«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Күңеле лә, уй-хыялдары ла яҡты



30.05.2014 Күңеле лә, уй-хыялдары ла яҡты

Азалиә Солтанова РФ Президенты грантына лайыҡ булды
Күңеле лә, уй-хыялдары ла яҡты11-се класс уҡыусылары өсөн иң яуаплы мәл яҡынлашты. Уй-хыялдар­ҙы, изге ниәттәр­ҙе тормошҡа ашырыу өсөн берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы һөҙөмтәләргә тапшырыу кәрәк.
– Хыялдарым күп минең. Иң беренсе сиратта, берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тап­шырып, юғары уҡыу йортона уҡырға инеү. Атай-әсәйем, туғандарым иҫән-һау булһын. Килә­сәктә тормошта үҙемдең урынымды, бәхетемде табыу, – ти Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының 11-се синыф уҡыу­сыһы Аза­лиә Солтанова.
Биологиянан берҙәм дәүләт имтиханы тапшырырға йы­йына ул. Мәк­тәптә уҡытыусыһы Люциә Фәизова менән шөғөлләнә, курс­тар­ға йөрөй, өйҙә үҙ аллы ла әҙерләнә.
– Репетиторҙарға йөрөмәҫкә булдым. Минеңсә, әҙерләнһәң, үҙ көсөң менән дә берҙәм дәүләт имтиханынан яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшергә була, – ти ул.
Азалиәнең үҙ маҡсаттарына ирешеренә шик юҡ. Сөнки башлаған һәр эшен аҙағына еткерергә өйрәнгән. Ғөмүмән, эшкә яуаплы ҡарау – уның холҡонда. Шиғыр һөйләй икән, донъяһын онотоп, бар кешене үҙенә ҡаратып һөйләй ала, сәхнәлә роль башҡарһа, спектаклдең эсенә инеп китеп, бөтә күңелен биреп, бирелеп уйнай. Хатта ҡайһы бер ролдәрҙе уҡыусы ғына бала башҡарыуын да аңларлыҡ түгел, профессиональ артист уйнай икән, тип торорһоң.
Тырыш, уңған ҡыҙ тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеү менән бер рәттән, мәктәптә үткән һәр сараның – ғилми конференция булһынмы, спорт ярыштарымы, конкурс­тар, КВН-дар, шиғыр һөйләү бәйгеләре, концерттар, спектаклдәрме һ.б. уртаһында ҡайнай. Һәләтле ҡыҙ “Алтынай” балалар театры студияһында шөғөлләнә. “Тәгәрәп кит­те йомғағым” спектакле менән улар Мәскәүҙә XV Рус драмаһы ха­лыҡ-ара мәктәп театрҙары фестивалендә ҡатнашып, I дәрәжә дипломға лайыҡ булалар. Ә Азалиә шәхсән үҙе Мәскәй әбей ролен башҡарғаны өсөн “Танырлыҡ та түгел” номинацияһында еңеү яулай. Абруйлы жюри ағзалары был ролде уҡыусы бала башҡарыуына ышанмай ҙа тора хатта.
Ҡыҙҙың төрлө ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, “Нәфис һүҙ оҫта­һы” конкурстарында, спорт ярыштарында, олимпиадаларҙа һәм башҡа бәйгеләрҙә еңеүен дәлилләүсе Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдары бихисап. Әммә шулар араһында иң ҡиммәтлеһе – быйыл ул, “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы, РФ Прези­денты дипломына һәм грантына лайыҡ булды. Тап ошо Мәскәүҙә “Алтынай” театр студияһы менән уңышлы сығышы шулай юғары баһалана.
Үҙен ысын сәхнә оҫтаһы итеп танытып өлгөргән ҡыҙҙан киләсәктә кем булырға теләүе тураһында һорағанда, моғайын, артист һөнәрен һайлар, тигән ышаныс көслө.
– Бәлки, артист та булырмын. Әммә киләсәктә үҙемде генетик йәиһә психолог итеп күрәм. Мәктәптә биология дәресен бик яраттым, шунлыҡтан ошо һөнәр­ҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды, ҡыҙҙың ниәте етди.
Ҡалала тыуып үҫкән һөйкөмлө ҡыҙ ауыл тормошон үҙ итә.
– Белорет районының Йөйәк ауылында 84 йәшлек олатайым бар, уның янына ҡайтып, ял итергә, ярҙам итергә яратам. Бриштамаҡ ауылындағы туғандарыбыҙға ла йыш ҡайтабыҙ. Ҡала ығы-зығыһынан һуң ауылда эш тә ял кеүек кенә, – ти ул.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға