иҫерткес эсемлектәргә йоғонмауың хәйерле. Бер мәл мин дә әҙерәк яңылышып алдым, әммә тиҙ үк аңыма ҡайттым, ғаиләмдең, беҙҙең өсөн йән атып торған ҡатынымдың, балалар, тип янып-көйгән әсәйҙәребеҙҙең, туғандарыбыҙҙың, ошо матур тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәндем. Яңыраҡ эсеп иҫерешеп ултырған йәш ирҙәр табынына юлыҡтым. Өйҙәрендә балалары, ҡатындары көтә бит инде. Әйтеп тә, өгөтләп тә, ҡайһы берҙәрен әрләп тә ташланым. Йәш ғүмерҙәрен бушҡа уҙғарыуҙары йәл, балаларының атайҙарына иркәләнеп, арҡаланып үҫә алмауы ҡыйын, емерелгән кәртә-ҡураларын, етемһерәп ҡалған өйҙәрен күреү аяныс... Йүгереп кенә йөрөп донъя көтөргә кәрәклеген, айныҡ, сәләмәт йәшәү рәүешенең бөтә матурлығын, сағыулығын аңлаһаң, ғаиләңдең беренсе урында тороуына күҙең асылһа, яман ғәҙәттән ҡотолоуы бер ни ҙә түгел. Рузидә әйтмешләй, тырышһаң, ҡаршы торорлоҡ бер нәмә лә юҡ. Баш эшләй, дүрт һаның теүәл икән, әйҙә, төҙө, ҡор, йүнлә генә. Бына бит, балаларым, ҡатыным минең өсөн өҙөлөп тора, ҡыҙым да, улым да, эштән арып ҡайтһам да, иркәләнеп туя алмайҙар. Ни йөрәгең етеп балаларыңдың көлөп торған йөҙҙәрен, йылы өйөңдө, уңған ҡатының бешергән тәмле икмәк тәмен ағыулы шыйыҡсаға алмаштыраһың?! Армиянан ҡайтҡас та, әле кәләш алмаҫ борон, йүнсел, ирҙәрсә эшсән әсәйемдең кәңәшен тотоп, ошо өйөбөҙҙө һалғайным. Өйҙө мал ярҙамында ҙурайтып ебәрҙек, ҡалалағы кеүек итеп бөтә уңайлыҡтарҙы ла йортҡа индерҙек, балаларға айырым бүлмәләр төҙөп йыһазланыҡ. Ҡатынымдың уҡытыусылыҡ эше күп ваҡытын алһа ла, ул таң һарыһы менән тороп, һыйырҙарын һауып, һөтөн эшкәртергә лә өлгөрә. Икмәкте лә үҙем һалам, тип торғас, мейесте яңынан сығарттырҙыҡ. Ултырған еребеҙ иркен, ҡатыным менән ҡыҙым икәүләшеп баҡса тултырып йәшелсә, сәскә үҫтерә, төрлө матур һындар, уйынсыҡтар эшләп ултырта. Буш сағымда мин дә ҡушылып китәм – ҡыҙыҡ бит!
Йәш ирҙең, ике бала атаһының, ғаиләһе менән ғорурланып, йорттарының гөлдәй булып килеүендә һәр береһенең өлөшөн ғәҙел күрһәтеп һөйләгәнен тыңлап ултырыуы – үҙе бер кинәнес. Рузидәнең мейестән икмәк алыуын Рөстәме лә, ҡыҙҙары Айгүзәл дә, хатта уйнауынан туҡтап, башын ҡырын һалып, өс йәшен тултырып килгән Арыҫлан да һөйөнөп күҙәтә. Әйткәндәй, йомшаҡ тәбиғәтле, йөҙөнән йылмайыу китмәгән Рөстәм балаларына исемде үҙе һайлап ҡуштырған. Ошо хаҡта ла ҡатыны Рузидә бик матур итеп әйтеп ҡуя:
– Балаларымдың көн дә көслө атайҙары ҡосағына һыйынып, унан һөйөлөп, уға иркәләнеп үҫеүе ныҡ мөһим. Донъя ҡорғанда ла, кәңәшкә лә атай кәрәк. Атайҙың һүҙе лә, йылы ҡарашы ла ныҡ кәрәк икән ул тормошта. Ирем ағас та ултыртты, өй ҙә һалды, ул һәм ҡыҙ ҙа үҫтерә.
Фекерен дауам итеп, ярай әле терәккә әсәйҙәребеҙ бар, тип, әңгәмәсем тағы ҡат-ҡат иң ғәзиз кешеләренә рәхмәт әйтә. Етеш тормошта иркенләп йәшәүебеҙҙә уларҙың икеһенең дә өлөшө ҙур, ярҙамы күп, ти. Ысынлап та, балалары өсөн үҙҙәрен йәлләмәгән әсәйҙәргә рәхмәттән башҡа ни әйтәһең?!
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, ти халыҡ мәҡәле. Ғәйфуллиндар ғаиләһе көндө төнгә ялғаған эштең тәмен белеп, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған. Иркен мал аҙбарында дүрт һыйырға, башмаҡ һәм быҙауҙарға урын етерлек. Трактор һатып алғас, бесән әҙерләү, утын ташыу күпкә еңеләйгән. Йәшелсә баҡсаһын тултырып сәскән картуф уңышын йыл һайын ҡалаға алып барып һатып, байтаҡ килем алалар.
Ауылда, районда үткәрелгән сараларҙан да ситтә ҡалмай йәштәр. Былтыр район-ҡала кимәлендә ойошторолған «Атай, әсәй һәм мин – экология яҡлы ғаилә» конкурсында Ғәйфуллиндар икенсе урын алған. Рузидә «Йыл уҡытыусыһы – 2014» конкурсында ла көсөн һынап ҡарай. Ғаиләләре менән йыр-моңға ғашиҡтар. Күпләп милли баҫмалар, файҙалы йөкмәткеле журналдар алдырып уҡыйҙар, бер яңылыҡтан да ситтә ҡалмайҙар. Рузидә уҡыусыларын да гәзит-журналға мәҡәләләр яҙышып торорға, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға өндәй. Йәш ғаилә йәйҙәрен, хужалыҡ эштәренән арынып, дуҫтары, туғандары менән Башҡортостандың гүзәл мөйөштәренә барып ял итеүҙе матур йолаға әйләндереп бара.
Ауылдарҙа Ғәйфуллиндар кеүек тормоштоң ҡәҙерен белгән, матур йәшәп, башҡаларға өлгө күрһәткән йәш ғаиләләрҙең артыуы һөйөнөслө. Атаһы ярып өйгән тауҙай утын өҫтөнә менеп ултырып, беҙгә ҡул болғап ҡалған Арыҫландың да бер мәл килеп уҡ юнасағына һис бер шик юҡ.
Зилә АБЗАЛОВА.
Белорет районы.