23.01.2015 Ҡасҡындар беҙҙә лә булған 2
«Ҡасҡын ҡатындары», «Йәшлек», N1, 9 ғинуар, 2015 йыл.
«Йәшлек»тең 1-се һанында Мөҙәрис ағай Багаевтың «Ҡасҡын ҡатындары» тураһындағы мәҡәләһен уҡып сыҡҡас та, үҙебеҙҙең яҡтарҙа элек йәшәгән Абдулла исемле ҡараҡ, ҡасҡын һәм ҡурҡыныс енәйәтсе тураһында һөйләнелгән хәтирәләр иҫемә төшөп, шуларҙы яҙып ебәрергә булдым. Был кеше тураһында беҙҙең яҡтарҙа хәҙер инде легендаға әйләнгән күп кенә иҫтәлек йәшәй. «Ҡараҡ» тиеүҙән бигерәк, уны «ҡасҡын» тип атау дөрөҫөрәк булыр ине, моғайын. Сөнки ул, төрмәнән ҡасып ҡайтып, беҙҙең Баймаҡ, күршеләге Әбйәлил райондары ауылдарында властарҙан йәшеренеп, ҡасҡын булып йөрөгән. Абдулла ҡасҡын тураһында мәғлүмәттәрҙең крайҙы өйрәнеүселәрҙә, тарихсыларҙың хеҙмәттәрендә барлығын ишетергә тура килһә лә, миңә уларҙы табып уҡырға тура килмәне. Ә инде мәҡәләмдә фәҡәт үҙ ҡолағым менән бер ауылдаш олатайҙан (ул күптән инде мәрхүм) ишеткән факттарҙы ғына килтерәм. Шуға күрә яҙмамда бәхәсле һәм дөрөҫлөккә тап килмәҫтәй урындар булһа, крайҙы өйрәнеүселәр һәм тарихсылар мине ғәфү итһен. Хикәйәләү олатай һөйләгәндәр буйынса үҙгәртеүһеҙ бирелә.
Абдулла ҡараҡ тураһында белгәндәрем
Мин сығышым менән Ҡуянтау ауылынан. Абдулла ҡараҡ тураһында бәләкәй сағымдан ишетеп үҫтем. Үҙен ул саҡта күрергә тура килмәһә лә (хәйер, үҫмер сағымда бер күрергә тура килгәйне инде), ерле халыҡ ауыҙынан уның хаҡында береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ хәбәрҙәрҙе ишеткеләй торғайныҡ. Мәҫәлән, уның үҙ ҡулы менән 62 кешене үлтереүе генә лә сәс үрә торорлоҡ мәғлүмәт ине. Уны ошо хәлдә бик ҡурҡыныс, аңғармаҫтан юлында тап булһаң, мотлаҡ һинең йәнеңде алып китәсәк бер ғазраил итеп күҙ алдына килтерә торғайныҡ. Бер беҙ генәме, унан бар халыҡ ҡурҡып йәшәне. Ата-әсәләр бикләр ерҙә әйберен бикләп, бала-сағаһын урамға сығармай тотто. Халыҡ яңғыҙы урман-ҡырға йөрөмәҫ булды. Бигерәк тә кисен, сөнки Абдулла ҡараҡтың беҙҙең ауылға килеп йөрөгәнлеге билдәле ине. Ҡараҡ һәм ҡасҡын булғанға күрә ул ауылға төндә килеп, таң алдынан китеп юғалыр булған. Шул арала ла үҙенең ҡара эштәрен башҡарып киткән, тип һөйләйҙәр ине. Әлбиттә, уны милиция туҡтауһыҙ эҙәрлекләгән, әммә үҙе тотолғанға тиклем был операциялар уңышһыҙ булған. Былары инде айырым тарих.
Абдулла ни өсөн ҡараҡ булып киткән?
Абдулланың ҡараҡ булып китеүе үткән быуаттың колхозлаштырыу осорона тура килә. Башҡалар менән бер рәттән, ул да арымай-талмай тыуған колхозы өсөн тир түккән, тирмәнгә ашлыҡ ташыуҙа ҡатнашҡан. Көндәрҙең береһендә Абдулла сираттағы тапҡыр ашлыҡты тирмәнгә алып барып, он итеп һалдырта. Бына шунда ондоң 2 килограмм тирәһеләй өлөшө тулмай, йәғни нормаға етмәй ҡала. Быны күҙәтеп торған колхоз рәйесе Ғәлиәскәров менән агент Сәғәҙәтов атлы кешеләр, ондо һин урлағанһың, тип Абдуллаға күрәләтә юҡ ғәйепте таға. Он он инде ул, елгә осоп та, ергә түгелеп тә ҡалыуы ихтимал. Бәлки, үлсәгән саҡта ниндәйҙер хата ебәрелгәндер. Нишләйһең, яҡлаусылар ҙа, килтерерлек дәлилдәр ҙә юҡ. Бигерәк тә хәтәр заман. Ике кило түгел, ике ус иген сәлдергән өсөн дә кеше башын ашаттырған ваҡыт. Ҡыҫҡаһы, Абдулланы, ҡараҡлыҡта ғәйепләп, Йылайыр төрмәһенә ултырталар. Тик күпмелер ваҡыттан һуң ул төрмәнән ҡаса һәм, эҙәрләүҙәрҙән йәшеренеп, район ауылдарында, уларға яҡын урман-ҡырҙарҙа көн итеп йөрөй башлай. Кемдәрҙер раҫлауынса, Абдулла бер үҙе генә түгел, ә үҙе ише ҡасҡындарҙан ҙур ғына бер төркөм төҙөп алған һәм ул, ошо төркөмө менән юлаусыларҙы талап, үҙенә дошман булыусыларҙы ҡырып йөрөй, имеш. Улар бик оҫта йәшеренә белә, хатта милиция эттәре лә эҙ ала алмай икән.
Ҡыҙыу бесән осоро. Барса халыҡ Ҡыҙылташ тигән ерҙә колхоз өсөн бесән әҙерләү эше менән мәшғүл. Тап ошо саҡта, бесән өҫтөнә, үҙенең һыбайлы төркөмөн эйәртеп, Абдулла ҡараҡ килеп сыға. Килеп сыға ла ҡасандыр үҙен төрмәгә ултыртҡан рәйес Ғәлиәскәровты нагандан атып үлтерә. Агент Сәғәҙәтовҡа ғына нисектер теймәй. Шунан нисек ҡапыл килеп сыҡҡан, шулай йәһәт кенә күҙҙән дә юғала. Бына шулай итеп ул үҙенә ҡаршы булыусыларҙан үс алып йөрөгән, тиҙәр. Алтмыштан ашыу кешене үлтереп китеүе лә шуға бәйлелер, күрәһең.
Абдулла ҡараҡ менән осрашыу
Был осрашыу бөгөнгөләй күҙ алдымда тора. Ул саҡта мин инде 12 – 13 йәштәр тирәһендәге үҫмер инем. Бер көн атайым менән ат егеп алдыҡ та урманға утын әҙерләргә киттек. Бүреле яланы буйлап барған саҡта ҡапыл көтмәгәндә ҡолағыбыҙға әсе һыҙғырыу ишетелде. Кинәт атайымдың ағарынып, ҡулынан дилбегәһенең арбаға төшөп китеүен күреп, эштең ниндәй хәтәр икәнен мин дә аңланым. Бер аҙҙан беҙҙе бер таныш түгел һы-байлы ҡыуып етте. Урта буйлы, киң яурынлы, уҫал ҡарашлы әҙәм ине. Атайым менән күрешеп, беҙҙең ҡайҙан икәнде һорашты ла ҡапыл әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе. Шул саҡ беҙҙе төрлө яҡлап күп кенә һыбайлы уратып алды. Барыһы ла баштан-аяҡ ҡоралланған, мылтыҡ-ҡылыстары ҡояшҡа ялтырап тора. Һәм барыһы ла – бер иш ҡара йөҙлө, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ҡурҡыныс сырайлы ят кешеләр. Беҙҙе улар бик диҡҡәт менән күҙәтә, ҡайһы берәүҙәре беҙ аңламаған телдә үҙ-ара ниҙер һөйләшә ине. Ә баяғы кеше тегеләргә боролдо ла, атайыма төртөп күрһәтеп: «Бына был ағай менән таныш булығыҙ, уға теймәгеҙ. Ул һәйбәт кеше. Әгәр тейһәгеҙ, үлемегеҙ ми-нең ҡулдан булыр», – тип иҫкәртте. Унан беҙгә: «Һеҙ беҙҙе бында күрмәнегеҙ һәм белмәнегеҙ ҙә, аңлашылдымы?» – тине. Шунан ҡысҡырыша-һыҙғырыша сабышып, ҡуйы урман эсенә инеп юғалдылар. Беҙ бер килке иҫебеҙгә килә алмай ултырҙыҡ. Тик күпмелер ваҡыттан һуң ғына атайымдан быларҙың кем-дәр икәнен һорашырға баҙнат иттем. Атайым тирә-яғына ҡарана-ҡарана шым ғына тауыш менән тик шуны ғына әйтте: «Абдулла ҡараҡ».
Абдулланың властарға бирелеүе
Абдулла ҡараҡтың енәйәттәре артҡандан-арта бара, әммә уның үҙен бер нисек тә тота алмайҙар. Төрлө сығанаҡтарҙан уның беҙҙең райондың Таулыҡай, Ҡуянтау ауылдары, күршеләге Әбйәлил районының Ҡырҙас, Буранғол, Ҡаҙмаш ауылдары тирәһендә йәшеренеп йөрөгәнлеге билдәле була. Ерле халыҡ раҫлауынса, уның ошо ауылдарҙа һөйәркәләре булған. Ҡаҙмаш ауылындағы һөйәркәһе уны милицияға тоттора ла инде. Ә хәл былай була. Был ҡатындың бер ҡустыһы ниндәйҙер эш боҙоп төрмәлә ултырған. Милициялағылар уға Абдулланы тотоп биреүҙә ярҙам итһә, ҡустыһын ваҡытынан алда төрмәнән азат итеүҙе вәғәҙәләй. Был арала ауыл тирәләй көслө күҙәтеү ҡуйыла, ҡатындың йорто йәшерен рәүештә боҫҡон ҡорола. Бер көндө кискә ҡарай Абдулла ҡараҡ әлеге ҡатынға килә. Ул гел артҡы урам яғынан кеше-ҡара күҙенә күренмәҫкә тырышып йөрөгән. Менеп йөрөгән атын да ул-был була ҡалһа тиҙ генә тайыу өсөн артҡа бәйләп ҡалдырыр булған, тиҙәр. Уның килеүен боҫҡонсолар күреп ята һәм бөтәһе лә алдан әҙерләнгән план буйынса ойошторола. Ҡатын мул итеп табын әҙерләй, мунса яғып ҡуя һәм Абдулланы төрлөсә юхалап уның алдында һырпалана, әүрәтә. Ҡараҡ уны-быны һиҙмәй, бәлки, ниҙер һиҙенгән дә булғандыр, мәгәр һыр бирмәй. Ул һыйланған арала теге ҡатын: «Мунсаны артыҡ ҡыҙыу яҡҡанмын, ахыры, һалҡын һыу өҫтәп, ҡарап инмәй булмаҫ», – тигән һылтау менән тышҡа сыға һәм, билдәле, ҡабат өйгә инмәй. Был инде боҫҡонда ятҡан милиционерҙарға шулай үҙенсәлекле сигнал була. Ҡалған эш улар ҡулына тапшырыла. Ләкин өй төрлө яҡлап уратып алынған булһа ла, Абдулланы тиҙ генә тотоп алырға баҙнат итмәйҙәр. Сөнки күптәрҙең йәнен алған, ҡанға-үлемгә иҫе китмәгән, теләһә ниндәй кешене себен урынына күрмәй һытҡан баштан-аяҡ ҡораллы был ҡурҡыныс енәйәтсенән төрлө нәмә көтөргә мөмкин. Һәм, әлбиттә, һәр кемгә лә йән ғәзиз. Тағы шуныһы: енәйәтсене тереләй ҡулға алырға бойороҡ бирелгән. Абдуллаға, ҡоралдарын тапшырып, үҙ ирке менән бирелергә ҡушалар, әммә тегеһе сыҡмай. Асыҡ ишек аша: «Инегеҙ, мине өйгә инеп алығыҙ», – тип яуаплағаны ғына ишетелә, ти. Ысынмы-бушмы, әммә бындай үҙ-ара һөйләшеүҙәр кистән таңға хәтлем дауам иткән, тиҙәр. Ниһайәт, милиционерҙар өйгә инергә баҙнат иткән һәм шундай күренешкә тап булған. Абдулла, өҫтәл артында бер ҡулы менән башына таянып, эре генә ҡиәфәттә ултыра. Өҫтәлгә мылтығын, ҡылысын, наганын һәм оҙон бысағын сығарып теҙеп һалған. Үҙе тыныс ҡына тауыш менән, мыҫҡыллы йылмайып: «Инегеҙ, инеп алығыҙ, тинем бит бая уҡ», – тип һөйләнә икән. Бер аҙҙан Абдулла ҡоралдарын тәҙрә аша тышҡа ташлай һәм тик шунан һуң ғына уның ҡулына бығау кейҙерәләр. Абдулланың власть ҡулына бирелеүе ошолай була. Кемдәрҙеңдер раҫлауынса, ул үҙе ҡылған енәйәттәренән тамам арыған һәм бының артабан да шулай дауам ителеүенең мөмкин булмаҫын аңлап бирелергә булған, имеш. Ҡасандыр үҙе етәкселек иткән төркөмө күптән тарҡалған, иптәштәренең ҡайһы берҙәрен тотоп алғандар, ә ҡайһы берҙәренең башына Абдулла үҙе еткән, тип тә һөйләнеләр.
Абдулланы көслө һаҡ аҫтында район үҙәгенә алып китәләр. Ошонан алып уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Халыҡ араһында уның тураһында төрлө фараздар йөрөнө. Имеш, Абдулланы һөргөнгә оҙатҡан саҡта ҡасырға маташҡаны өсөн атып үлтергәндәр, йә төрмәгә эләккәс, үҙ башына үҙе еткән һәм башҡалар. Ә илленсе йылдар аҙағында миңә сала-сарпы ғына уның этап буйынса алыҫ Камчаткаға оҙатылғанлығы хаҡында ишетеп ҡалырға тура килде. Белмәйем, артабан уның менән нимә булғандыр – миңә билдәһеҙ.
И. САФИУЛЛИН.
Баймаҡ ҡалаһы.
Башта билдәләп үтелгәнсә, мәҡәләлә килтерелгән факттар документаль түгел, былар бары тик олатай һөйләгәндәргә нигеҙләнгән. Шуға күрә лә бәхәсле урындар булыуы мөмкин. Тик былары инде айырым һөйләшеү. Шуныһы асыҡ: һәр заманда ла ҡасҡындар булған. Тарихыбыҙға бер күҙ һалыу ҙа етә. Бейеш, Буранбай ҡасҡындар тураһында халыҡ телендә йырҙар һәм риүәйәттәр йөрөй. Әлбиттә, бер яҡтан, улар менән Абдулла ҡараҡты сағыштырып, тиңләштереп булмай, сөнки яҙмыш-булмыштары төрлөсә. Әммә, минең уйлауымса, уларҙы сәйәси ғәҙелһеҙлеккә ҡарата нәфрәт берләштерә. Шул уҡ Бейеште, Буранбайҙы һәм Абдулланы, юҡ ҡына ғәйептәрен тауҙай күреп, бер сәбәпһеҙгә хөкөм итәләр. Шунлыҡтан да улар һөргөндән ҡасып ҡайтып, ысын ғәҙеллек өсөн көрәшеп йөрөгән. Властар уларҙы «ҡараҡ», «ҡасҡын» һәм «енәйәтсе» тип яманлаһа ла, туған халҡы «батыр» тип атап йөрөткән. Абдулла ҡараҡтың да, ихтимал, батырлыҡ сифаттары булғандыр. Бары тик күп кешенең башына еткәнлеге, талау юлына баҫҡанлығы ғына уны ҡурҡыныс енәйәтсе итеп һүрәтләй. Миңә ҡалһа, ул ҡайһы яғы менәндер билдәле шағир Ғәлимов Сәләмдең «Шоңҡар» поэмаһындағы бур Әхмәтте хәтер-ләтеп ҡуя. Бәлки, ул да Әхмәт кеүек дөрөҫлөккә, ғәҙеллеккә ҡайһы һуҡмаҡ менән барырға белмәй ыҙаланғандыр һәм шунлыҡтан да ирекһеҙҙән енәйәт юлына баҫҡандыр.