29.08.2014 Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы асылды
Ҡанаттарың талмаһын, “Шоңҡар” - Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы асылды.
Бер нисә көндән көмөш ҡыңғырау йәмле йәй айҙарының тамам икәнлеген иҫкәртеп, балаларҙы дәрестәргә саҡырыр. Өс ай буйы дуҫтарын, уҡытыусыларын, мәктәбен һағынған балалар тағы ла бергә йыйылып, фән тауына үрләр. Ремонт эштәре үткән, төҙөкләндерелгән биналар күптән инде сыр-сыу килгән балалар тауышын һағынғандыр.
Яңы уҡыу йылына Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларын ҙур бүләк менән ҡаршы алды. Өр-яңы, заманса проектланған һәм йыһазландырылған “Шоңҡар” спорт-һауыҡтырыу комплексы үҙ ишектәрен асты. Ыҡсым ғына, интернат ҡаласығына йәм биреп ултырған бина төҙөлөшөнөң тамамланғанын уҡыусылар түҙемһеҙләнеп көттө.
Уҡыу йортон бындай күркәм сара менән тәбрикләргә Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Гүзәл Әхмәтшина, “Урал” хәйриә фонды вәкиле Мөҙәрис Миңлебаев, “Енер-Холдинг” төҙөлөш компанияһы директоры урынбаҫары Владимир Глухов һәм гимназияның элекке уҡыусыһы, бокс буйынса спорт мастеры Фәнис Исхаҡов килгәйне. Быға тиклем бөтә спорт секциялары ла гимназия бинаһындағы спорт залында барған. Дәрестәрҙән, төрлө ярыштарҙан ҡалған ваҡытта ғына тулы ҡеүәтенә күнекмәләр үткәреп булмай. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, гимназия уҡыусылары ҡала һәм республика кимәлендәге ярыштарҙа һәйбәт күрһәткестәр менән алдынғы урындарҙа бара. “Бындай күркәм һәм киң профилле спорт комплексында шөғөлләнгән балалар киләсәктә чемпиондар булыр, тигән ышаныста ҡалам”, – тине үҙ сығышында гимназия директоры Әлфир Ғайсин.
Төҙөлөштө “Енер-Холдинг” төҙөлөш компанияһы (етәксеһе Наил Заһиров) ярты йылда башҡарған. Бынан тыш, улар гимназия биләмәһен рәтләгән, майҙансыҡтарға асфальт йәйгән. Балаларға уҡыуҙарында уңыштар теләп, компания директоры урынбаҫары Владимир Глухов гимназияға символик асҡыс тапшырҙы. “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тиҙәр. Һәр бала комплекста үҙенең яратҡан шөғөлөн тапһын, сәләмәт тормош алып барһын. Яман ғәҙәттәргә, насар уйҙарға ваҡыт ҡалмаһын. Ярыш сәме менән йәшәгеҙ. Беҙ төҙөлөштөң башынан аҙағына тиклем ошондай матур һәм изге теләктәр менән эшләнек. Һеҙ беҙҙең өмөттәрҙе аҡларһығыҙ тигән уйҙабыҙ”, – тине ул сығышында.
Спорт комплексының тәүге ҡатында бөтә уңайлыҡтары булған кейенеү бүлмәләре, ял итеү урыны һәм ҙур спорт залы урынлашҡан. Һуңғыһында волейбол, баскетбол, еңел атлетика менән шөғөлләнергә була. Уҡыусыларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, комплекстың икенсе ҡаты бокс секцияһы өсөн бирелгән. Яңы технология буйынса йәйелгән иҙәндә йәрәхәт алыу ҡурҡынысы күпкә әҙ. Күнекмә залының иркен булыуы бер юлы төркөм менән эшләү мөмкинлеге бирәсәк. Шулай уҡ бында ҡала кимәлендәге ярыштарҙы ла үткәрергә мөмкин буласаҡ. Бокс буйынса тренер Марат Магданов әйтеүенсә, быға тиклем 40 бала шөғөлләнгән. Араларында Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүселәр бар. Ә йөрөргә теләк белдереүселәр һаны 2 – 3 тапҡырға күберәк. Комплекста хәҙер һәр кем спорт менән шөғөлләнә ала.
Гимназия директоры сығышында шулай уҡ бағыусыларға, төҙөүселәргә, республиканың Мәғариф министрлығына, Өфө ҡала хакимиәтенә ҙур рәхмәтен еткерҙе. “Ил кимәлендә белем сифаты, уҡытыусылар коллективы һәм уҡыусылары менән билдәлелек яулаған гимназиябыҙҙың 70 йыллыҡ юбилейына комплекс – иң ҙур бүләк”, – тине ул.
Ә уҡыусылар үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен, һөйөнөстәрен ҡурай моңдары, бейеүҙәре аша еткерҙе. Комплекс ошо көндө үҡ балаларҙың шат тауыштарына күмелде.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.