26.12.2014 Волга – Янцзы хеҙмәттәшлеге нығый
Рәсәй һәм уның төбәктәре һуңғы йылдарҙа Ҡытай менән бәйләнешен нығытҡандан-нығыта. Башҡортостан да был йәһәттән әүҙем эшләй – Ҡытай провинциялары менән байтаҡ килешеү төҙөгән.
Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиты барышында ҡатнашыусыларҙың Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре менән осрашыуы күҙаллана. Һүҙ “Волга – Янцзы” форматындағы, йәғни Волга буйы федераль округы төбәктәре һәм Янцзы йылғаһының юғары, урта ағымы провинцияларының сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлеге хаҡында. Ул былтыр башланғайны. Ошо көндәрҙә лә яҡтар осрашып, сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы протоколға ҡул ҡуйҙы.
«Волга – Янцзы» форматында Башҡортостан һәм Янцзы төбәктәре араһында 30 контракт һәм килешеү төҙөлгән. Инвестиция проекттары исемлегенә биш проект һәм республиканан 31 тәҡдим индерелгән. Гуманитар хеҙмәттәшлектең юл картаһында ете сара һәм ике тәҡдим бар.