26.12.2014 Президент шыршыһында 780 бала ҡатнашты
Бөтә республиканан саҡырылған уҡыу алдынғылары һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар өсөн Президент шыршыһы быйыл «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.
Баш ҡалаға күңелле байрамға килеүсе 800-гә яҡын уҡыусының кемеһе уҡыуҙа, кемеһе спорт ярыштарында, бейеү һәм йыр конкурстарында, кемеһе олимпиада һәм фестивалдәрҙә уңышҡа өлгәшкән. Шулай уҡ «Мәрхәмәт» хәйриә ойошмаһы саҡырыуы буйынса килеүселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең балалары, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгәндәр бар ине.
Тантанала ҡунаҡтарҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡаршы алды. Дәүләт концерт залы фойеһында улар әкиәт персонаждары менән күңел асты. Байрамса кейенгән балалар шыршы тирәләй әйләнде, шиғыр һөйләне, йырланы, бейене.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов уҡыусыларҙы Башҡортостан Президенты исеменән етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы. Ул, төбәгебеҙҙең иң-иң яҡшы балалары йыйылған сараның бик әһәмиәтле булыуын, өлкәндәрҙең уны мөмкин тиклем сағыуыраҡ әҙерләргә тырышыуын билдәләп, республикала балалар өсөн күп нәмә эшләнеүен, артабан да шулай дауам итәсәген белдерҙе.
Балалар «Тылсымлы мәрйен» тигән музыкаль әкиәт тә ҡараны, бүләктәр алып ҡыуанды. Уларға Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» китабын тапшырыу ҙа юҡҡа түгелдер. Һәр бала өй йәме булырға хоҡуҡлы. Йәнә лә китап уҡып үҫеү балаларҙың күңел байлығын, тормошҡа ҡарашын киңәйтә.
Әйткәндәй, Президент шыршыһы яңыртылған «Нефтсе» мәҙәниәт һарайындағы тәүге ҙур сара булды.