19.09.2014 ЗАМАНСА ҺӨНӘРҘӘРГӘ БЫНДА УҠЫТАЛАР
Бөгөн Рәсәйҙә ошондайыраҡ фекер йәшәй: ни өсөн беҙҙә урта махсус белемле белгестәр етешмәй, ниңә халыҡ балалар баҡсаһында тәрбиәсе, ашнаҡсы, слесарь, парикмахер булып эшләүҙән баш тартып бара, йәштәр, башлыса, аҡсалы иҫәпләнгән эштәргә тартыла. Етмәһә, һәр беребеҙ юғары белемле һәм практик йәһәттән эш белеүебеҙ бик самалы. Тап бына ошондай иң кәрәкле һөнәрҙәргә уҡыталар ҙа инде Өфө киң профилле һөнәр биреү колледжында. Был уҡыу йортонда уҡытыу системаһы йәш белгесте тулыһынса эшкә әҙерләү, заман талаптарына ярашлы профессионал итеп өлгөртөү маҡсатында ҡоролған. Был хаҡтағы фекеремде раҫлау өсөн бер ни тиклем тарихҡа экскурсия тәҡдим итәм.
Өфө киң профилле һөнәр биреү колледжының ойошторолоу тарихы мәктәпкәсә тәрбиә биреү һәм ул тармаҡ учреждениеһы өсөн махсус белгестәр әҙерләү эшмәкәрлеге менән тығыҙ бәйләнгән. Был эшкә республикала 1924 йылда Өфөнөң Фрунзе исемендәге Башҡорт өлкә педагогия техникумында мәктәпкәсә тәрбиә һәм белем биреү бүлеге асылыу менән нигеҙ һалына. 1939 йылда Башпедтехникум балалар баҡсаһында эшләү өсөн 143 белгескә диплом тотторһа ла, әлбиттә, бының менән генә төбәктә үҫеш алған мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү тармағын ҡәнәғәтләндереп булмауы көн кеүек асыҡ була. Шуға ла 1939 йылдың 19 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссариаты ҡарарына ярашлы, Башпедтехникум Өфө башҡорт мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү буйынса педагогия училищеһы тип үҙгәртелә, йәғни айырым уҡыу йорто булып китә. Киләһе биш йыллыҡ планы буйынса ( 1938 – 1942 йылдар) 20 мең балаға тәғәйенләнгән балалар баҡсаһын төҙөү ҡарала, шуға күрә лә квалификациялы махсус белгестәр әҙерләү өсөн айырым уҡыу йорто булдырыу көн талабына әйләнә.
Рәсәйҙә генә түгел, тотош донъяла иҡтисади үҙгәрештәр бара, ә улар үҙҙәре үк йәмәғәтселек, һөнәри белем биреү өлкәһенә яңы талаптар, маҡсаттар ҡуя. Иҡтисади хәл-торош һәм социаль реформалар илдә башланғыс һәм урта махсус белем биреүҙең иң яҡшы традицияларын берләштереүсе уҡыу йорттарын булдырыуҙы талап итә. Шул рәүешле, Башҡортостан Хөкүмәтенең 2012 йылдың 12 сентябрендәге ҡарарына ярашлы, бай тарихлы уҡыу йорто барлыҡҡа килгән дә инде: Өфөнөң 1-се педагогия училищеһы һәм 38-се һөнәрселек лицейы берләштерелеп, Өфө киң профилле һөнәр биреү колледжы ойошторолған.
Өфө башҡорт мәктәпкәсә белем биреүсе педагогия училищеһының беренсе директоры итеп Башҡорт педагогия институты ректоры М. Ғибәҙуллин тәғәйенләнә. Ә 1940 йылда уны элекке Уҡытыусылар институты директоры А. Ушаков алмаштыра, ә завуч вазифаһын педагогика тарихы һәм педагогика уҡытыусыһы Р. Тереғолова башҡара. Артабан ул директор ҙа булып китә.
1941 йылдың 22 июнендә белгестәр училищены тамамлау хаҡында документ алырға тейеш мәлдә, унда саҡырыу пункты ойошторолоп, күптәр тыуған илде һаҡларға Бөйөк Ватан һуғышына китә. Училище уҡытыусылары Шакиров, Кальметьев, Василевский, Дученко, Симонов, бухгалтер Шаргин, секретарь-машинистка Машкина, уҡыу йортон тамамлаусы ҡыҙҙар Ҡоҙаярова, Әхмәтова, Ғилманова тура яу яланына юллана.
40-сы йылдарҙа училищела Маһинур Бигбова, Сәхиә Ремезова, Елизавета Мохрова, Бәғиә Мәхсүмова, Фатима Мостафина эшләгән. Әйткәндәй, Фатима Хәмит ҡыҙы – уҡыу йортоноң ғорурлығы ла. Аҙаҡ ул БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы министры итеп тәғәйенләнә, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән.
1986 йылда уҡыу йорто директоры итеп Р. Ишҡыуатов тәғәйенләнә. Был йылдарҙы училищела ҙур үҙгәрештәр йылы тип тә атайҙар. Сөнки ул етәкселек иткән осорҙа уҡыу йортонда матди-техник база нығытыла, биналарҙа реконструкция эшләнә, уҡытыу майҙаны өс тапҡырға арта, 100 урынлыҡ ашхана һәм 120 кешелек тантаналар залы, уҡыу бүлмәләре булдырылған китапхана, музыка кабинеттары, гардероб, компьютер кластары сафҡа инә. Шулай уҡ аудио-видео аппаратураһы, концерттар өсөн баяндар, рояль, ике еңел машина алына. 1994 йылда училище республикала тәүгеләрҙән булып Өфө 1-се педагогия колледжы итеп үҙгәртелә.
75 йылда колледждың көндөҙгө бүлеген 25 мең һәм ситтән тороп уҡыу бүлеген 12 меңдән ашыу кеше тамамлаған. Колледждан сыҡҡан белгестәр Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә эшләй, араларында фән докторҙары, етәкселәр ҙә бар. Колледждың психология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының Психология институты профессоры Е. Яковлева, педагогия фәндәре кандидаты, профессор, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтының мәктәпкәсә белем биреү кафедраһы мөдире, Халыҡ-ара педагогик белем биреү фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы Р. Гасанова, шул уҡ институттың доценты, педагогия фәндәре кандидаты В. Яфаева, медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының балалар неврологияһы кафедраһын оҙаҡ йылдар етәкләгән профессор А. Мифтахова, педагогия фәндәре докторы, Шәреҡ иҡтисади-гуманитар университеты профессоры А. Әпсәләмова һәм башҡалар менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана. "Мәктәпкәсә белем биреү" тармағында эшләүселәрҙең 50 проценттан ашыуы – төрлө йылдарҙа ошо колледжды тамамлаусы уҡыусылар.
Хәҙерге көндә беҙҙә 1461 студент мәктәпкәсә белем, башланғыс кластарҙа уҡытыу, сит телдәр, адаптив физик культура, ғәмәли информатика һөнәрҙәре буйынса көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә белем ала. Колледжда шулай уҡ костюмдар буйынса рәссам, кейем бесеүсе, тегеүсе, секретарь, ашнаҡсы, кондитер, парикмахер, туризм һөнәрҙәрен үҙләштерергә мөмкин. Рәсәй, халыҡ-ара стандарттарына ярашлы юғары кимәлдәге конкуренцияға һәләтле белгестәр әҙерләү – уҡытыусылар коллективының төп маҡсаты. Эшкә урынлашҡанда сығарылыш уҡыусыларының мөмкинлектәре киңерәк булһын өсөн колледжда өҫтәмә белем биреү үҙәге бар. Унда сит телдәрҙе өйрәнеү, компьютерҙа эшләү, секретарь-референт, телмәрҙәге ҡытыршылыҡты коррекциялау, вожатыйҙар һәм ойоштороусы-педагогтар, экскурсовод, психологик тренинг етәкселәрен әҙерләү буйынса тәрәнәйтелгән махсус программалар аша студент белемен арттыра ала.
Колледжда Мәғариф министрлығының Республика уҡытыу ғилми-методик үҙәге етәкселегендәге эксперименталь майҙансыҡ эшләй. Уның темаһы – студенттарҙы инглиз теле буйынса CAE, FCE һәм TKT Cambridge University Press Британия нәшриәтенең уҡыу әсбаптары нигеҙендә халыҡ-ара имтихандарға әҙерләү технологияһы. 2013 – 2014 йылдарҙа бишенсе курсты тамамлаған 30 студент Кембридждың ТКТ имтиханын уңышлы тапшырҙы.
Республика уҡытыусылары ла даими рәүештә колледжда һөнәри әҙерлек үтә. Улар өсөн квалификацияны күтәреү, яңы квалификация алыу курстары, мәктәпкәсә тәрбиә биреүсе мәғариф учреждениелары өсөн өҫтәмә белем биреү буйынса махсус семинарҙар ойошторола, шул иҫәптән республика райондарына сығыу ҙа яйға һалынған.
Бында райондарҙан, ауылдарҙан килгән балалар бик күп. Уларға ятаҡтан урын бирелә.
Теоретик белем биреү менән бергә, уҡыу йортонда практик йүнәлешкә лә ҙур иғтибар бүленә: студенттар балалар баҡсаларында, ҡала мәктәптәрендә практика үтә, тегенселәр һәм кондитерҙар заманса ателье, кафеларҙа һәм ресторандарҙа һөнәрен үҙләштерә. "Ялҡын" эстрада йыры, халыҡ бейеүҙәре, "Аленушка" вокал ансамблдәре, театр түңәрәктәре ағзалары күп тапҡыр студенттарҙың ижади конкурстары лауреаты булған. Бүрәт Республикаһының Улан-Удэ ҡалаһында үткән педагогия колледждары, институттар һәм университеттар студенттарының "Көтөп алған уҡытыусы" халыҡ-ара педагогик оҫталыҡ конкурсында һәм Пермдә, Санкт-Петербургта ойошторолған төбәк-ара ярышта еңеү колледжда уҡыусылар өсөн йолаға әйләнгән, тиһәк тә була. Тимәк, улар һөнәрҙәрен бик теләп, яратып һайлаған һәм ниндәй хәл килеп тыуһа ла ижади фекерләй. Уҡытыусы өсөн был бик мөһим.
Маҡтап телгә алырлыҡ студенттар ҙа бар: Диана Әхмәтова, Ксения Максимова – ауыр атлетика буйынса донъя чемпионатында, Айҙар Нетолеев – бокс буйынса Рәсәй чемпионатында, Дмитрий Исаев Бөтә Рәсәй буйынса саңғы ярыштарында юғары күрһәткестәргә өлгәшкән. Ә инде быйылғы сығарылыш студенты, еңел атлетика буйынса РФ-ның өс тапҡыр чемпионы, Ейәнсура егете Илһам Ишмөхәмәтов Рәсәй йәштәренең йыйылма командаһынан Олимпия резервына инде. Спорт ҡаҙаныштары буйынса колледж студенттары урта махсус белем биреүсе уҡыу йорттары араһында республика 2-се урын яулаған. Уҡыу йортоноң бар яңылыҡтары хаҡында уның сайтында танышырға мөмкин. Үҙенең әүҙемлеге, етеҙлеге, сағылығы һәм уңайлылығы буйынса ул урта махсус уҡыу йорттары араһында иң яҡшыһы тип табылған.
Колледжда волонтерҙар хәрәкәте бик әүҙем үҫешә, ул уҡыусыларға үҙ ихтыярың менән йәмәғәтселеккә кәрәкле эштәргә әҙер булыу, үҙҙәрен асыу, һаулыҡтарын һаҡлау өсөн мәғлүмәтле булыу кеүек тәрбиә бирә. Колледж ирекмәндәре наркомания, тәмәке тартыу, эскелек һәм башҡа кире күренештәрҙе иҫкәртеү менән шөғөлләнә. "Бергәләп һаулыҡ өсөн!" программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән студенттарҙың йәмәғәт наркология посы, "Наркодозор" волонтер хәрәкәте үҙәге булдырылған.
Колледждың данлыҡлы үткәне, ғорурланырлыҡ шәхестәре, маҡтап телгә алырлыҡ етәкселәре, уҡытыусылары, студенттары бар. Улар, лайыҡлы алмаш булып, киләсәккә ҙур өмөт менән ҡарай, ең һыҙғанып эшләргә, уҡырға тырыша. Заман талаптарына яуап биргән, йәштәргә төрлө яҡлап үҫергә булышлыҡ иткән уҡыу йорттарының береһе ул.
Бөгөн колледждың директоры – педагогия фәндәре кандидаты Рәфҡәт Үмәрғәлин. Уның етәкселегендә уҡыу йортон үҫтереүҙең концепцияһы булдырылған. ул алдынғы ҡарашлы, киң даирәле профессионал булараҡ, заман талаптарына һиҙгер яуап биреүе менән һоҡландыра. Был үҙе үк киң профилле һәм күп кимәлле уҡытыу системаһын бер өҙлөкһөҙ камиллаштырып тороуҙы, мәғариф тармағында белем, тәрбиә биреү, уҡытыу-етештереү, финанс-иҡтисади эшмәкәрлектә сифатлы, инновацион этапҡа күсеү талап итә. Директорҙың инициативаһы менән колледжда өҫтәмә белем биреү үҙәге, маркетинг хеҙмәте, интернет-сайт, адаптив физик культура, ғәмәли информатика бүлектәре асылған. Мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү системаһында эшләүселәрҙе әҙерләү, белемдәрен камиллаштырыу һәм квалификацияһын арттырыу буйынса ресурс үҙәк бында уҡыусылар өсөн генә түгел, ошо өлкәлә эшләүсе белгестәр өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Л. СИТДИҠОВА әҙерләне.