RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халыҡҡа ғилем һәм белем өләшә

24.10.2014 Халыҡҡа ғилем һәм белем өләшә

Ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте үҙенең 95 йыллыҡ оло юбилейын билдәләне. Быуатҡа яҡын бөтә республиканы, хатта илде рухи аҙыҡ менән ризыҡландырған ойошма үҙенең ҡиммәттәрен юғалтмайынса, бәҫен һәм абруйын һаҡлай алған. Иҡтисади көрсөк, үҙгәртеп ҡороу һәм торғонлоҡ йылдарының ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, белем маяғы булып, һаман да күңелдәрҙе үҫешкә әйҙәй.

“Китап”та йыл һайын 200-ҙән ашыу атамалы фәнни-популяр, ижтимағи-сәйәси, дини һәм нәфис әҙәбиәт донъя күрә, төрлө телдәрҙәге һүҙлектәр, белешмәләр, уҡытыу ҡулланмалары һәм әсбаптар баҫтырыла.

Нәшриәт директоры Илһам Йән­дәүләтов әй­теүенсә, башҡорт китабына сит илдәрҙә лә иғтибар ҙур:

– Беҙҙең ойошма Рәсәй һәм донъя кимәлендәге төрлө күргәҙмә-сауҙала әүҙем ҡатнашып тора. Һәм, әйтергә кәрәк, беҙ һәр саҡ еңеүселәр һәм алдынғылар иҫәбендә барабыҙ. Ҡайһы бер баҫмаларыбыҙҙы Германия, Төркиә, Японияның айырым китапханаларында осратыр­ға мөмкин. Төрлө телдәрҙәге тәржемәһе менән сыҡҡан “Урал батыр” эпосы – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Сөн­ки бөгөн ундай баҫмалар бөтә илгә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Һәм был баҫма “Йыл китабы” номинацияһында еңеүсе булды.

Юбилей сараһына ойошманы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләү өсөн яҙыу­сылар, журналистар, мәртәбәле ҡунаҡтар, хеҙмәт ветерандары, башҡа нәшриәт вәкилдәре килде. Башҡортостан Хөкүмәте Аппа­ра­тының мәҙәниәт һәм йәмәғәт берекмәләре менән хеҙмәттәшлек итеү бүлеге кәңәшсеһе Рәйлә Вахитова, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мел­коедов, БР Мәҙә­ниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Рәзилә Зарипова “Китап” нәшриәтен матур байрамы менән ҡотланы.

– Китап – беҙҙең үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ. Шуны күҙ уңында тотоп, республика етәкселеге нәшриәтте иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Донъя күргән һәр китаптың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып торабыҙ. Бындай бай тарихлы, аяғында ныҡлы торған ҙур нәшер ойошмаһы менән Рәсәйҙең һәр төбәге лә маҡтана алмай. Ә “Китап” йылдан-йыл үҫешә, яңыра, – тине ҡотлау һүҙендә Борис Николаевич.

Мәскәү ҡунағы, Рәсәйҙең Нәшриәт­тәр ассоциацияһы ағзаһы, “Даръ” нәшриәте директоры Георгий Михайлович “Китап”тың илебеҙҙәге иң тәүге нәшриәттәрҙең береһе булыуын билдәләп үтте.

Заман менән бергә атлаған, үҙ уҡыусыларын яңынан-яңы баҫма продукцияһы менән ҡыуандырып торған нәшриәт коллективы һәр ҡулланыусының зауығын һәм ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып эш итергә тырыша. Унда балалар әҙәбиәте, дини китаптар, тыуған яҡты өйрәнеү бу­йынса бик күп баҫма сығарыла. “Китап” уҡыусылар өсөн төрлө тармаҡтар буйынса үҙ серияларын булдырған. “Йәш тауыштар”, “Ҡәр­ҙәшлек кәштәһе”, “Мәктәп китапханаһы”, “Башҡорт прозаһы китапханаһы”, “Ҡәләмдәр туғанлығы” серияларының үҙ уҡыусылары бар.

Уҡыусылар араһында иң популяр баҫма булып нәфис әҙәбиәт тора. Һәр яҙыусы үҙенең ижадының күрһәткесе булған китапты ҡулына алып һөйөнә. Юҡҡа ғына нәшриәт тарихында һәм бөгөн дә бик күп яҙыу­сы ошонда хеҙмәт итмәйҙер. Ветерандар Ноғман Мусин, Рәмил Йәнбәк, Ҡәҙим Аралбаев “Китап”ты тәбрикләп, ошонда эшләгән йылдарының матур хәтирәләре менән бүлеште. БР Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев нәфис әҙәбиәтте баҫтырыу, таратыу һәм пропагандалауға һалған ҙур һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн нәшриәт коллективына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Һуңғы йылдарҙа айырым төр баҫмаларҙы сығарыу әүҙемләшә. Билдәле шәхестәрҙең тормошо һәм ижадына арналған фотоальбомдар ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ә төйәгебеҙ тәбиғәтен сағылдырған “100 самых красивых мест Башкортостана”, "Многоцветье моего Урала" альбомдары республикабыҙҙың визит баҫмаһына әйләнде. Ноталы баҫмалар­ға, дини һәм йыртма календарҙар­ға ла һорау ҙур.

Балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте редакцияһы мөдире Әлфиә Әсәҙул­лина билдәләүенсә, бүлектә төрлө йәштәге балалар өсөн нәфис-әҙәби баҫмалар сығарыуға иғтибар бүленә. Сағыу һүрәтле, матур биҙәлешле китаптар йәш быуынды уҡыуға ылыҡтыра, белемгә әйҙәй.

Яңы технологиялар, интернет мөмкинлектәре киң ҡулланылған заманда “Китап” нәшриәте үҙ уҡыу­сыларына яңы баҫмаларының электрон вариантын да интернет-магазинға һатыуға сығара. Был ҡулланыусылар даирәһен бермә-бер киңәйтә, һатыу нөктәләренә барырға мөмкинлеге булмаған кешеләр китапҡа, уҡыуға мохтаж булып ҡалмаясаҡ.

Үҙ эшен яратып башҡарған, бөтә күңелен һалған хеҙмәткәрҙәр булмаһа, бер ойошма ла алдынғылар рәтенә баҫа алмай. Нәшриәт был йәһәттән бәхетле тип әйтергә була. Сөнки һәр хеҙмәткәр бында үҙ вазифаһына етди ҡарай, ваҡытын йәлләмәйсә тир түгә. “Китап”тың йөҙөн билдәләүсе алдынғы хеҙмәткәрҙәргә ошо матур дата айҡанлы Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Кешелекте рух һәм күңел аҙығынан мәхрүм итмәгән, белем сығанағы булған нәшриәтебеҙҙе тәбрикләп, тағы ла күп быуат яуланған абруйына тап төшөрмәйсә эшләүен теләйбеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә