RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Урал батыр» эпосы тураһындағы уйҙар

27.11.2010 «Урал батыр» эпосы тураһындағы уйҙар

«Урал батыр» эпосы тураһындағы уйҙарШул уҡ ваҡытта, Урал батыр матди донъяны төҙөү менән бер юлы, йәмғиәттә кешене Кеше итерлек ҡанундар ҙа урынлаштыра. Уларҙы, йола, тип атай. Мине: “Ни өсөн Урал илаһи зат булараҡ үлә икән, илаһи заттар бит мифтарҙа бигүк үлеп бармай?” – тигән һорау уйландыра ине. Быға ла яуап бар. Урал, әйткәнемсә, ҡояштың маршруты буйынса хәрәкәт итә. ҡояш иһә бер йыллыҡ маршрут буйынса йөрөй. Дөрөҫөрәге, Ер шары ҡояш тирәләй бер йыл эсендә әйләнеп сыға. Бына ошо бер йыллыҡ юлды Урал үтеп бөтә һәм яңы цикл башлана. Был бер йыллыҡ циклдың бөтөүен боронғолар эпоста Уралдың үлеме аша аңлатҡан. Уралдың балалары – Яйыҡ, Нөгөш, Иҙел һәм Шүлгәндең улы Һаҡмар яңы циклды башлай. Эпостың башында: “Шүлгән – ун ике йәшкә, ә Урал ун йәшкә еткәс, улар юлға сығалар”, – тиелә. Быларҙың да символик мәғәнәһе бар, имеш. Шулгәндең ун ике йәшкә етеүе бер йыл эсендә ун ике ай үтеүен аңлатһа, Уралдың ун йәшкә етеүе иһә ҡояш календары буйынса бер йылда ун ай үтеүен аңлаталыр. Иң ҡаты ике ҡышҡы ай боронғо календарҙа, “үле көндәр” һаналып, иҫәпкә алынмаған. Шуға күрә, Уралдың ҡояш маршруты буйынса йөрөүен иҫәпкә алғанда, уның сәйәхәткә ун йәштә сығып китеүен ана шул ун ай үтеп, бер йыл үтеү, тип аңларға кәрәктер.
Эпоста Шүлгән үткән маршрут, ул барып сыҡҡан илдәр, унда күргән заттар бөтәһе лә Айҙың маршрутын ҡабатлай. Мәҫәлән, эпоста Шүлгән Айһылыуға ике тапҡыр өйләнә. Бының символик мәғәнәһе бар. Айһылыу ул беҙ хәҙер “Зөһрә”(йәки “Венера”) тип атап йөрөткән йондоҙҙор (планета). Билдәле булыуынса, Зөһрә йондоҙо Ай янында йә кисен, йә иртәнсәк балҡый. Ошо планетаның киске һәм иртәнге күктә Ай янында сағыу булып ялтырап күренеп тороуын ата-бабаларыбыҙ беҙгә эпоста Шүлгәндең Айһылыуға ике тапҡыр өйләнеүе тип аңлатып биргән. Беҙгә быны тик дөрөҫ аң­ларға ғына ҡала. Ә дөрөҫ аңлар өсөн боронғо мифологияның беҙ әллә ҡасан онотоп бөткән символик телен өйрәнергә һәм белергә кәрәк. Бының өсөн иһә, күрше-тирәлә элек һәм хәҙер йәшәгән халыҡтарҙың донъяуи ҡараштарын, мифологияһын өйрәнеү зарур. Уларҙың мифологияһында беҙҙә онотолған күп кенә нәмәләргә асҡыс бар. Шулай уҡ беҙҙең мифологиялағы материалдар уларҙың үҙҙәре аңлай алмаған нәмәләренә асҡыс була ала.
Ваҡытты һәм дә арауыҡты барлыҡҡа килтереп, Донъяны төҙөгән заттар булараҡ, Урал менән Шүлгәнде беҙ “демиургтар” тип атай алабыҙ. Мифологияла “демиург” тип барлыҡ Ғаләмде, ундағы нәмәләрҙе барлыҡҡа килтергән заттарҙы атайҙар. Беҙҙең Урал менән Шүлгәндең дә шундай заттар икәне күренә.
Уралдың биш илде үтеүен дүрт миҙгел менән генә бәйле тип түгел, Донъяны дүрт тарафынан урап үтеү, тип тә аңларға тейешбеҙ. Сөнки Урал, демиург булараҡ, ваҡытты ғына түгел, арауыҡты ла барлыҡҡа килтерә. Уның оҙон юлдан торған сәйәхәте, ваҡыт ағымын күрһәтеү менән бер рәттән, арауыҡты урауҙы ла аңлата. Урал донъяны төньяҡтан, көнсығыштан, көньяҡтан һәм дә көнбайыштан урап, ҡымтып, бөтәйтеп, үҙе үткән бөтә ерҙә лә тәртип урынлаштырып сыға. Шулай итеп, башҡорт мифологияһында ваҡыт менән арауыҡ бергә барлыҡҡа килә.
Урал ыңғай ваҡытты һәм арауыҡты барлыҡҡа килтерһә, Шүлгән иһә тиҫкәре ваҡытты һәм теге ҡараңғы донъя­ны барлыҡҡа килтерә һәм һуңынан шуларҙың эйәһе булып китә. Шүлгәндең донъяһына тереклеккә зыян килтерерҙәй барлыҡ кире заттар барып һыйына.
Уралдың эше бөтөүгә барғанда, Яйыҡ, Нөгөш, Иҙел һәм Һаҡмар исемле дүрт улы уға ярҙамға килә. Башҡорт мифологияһында был дүрт персонажды донъяны дүрт тарафтан һаҡлап тороусы заттар йәки эйәләр тип тә әйтергә була. Һинд мифологияһында донъяны дүрт тарафынан һаҡлап тороусы, “локапала” тип аталыусы заттар бар. Беҙҙең Яйыҡ, Нөгөш, Иҙел һәм Һаҡмар исемле персонаждарыбыҙ ҙа шул уҡ “локапала”лар тип әйтергә була. Башҡорт фольклорында төп персонаждың дүрт, йәиһә өс дуҫы-эйәрсене (Йүгерек батыр, Тау батыр, Күлуртлар батыр, Ертыңлар батыр) тураһында телгә алына. Эйәрсен дуҫтар баяғы “локапала” эйә­ләр­ҙең ваҡыт үтеү менән үҙгәреүгә дусар ителеп, әммә фольклорҙа һаҡланып ҡалған эҙҙәрелер. Был дүрт батыр тәүҙә исемдәре үк әйтеп торған донъяларҙың (стихияларҙың) эйәләре булғандыр. Башҡорттар Исламды ҡабул иткәндән һуң, улар мифологиянан фольклорға күсенеп, шунда һаҡланып ҡалғандар.
Мәҡәләнең башында, “Урал батыр” эпосы боронғо ата-бабаларыбыҙҙың рухи тормошонда ғәрәптәрҙә изге ҡөрьән китабы ниндәй роль уйнаһа, шундай уҡ роль уйнаған, тигәйнем. ҡөрьән тик бер генә вариантта, версияла. Сөнки ул мосолмандарға Аллаһы Тәғәләнең нисек итеп, ҡасан, нимәнән Донъяны һәм дә ундағы бөтә нәмәләрҙе яралтыуы, төҙөүе тураһында бәйән ҡыла. Унда шулай уҡ мосолмандарҙың йәшәү ҡануны – шәриғәт тә аңлатыла. Халыҡтарҙың донъяуи ҡарашын, мифологияны өйрәнеүсе ғалимдар, космогония тураһындағы уйланыуҙарҙы яҡтырт­ҡан ҡараштар бер халыҡта төрлө варианттарҙа йәки версияларҙа була алмай, ти. Шуның өсөн дә һинд халҡының данлыҡлы “Ригведа”һы ла, күләме буйынса “Урал батыр”ға ҡарағанда күпкә ҙур булыуына ҡарамаҫтан, тик бер генә версияла. Уны ла тик тасуирлап телдән-телгә тапшырып килгәндәр. Әле лә тик телдән генә һөйләйҙәр.

Зәкирйән Әминев,
ғилми хеҙмәткәр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә