RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тыуған яҡтың моңон һағынып…

17.10.2014 Тыуған яҡтың моңон һағынып…

Тыуған яҡтың  моңон һағынып…“Юлдаш” йыры конкурсы ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ араһындағы таланттарҙы асыуы менән әһәмиәтле. Аҫыл­таштарҙай төрлө яҡтарға һибелгән һәләтле башҡарыусылар башҡорт йы­рын, моңон онотмайса, пропагандалап йөрөүе миләтебеҙҙең бәҫен арттыра.

Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе, “Юлдаш” йыры – 2014” конкурсы финалсыһы Зифа Хәкимова тап шундайҙарҙан. Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙы яҙмыш елдәре сит тарафтарға алып китә.

– Йырсы булыу тураһында мин хатта хыялланманым да. Әсәйебеҙ беҙҙә, дүрт балаһында ла, китапҡа һөйөү тәрбиәләне. Шуғалыр ҙа бәләкәйҙән белем шишмәһе булған китаптарҙан торған ҙур китапханала эшләргә хыялландым. Тик мәктәпте тамамлауға тормош һуҡмаҡтары Салауат медицина училищеһына килтерҙе. Уны тамамлағандан һуң оҙаҡ ҡына тыуған яғымда шәфҡәт туташы булып эшләнем. Аҙаҡ инде Мәскәү педагогия университетының психология бүлегенә уҡырға индем. Әлеге көндә, уҡыуымды тамамлап, Мәскәү ҡалаһының 23-сө поликлиникаһында эшләп йөрөйөм.

Бер нәмә лә осраҡлы булмай, тиҙәр. Зифаның сит тарафтарға сығып китеүе сәнғәт юлына аяҡ баҫырға ярҙам итә. Бала саҡта, мәктәп йылдарында талантына етерлек иғтибар бирмәгән, сәхнәлә сығыш яһау тәжрибәһе бөтөнләй булмаған ҡатын Мәскәүҙә йәшәп ижад итеүсе Радик Юлъяҡшин менән таныша. Ситтә үҙ телеңдә аралашыу етмәй, күңеле болоҡһоған саҡтарҙа Зифа моңға тартыла. Ҡыҙы уға тыуған көнөнә ҙур бүләк – Радиктың студияһында йыр яҙҙырыу мөмкинлеген биргән сертификат әҙерләй. Унда барып, халыҡ йырҙары “Оҙата барма” һәм “Саҡырмасы, кәкүк”те яҙҙырта.

– “Саҡырмасы, кәкүк” йыры аша үҙемдең тыуған яғыма булған һөйөүемде, һағыныуымды тулыһынса еткерә алғанмындыр тип уйлайым. Бүләгенә яуап итеп ҡыҙым Эльмираның тыуған көнөнә “Ҡыҙыма” тигән шиғырыма Радик көй яҙҙы. Тормошомдоң бөтә шатлыҡ-ҡыуаныстары ҡыҙыма бәйләнгән. Ул да һөнәрҙе сәнғәт өлкәһенән һайланы, буласаҡ кино һәм телевидение белгесе. Әле Санкт-Петербург ҡалаһында белем ала. Быйыл ғына кейәүгә сыҡты. “Юлдаш” йыры” конкурсы тураһындағы иғланды радионан ишеттем. Оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәндән һуң, бөтә батырлығымды йыйып, ошо әҙер йырҙар­ҙы ебәрҙем. Һәр турҙан үткән һайын ҡыйыулығым арта барҙы, яңы йырҙар яҙҙырып, уларҙы радиоға ебәрә торҙом. Финалға үтеүем үҙем өсөн дә көтөлмәгәнерәк хәл булды. Сәхнәгә сығыу мөмкинлеге биргән конкурсҡа рәхмәтем сикһеҙ. Киләсәктә йырҙан айырылырға иҫәбем юҡ.

Радионан Зифаның моңло тауышын ишеткән күп ижадсы уға үҙҙәренең йырҙарын башҡарырға тәҡдим итә башлаған да инде. Шуға күрә ул киләсәктә радио тыңлаусыларҙы яңынан-яңы йырҙары менән ҡыуандырыр тип ышанабыҙ. Был моңло һандуғас башҡорт йыры менән Мәскәү сәхнәләрендә лә сығыш яһар әле.

Гөлнур ҠЫУАТОВА










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә