07.11.2014 «Тормош ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк», –
ти аҡһаҡал, Бөйөк ватан һуғышы ветераны Мөждәбә Ғилметдинов
Дәһшәтле һуғыш бөтөүгә тиҫтә йылдар үтһә лә, уның шаңдауы һаман да онотолмай. Хәтер йомғағын тағатһаң, бөтә илде зар илатҡан һуғыш аянысы бөгөнгөләй күҙ алдына баҫа. Ҙур ҡорбандар, ҡан менән яулап алынған тыныслыҡ еңел бирелмәй. Берәүҙәр тыуған иле өсөн сит-ят ерҙә башын һалһа, икенселәр бөгөнгәсә яу яраларын, һыҙланыуҙарын баҫа алмай, өсөнсөләре иһә хәбәрһеҙ юғалған ғәзиз кешеһен әле лә һағынып иҫкә ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошто ла күрергә өлгөрмәй ут аҫтына ингән элекке йәш, батыр егеттәрҙең күбеһе бөгөн беҙҙең арала юҡ инде. Ваҡыт ҡуласаһы аяуһыҙ, ҡаһарман яугирҙарыбыҙ рәте йылдан-йыл кәмей бара. Шуға күрә лә һәр яҙ һайын Бөйөк Еңеү байрамында ғәрәсәтле һуғыш афәтен үҙ иңендә күтәргән ветерандарыбыҙға арнап, тантаналы байрам саралары уҙғарабыҙ, иле өсөн яу ҡырында башын һалған ҡаһармандарҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Бөгөн тыуған ерен дошман яуынан таҙартҡан һәр һалдаттың хәтирәһе, иҫтәлеге ҡәҙерле. Уларҙың ҡаһарманлығын, илһөйәрлеген киләсәк быуындарға бөтә ысынбарлығында еткереү – изге бурысыбыҙ. Мәҡәләбеҙ геройы – хөрмәтле аҡһаҡал, 17 генә йәшенән дошман илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа ингән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөждәбә Мәғәсүм улы Ғилметдинов.
Мөждәбә Мәғәсүм улы 1926 йылда Әбйәлил районының Ғәбдин ауылында донъяға килә. Биш балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән төпсөк малай күрше Туйыш ауылы мәктәбенә йөрөп, белем ала. Кинйә бала булһа ла, эшкә шәп, тырыш булып үҫә. Мәктәптән тыш, колхоз эшенә сығырға ла, йорт-ҡурала булышырға ла өлгөрә. Дүртенсе класта уҡыған сағында уҡ баҫыуҙа ат менән ер ҙә һөрә, бесәнен дә саба. Байым ауылына бишенсе класҡа уҡырға барғас, һуғыш сығыуы хаҡында ишетә. Белем алырға ниәтләгән кескәй малайҙың хыялы ярты юлда өҙөлөп ҡала. Ул әзмәүерҙәй көслө ир-егеттәрен яуға оҙатып, етемһерәп ҡалған ауылына кире ҡайтырға мәжбүр була. Донъя йөгөн тартыу ҡарт-ҡоро, бала-саға иңенә төшә. Был ваҡытта Мөждәбә бабайҙың иң оло ағаһы Салауат армия сафында хеҙмәт иткән була. Ул шул китеүенән һуғышҡа инә. 1942 йылда Азамат ағаһы ла фронтҡа алына. Ағаларының кесеһе – шул уҡ йылда, ә олоһо 1943 йылда ҡаты яраланып, ауылдарына кире әйләнеп ҡайта.
1943 йылда Мөждәбә Мәғәсүм улы бер төркөм егет һәм ҡыҙ менән элекке Молотов өлкәһенең Березники ҡалаһына ФЗО-ға уҡырға ебәрелә. Көнөнә 500 г икмәк һәм кәбеҫтә һурпаһы менән генә туҡланып, 12 сәғәт эшләгән егеттәр ныҡ асыға, ябыға. Бында астан үлгәнсе, фронтта бер дошманды үлтереп булһа ла үлеүең файҙалыраҡ, тип уйлаған Мөждәбә Мәғәсүм улы, үҙ райондарындағы күрше Әбделғәзе ауылынан Мөхәрләм Вәлиев менән, үҙҙәрен фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, военкоматҡа мөрәжәғәт итә. 17 генә йәшлек егеттәрҙең теләгенә ҡаршы килмәйҙәр. Алты ай хәрби уҡыуҙа булғандан һуң уларҙы 1944 йылдың майында штраф батальоны менән бергә Смоленск, Минск ҡалаларына фронтҡа оҙаталар. Советтар Союзы Маршалы Георгий Константинович Жуков, үтә ябыҡ һәм хәлһеҙ егеттәрҙе күреп, балалыҡтан да сығып бөтмәгән һалдаттарҙы яҡшыраҡ ашатырға, ял иттерергә бойороҡ бирә. Ул ваҡытта кәүҙә ауырлығы ни бары 39 килограмм ғына булған Мөждәбә башҡа һалдаттар менән 17 көн төндәрен траншея ҡаҙа, көндөҙ полктағы ваҡ-төйәк эштәр менән булыша. Нәҡ шул көндәрҙең береһендә төнгө сәғәт икелә немецтарҙың һөжүме башлана. Тирә-яҡта ғәрәсәт ҡуба, бер-бер артлы бомбалар шартлай, кешеләр ҡырыла. Һалдаттар үҙ-үҙҙәрен аямай: “За Родину! За Сталина!” – тип утҡа ташлана. Шартлау һөрөмөнән ер менән күк тоташҡан ошо мәхшәр ваҡытында Мөждәбә бабайҙы ер баҫа. Күпме ятҡанын, үҙен нисек, ҡасан тапҡандарын да хәтерләмәй ул. Бары тик госпиталдә генә аңына килгән йәш һалдат ауыр контузиянан һуң ишетеү һәм һөйләшеү һәләтен юғалта. Шулай итеп, уның өсөн һуғыш тамамлана. Яралы һалдатты тыуған ауылы Ғәбдингә тиклем шәфҡәт туташы оҙатып килә һәм әсәһе ҡарамағына ҡалдырып китә. Контузия шауҡымында бер йыл йөрөй ул. Кешеләр, иҫәр, тип көлмәһен өсөн гел генә халыҡтан ситтәрәк, ҡырҙа, урманда йөрөргә тырыша. Бары тик әсәһе ярҙамында ғына үҙ хәленә ҡайтып, йүнәлеп китә. Ғөмүмән, Мөждәбә бабайҙың әсәһе Орҡоя инәй ауылдарында уңғанлығы, булдыҡлылығы менән айырылып торған ҡатын була. Ваҡытында ҡуянын, бурһығын, балығын да тота, шәл, балаҫ һуға, тире лә эшкәртә. Ошо тырышлығы менән улын аяҡҡа баҫтыра. Яйлап ул һауыға, һөйләшә, колхоз эшенә йөрөй башлай. Һуңғараҡ ғаилә ҡора, өс ҡыҙы һәм өс улы тыуа.
Мөждәбә Мәғәсүм улының орден, миҙалдары ла бик күп. 1982 йылда Мәскәүгә Суворов һәм II дәрәжә Кутузов орденын алырға барғанда Байым ауылынан Хәлим Нафиҡовтың да үҙе кеүек 29-сы уҡсылар полкында хеҙмәт иткәнен белеп ҡайта. Ғәрәсәтле һуғыш ваҡытында яҡташтарға бер-береһенә тап булыу бәхете яҙмай. Яҙмыш еле бер нисә йылдан һуң ғына уларҙы Мәскәүҙә осраштырып, фронтташ булыуҙарын асыҡлай.
Һуғыштан ҡайтып, һауығып алғас, Мөждәбә бабай ең һыҙғанып колхоз эшенә тотона. Оҙаҡ ваҡыт төрлө эштәр башҡарғандан һуң, 20 йыл буйы колхоз умарталығында көс түгә һәм ошо эшенән хаҡлы ялға китә. Уның фиҙакәр хеҙмәтен бөгөн дә районда һағынып иҫкә алалар. Мөждәбә Мәғәсүм улы тыныс тормошта ла һынатмай, маҡтаулы хеҙмәт юлы үтә. Бик күп Маҡтау ҡағыҙына, ҡиммәтле бүләккә лайыҡ була, ял йорттарына, ҙур ҡалаларға экскурсияға юлламалар менән бүләкләнә. Тырыш колхозсы өс йыл рәттән социалистик ярышта еңә. Районда ғына түгел, республикала ла яҡшы умартасы булараҡ дан ала. 1981 йылда 3 тонна 800 кило бал тапшырып, республика буйынса беренсе урын яулай. Бөгөн ҡоролоҡло 1975 йылда тапшырған 1 тонна 600 килограмм балды үҙ ғүмерендә тапшырған иң әҙ бал тип иҫләй ветеран. Колхоз эшенән башҡа көрәш, баҡса үҫтереү менән дә мауыға. Көрәш буйынса һабантуйҙарҙа һәр ваҡыт беренсе урын алып, район батыры булараҡ та таныла. Алсаҡ, кешеләр менән аралашырға яратҡан Мөждәбә Мәғәсүм улының рустар араһында ла дуҫтары бик күп була. Уларҙан баҡсасылыҡ серҙәренә төшөнә. Шуға күрә лә 60-сы йылдарҙа уҡ уның баҡсаһында гөрләп слива, алма кеүек емеш ағастары, йәшелсә үҫә. Йыл һайын Белорет баҙарына 36-шар йәшник помидор, ҡыяр алып барып һатырға ла өлгөрә. Мөждәбә Ғилметдиновтың йәш сағында тағы ла бер яратҡан шөғөлө була – буш ваҡытында һунарға йөрөргә ярата. Үҙ ғүмерендә 11 бүре атып ала, төлкөләрҙең иһә иҫәбе-хисабы булмай. 2-се класта уҡығанда уҡ 264 йомран тотоп тапшырған Мөждәбә бабайҙың шөғөлөн йәштәштәре бөгөн дә, “йомран батшаһы” булдың, тип шаяртып иҫкә ала. Мөждәбә бабай мандолинала, ҡурайҙа уйнарға ярата, ауылда ҡуйған спектакль, концерттарҙа ла әүҙем ҡатнаша. 85 йәшендә баш ҡалала Бөйөк ватан һуғышы ветерандарына арналған тантаналы сарала ҡурайҙа уйнап, алҡыштарға күмелә.
Атанан күргән – уҡ юнған, тигән мәҡәл бушҡа ғына әйтелмәгән шул. Мөждәбә бабайҙың тәрбиәләп үҫтергән алты балаһы ла атай-әсәйҙәре йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, башҡаларға өлгө булып, матур тормош көтә. Улар ҙа атайҙары кеүек бер нисә йыл рәттән социалистик ярышта еңеп сыға, бик күп Маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Балалары тормошта үҙ урынын табып, матур донъя көтөүендә атайҙарының дөрөҫ тәрбиә биреүен, кесе йәштән хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтереүен рәхмәт әйтеп телгә алһа, Мөждәбә бабай үҙе иһә бөтә уңыштарын, ҡаҙаныштарын әсәһенең тәрбиәһе, тырышлыҡ емеше тип билдәләй.
Быйыл 88 йәшен тултырған аҡһаҡалдың зиһене теүәл, хәтере яҡшы. Үткән һәр хәл-ваҡиғаны көнө, йылы менән әйтеп бирә ул. “Һуғыш афәтен Хоҙай башҡаса күрһәтмәһен. Ысын һуғыш кинолағы һымаҡ ҡына түгел, ут эсендә тағы ла ҡурҡынысыраҡ, аянысыраҡ. Тормош шундай матур, уның ҡәҙерен белеп, тырышып эшләргә һәм йәшәргә кәрәк”, – ти Мөждәбә Мәғәсүм улы.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотоһы.