«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Белгес фекере



10.10.2014 Белгес фекере

Салауат ҡалаһындағы 25-се башҡорт гимназияһының социаль пе­дагогы Динара КАМАЛОВА әйтеүенсә, ата-әсәләре тарафынан ҡыйырһытылған балалар – йәмғиәтебеҙҙең төп проблемаларының береһе.

Белгес фекере– Ғәҙәттә, бындай енәйәттәр эскән атай­ҙар йәки үгәй атайҙар тарафынан ҡылына. Шулай уҡ үҙ-үҙҙәрен яҡлай алмаған кесе йәштәге инвалид балаларға тән йәрәхәттәре һалыу осраҡтары ла бар. Ҡул күтәреү баланы тәрбиәләү рәүеше була алмай, ул баланың психик үҫешенә кире йоғонто яһай. Ҡаты мөғәмәлә хөкөм һөргән ғаиләлә үҫеүсе балалар үҙ-үҙенә бикләнә, уларҙың үҫеш кимәле тотҡарлана, бәғзеләре хоҡуҡ боҙоу юлына баҫа. РФ Ғаилә кодексының 63-сө статьяһына ярашлы, ата-әсәләр үҙ балаларының сәләмәтлеге, физик, психик, рухи һәм әхлаҡи үҫеше буйынса хәстәрлек күрергә бурыслы.

Минең практикала булған бер миҫал. Оҙаҡ йылдар бала таба алмаған ҡатын балалар йортонан ҡарауға малай ала. Бер нисә йылдан һуң ул икенсе иргә кейәүгә сыға һәм үҙе бала таба. Ҡатын тиктомалға тәүге улына йыш ҡына ҡул күтәрә башлай. Малайҙың көн һайын оҙон еңле, муйынлы кофта кейеп килеүе күптәр­ҙе һағайтты. Тик физкультура уҡытыусыһы ғына баланың тәне күгәргәнен күреп ҡала. Был хаҡта опека бүлегенә хәбәр иттек. Бала ла әсәһенең һәр ваҡыт ҡул күтәреүен дәлилләне. Һөҙөмтәлә был малай балалар йортона кире килеп эләкте. Ә бындай миҫалдар ил буйлап бик күп бит.

Салауатта ошо көндәрҙә булған тағы ла бер хәл бар халыҡты шаҡ ҡатырҙы. Салауат ҡалаһының эске эштәр бүлегенең тикшереү комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Ленинград урамында урынлашҡан йорттарҙың береһе янында сүп-сар контейнерында яңы тыуған сабый табыла. Баланың илауын ишетеп ҡалған кешеләр был хәл тураһында полицияға хәбәр итә. Бәхеткә күрә, малай иҫән. Был бәғерһеҙ әсә кеше ни йөрәге менән балаһын, ғәзизкәйен, ташлап киткән?!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға