«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Студенттар көнө гөрләп үтте



20.11.2010 Студенттар көнө гөрләп үтте

Студенттар көнө гөрләп үтте17 ноябрҙә билдәләнгән Бөтә донъя студенттары көнөнә арнап, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы Өфөләге «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексында матур байрам ойошторҙо.
Ҙур сауҙа йорто гөрләп торҙо. Студенттар көнөнә арналған концерт балалар йорто һәм интернаттары тәрбиәләнеүселәре өсөн яҙыу кәрәк-яраҡтарын йыйыу буйынса хәйриә акцияһы менән башланды. Юғары һәм урта белем биреү йорттарының сәнғәт коллективтарының концерты байрамға йәм өҫтәне. Бында һәр теләүсе өсөн психологик, юридик һәм социаль һорауҙар буйынса бушлай консультациялар уҙғарылды. Шулай уҡ йәш белгестәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе, волонтерҙар сафына алыу буйынса саралар ойошторолдо.
Байрам шашка, шахмат һәм өҫтәл хоккейы буйынса турнирҙар, «Студенттарҙың йәмғиәткә йоғонтоһо: мифмы, әллә ысынбарлыҡмы?» тигән темаға ток-шоу үткәрелеүе менән дә ҡыҙыҡлы ине. Бында һәр теләүсе күңеленә ятҡан спорт төрҙәрендә көсөн һынаны, оҫталығын күрһәтте. Бынан тыш, сарала аспиранттарҙың фәнни хеҙмәттәре конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Иң яҡшы бизнес-идея һәм ғилми-тикшеренеү эштәрен тәҡдим итеүселәргә БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин димломдар һәм бүләктәр тапшырҙы.
– Бөгөнгө йәштәр шул тиклем креатив, үҙгәрештәргә һиҙгер, – тип билдәләне үҙенең сығышында Александр Павлович. – Уларҙың маҡсаттары, пландары, хыялдары тор­мош­ҡа ашһын өсөн шарттар булдырыу – беҙҙең бурыс. Йәш тикшеренеүселәр, грант эйәләренең үҙҙәренең теоретик эштәрен практикала файҙаланыу мөмкинлеген табыуы мөһим. Бөгөн яҡшы тип билдәләнгән эштәр тормошҡа ашырылыр, тип ышанам.
Бөтә донъя студенттар көнөнә арналған байрам дискотека менән тамамланды.
Самат ҡОТЛОЕВ,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға