RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауыл мәҙәниәт йорттарының хәле нисек?

16.01.2015 Ауыл мәҙәниәт йорттарының хәле нисек?

Шаулап-гөрләп, матур сараларға, иҫтәлекле ваҡиғалар­ға һәм яңы асыштарға бай Мәҙәниәт йылы тамамланды. Башҡарылған эштәр барланды, иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр билдәләнде. Ҙур ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә йәшәүселәр йылдың әһәмиәтен, һөҙөмтәһен, файҙаһын күреп һәм тойоп белде. Сөнки йыл дауамында театрҙар, музей­ҙар, мәҙәниәт һарайҙары, китапханалар яңынан-яңы проекттар сығарып, ҙур саралар ойоштороп торҙо. Ә ауылда Мәҙәниәт йылы нисек үтте?
Ауыл халҡы өсөн берҙән-бер мәҙәни усаҡ булған мәҙәниәт йорттарының хәле нисек?

Гүзәлиә ӘМИРХАНОВА, Мәләүез районының Аптраҡ ауылы:
– Ауыл советы биләмәһендә бик күп мәҙәни сара уҙғарылды, ауылдаштарым, яҡташтарым күңеленә рухи орлоҡ, өмөт һалынды, яҡты уй-хистәр тыуҙы, күңелдәр ҡанатланды. Ғәзиз ауылымда ла милли рух менән һуғарылған мәҙәни саралар күп булды. Гүзәл Ағиҙел йылғаһы буйында бар халыҡты йыйған “Иҙел яры” байрамы шаулап үтте. Ауылымдың “йөҙөк ҡашы” һаналған “Аҫылташ” ансамбле “Шәл бәйләнем” байрамын күрһәтеп ҡыуандырҙы. Тарихи Көнгәк тауы итәгендә урынлашҡан Томансы ауылында йыл да ҡабатланып килгән йола буйынса ойошторолған “Көнгәк” байрамы барыһын да рухландырҙы, тарихҡа, үткәндәргә, изге башҡорт йолаларына кире әйләнеп ҡайтырға, уйланырға мәжбүр итте. “Уйна, гармун!” конкурсында әүҙем ҡатнашып, Аптраҡ ауылы Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Үҙ халҡына тоғро ҡалған, бик күп мәҙәни сара үткәреүҙә булышлыҡ иткән өсөн Аптраҡ ауыл мәҙәниәт йорто директоры Риф Нәзметдиновҡа, Суфия Халиҡоваға һәм, әлбиттә, ауылымдың йыр-моңға маһир, уңған халҡына ауылдаштарым һәм үҙемдең исемдән рәхмәт белдерәм.

Әлфирә АЙЫТБАЕВА, Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылы:
– Үткән йыл беҙҙең өсөн бай йөкмәткеле булды. Районыбыҙҙа иғлан ителгән проекттар буйынса эш алып барылды. Мәҫәлән, ауыл биләмәләре араһында өлкән йәштәгеләр өсөн үткәрелгән “Ҡартаямы ни һуң йөрәк?” исемле фестивалдә ҡатнаштыҡ. Ә сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүгә 60 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған “Здравствуй, земля целинная!” смотр-конкурсында ауылыбыҙ менән ҡатнашып, гран-при яуланыҡ. Үҙебеҙҙең ауыл халҡы өсөн спектакль, концерттар күрһәтелде. Балалар өсөн китапхана хеҙмәткәре менән берлектә ҡурсаҡ театры ойошторолдо һәм ул быйыл да үҙ эшен дауам итә. Ноябрь айында “Ижад тамырҙары тыуған ерҙә” акцияһы сиктәрендә БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Ә. Айытбаевҡа таҡтаташ асылды. Уның һәм үҙ заманында районыбыҙҙың билдәле ҡурайсыларының береһе булған Н. Мусиндың иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтте.

Мәҙинә ИШМОРАТОВА, Бөрйән районы:
– Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре быға тиклем үткәрелмәгән байрам-сараларҙы хәлдән килгәнсә ойошторорға тырышты. Ауылыма йыш ҡайтырға мөмкинлек юҡ, байрам һәм ял көндәрендә генә юл төшә. Бына шунда һиҙелде лә инде үҙгәрештәр. Афишаларҙы күреп, башта әҙерәк аптыраным. Тик был һөйөнөслө күренештәр үткән йылда ғына ҡалмаһын, ә артабан да дауам итһен ине.

Фәнил АҠНАЗАРОВ, Ишембай районының Әхмәр ауылы:
– Ауыл мәҙәниәт йортона мине мөдир итеп нәҡ Мәҙәниәт йылына аяҡ баҫыр алдынан тәғәйенләнеләр. Ә бындай эштә эшләр өсөн, таланттан тыш, ойоштороу эшендә оҫталыҡ һәм ауыл халҡы менән уртаҡ тел таба белеү ҙә мөһим. Эште, әлбиттә, үҙемдең һөнәремдән – бейеү коллективы туплауҙан башланым. 24 баланы берләштергән “Сатҡылар” ансамбле менән район кимәлендә үткән конкурста еңеү яуланыҡ. Китапханасы Әлмира Насирова, ойоштороусы Шәүрә Ҡолмөхәмәтова һәм техник хеҙмәткәр Раушания Хәкимғужина менән бергәләшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп, килешеп эшләгәнгә лә хеҙмәтебеҙ күренә. “Әхмәри” фольклор ансамбле бик әүҙем эшләй, унда 35 йәштән 65 йәшкә тиклемге талантлы ауыл халҡы йөрөй. Йыл аҙағында театр түңәрәге үҙ эшен башланы, оҙаҡламай Наил Ғәйетбаевтың “Аты барҙың дәрте бар” комедияһын сәхнәгә сығарасаҡбыҙ. Ә БР Мәҙәниәт министрлығы һәм район хакимиәте ауыл халҡын ҙур бүләк менән ҡыуандырҙы – мәҙәниәт йорто бинаһының ҡыйығы алмаштырылды, тулыһынса төҙөкләндереү эштәре үтте. Эш урыныбыҙҙың йылы, матур булыуына ҡыуанып, ошо күңел үҫешен һүрелдермәй, киләсәктә лә ҙур эштәр башҡарырға, ауыл халҡы менән бергәләп эшләргә ниәтләйбеҙ.

Г. ҠЫУАТОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә