«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » «Мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәрҙең алдында барырға бурыслыбыҙ»



08.11.2013 «Мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәрҙең алдында барырға бурыслыбыҙ»

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты, республикабыҙҙың башҡа вуздарынан айырмалы рәүештә, кисәге мәктәп уҡыусылары менән түгел, тәжрибәле белгестәр, йәмғиәтебеҙҙең алдынғы ҡарашлы вәкилдәре – уҡытыусылар менән эш итә. Әлбиттә, яуаплылыҡ бик ҙур. Институт инде 80 йылдан ашыу ошо оло бурысты атҡарып килә. Заманалар үҙгәргән һайын талаптар ҙа үҙгәрә, әммә мәғарифты үҫтереү институты үҙ исеменә, маҡсатына, бурыстарына, иң мөһиме – уҡытыусыларына тоғро ҡала. Уҡыу йортоноң юбилейы уңайынан уның үткәне, бөгөнгөһө һәм мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар, үҙгәрештәр хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Һөйләшеүҙә институттың ректоры, сәйәси фәндәр кандидаты Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов, филология фәндәре кандидаты, башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр кафедраһы доценты Фәнзил Бүләк улы Санъяров, белем сифаты мониторингын билдәләү бүлеге етәксеһе Рөстәм Фәрит улы Рәмов, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен аттестациялау үҙәгенең йәш белгесе Әлфинә Наил ҡыҙы Килмәкова ҡатнашты.

Рәмил МӘЖИТОВ:
– 1933 йылдар – республикабыҙҙа еңел булмаған осор. Шул ауыр заманда республика етәкселеге мөмкинлек табып, мәғариф система­һында ошондай институттың кәрәклеген аңлап асылған учреждение ул. Тәүҙә ғилми-методик үҙәк кенә була, һуңынан иһә статусы күтәрелә һәм исеме лә үҙгәреп тора. Әммә ниндәй генә исем аҫтында йөрөһә лә, уның маҡсаты бер – заман шарттарына яраҡлы уҡытыу­сыларҙың белемен камиллаштырыу, квалификацияһын күтәреү. Йыл һайын мәғариф хеҙмәткәрҙәренең 90 процентынан ашыуы бында белемен камиллаштыра. Былтыр 23380 уҡытыусы курс үткән. Бик ҙур күрһәткес ул. Ғөмүмән, республика уҡытыусылары менән институт араһында тығыҙ бәйләнеш урынлаштырылған. Курс­тарҙан тыш, төрлө саралар, әйтәйек, ғилми-ғәмәли конференциялар, семинарҙар, фәһемле осрашыуҙар, эшлекле һөйләшеүҙәр, ҡыҙыҡлы конкурстар ойошторолоп тора. Шулай уҡ төрлө нәшриәттәр менән системалы эш алып барыла. Институттың беренсе тәғәйенләнеше уҡытыусыларҙың бе­лемен камиллаштырыу һәм ҡайтанан әҙерләү булһа, шулай уҡ уҡытыу­сы­ларға аттестация үткәреү, берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороу һәм тикшереү, белем сифатының мониторингын билдәләү, һәләтле балалар менән эш­ләүҙе методик яҡтан тәьмин итеү кеүек бурыстар ҙа йөкмәтелгән уға.

– Заман уҡытыусылар алдында яңынан-яңы талаптар ҡуя. Ошондай шарттарҙа башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтын уҡытыусыларҙы берләштереп тороусы, юл күрһәтеүсе белем үҙәге тип әйтә алабыҙмы?

Рәмил МӘЖИТОВ:
– Һис шикһеҙ, уҡытыусылар менән туранан-тура эшләгән берҙән-бер уҡыу йорто ул. Һәр яҡлап ҡарағанда ла ул уҡытыусыға иң яҡын торған белем усағы. Әлбиттә, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты үҙенең исеменә, тәғәйенләнешенә яуап бирһен өсөн бик күп эшләргә кәрәк. Бында эшләгән педагогтар үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты яҡшы аңлай һәм эштәренә бик яуаплы ҡарай. Ғөмүмән, коллективтың потенциалы ҙур: тәжрибәле оло педагогтар ҙа бар, өмөтлө һәләтле йәштәр ҙә бар. Шул уҡ ваҡытта донъя шул тиклем тиҙ үҙгәрә, шуға ярашлы мәғариф системаһы ла үҙгәрергә тейеш. Ә беҙ иһә ошо үҙгәрештәрҙең иң алдында барырға бурыслыбыҙ, юғиһә уҡытыусыларҙы, мәктәпте артыбыҙҙан эйәртә алмаясаҡбыҙ. Үҙебеҙгә ҡуйылған талапҡа яуап бирер өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ, әммә проблемалар, әлбиттә, бар, барыһы ла ал да гөл, тип ултырһаҡ, дөрөҫ булмаҫ. Объектив проблемалар бар, субъектив проблемалар ҙа. Шулай ҙа, нисек кенә булмаһын, институттың потенциалы көслө. 80 йыл эсендә бында кемдәр генә эшләмәгән. Уларҙан ҡалған матур-матур традициялар быуындан быуынға күсә килә.

– Уҡытыусыларҙы аттестациялау тәртибендә лә әленән-әле үҙгәрештәр булып тора. Белеүемсә, әле лә ниндәй­ҙер яңылыҡ көтөлә. Шулар менән яҡынданыраҡ таныштырып үтһәгеҙ ине…

Әлфинә КИЛМӘКОВА:
– Ысынлап та, аттестация үткәреү тәртибе бер аҙ үҙгәрҙе. Иҫке тәр­тип буйынса уҡытыусылар 2-се, 1-се һәм юға­ры категорияға аттестация үтә ине, әле иһә икенсе категория бөтөрөлдө (әммә срогы сыҡ­­ҡанға тиклем ул ғәмәлгә ярашлы тип һанала), урынына аттестациялау тәртибендә, уҡытыусы үҙе биләгән вазифаға ярашлымы, юҡмы, тигән мотлаҡ рәүештә үткәрелгән аттестация барлыҡҡа килде. 1 сентябрҙән ғә­мәлгә ингән “Мәғариф тураһында”ғы яңы закондың 49-сы статьяһына ярашлы, белем биреү учреждениелары бындай аттестацияны үҙҙәре үткәрә. Беҙҙең үҙәккә 1-се һәм юғары категорияға аттестация үткәреү бурысы тороп ҡалды. 1-се һәм юғары категорияға аттестация үтеү өсөн талаптар, әлбиттә, юғарыраҡ, шулай уҡ был аттес­тация мәғариф хеҙмәткәрҙәренең теләгенән һәм мөмкинлектәренән тора. Һәм шуны өҫтәп әйткем килә, республиканың барлыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәре лә аттестация үткән булыр­ға тейеш. Теге йәки был категория БР Аттестация комиссияһы ҡарары буйынса биш йылға бирелә һәм Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә ғәмәлгә ярашлы тип иҫәпләнә.

– Уҡыу йортон тамамлап, яңы эшкә килгән йәш белгес күпме ваҡыттан һуң аттестация үтергә тейеш була?

Әлфинә КИЛМӘКОВА:
– Үҙ вазифаһына ярашлымы, түгелме икәнен асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған аттестация теләк буйынса үтелмәй, ә учреждение етәксеһе билдәләй. Етәк­се ике йылдан һуң ғына йәш бел­гес­те аттестацияға тәҡдим итә ала. Шулай уҡ яңы эш башлаған кеше 1-се категория өсөн аттестацияға ла ғариза яҙа ала. Әммә бының өсөн тәүҙә тәжрибә тупларға, үҙенең эшен күрһәтергә тейеш.
– Бында тағы бер һорау тыуа. Мәҫәлән, әлегәсә студент уҡыу йортон ҡыҙыл диплом менән тамамлаһа, уға эшкә килгәндә бер разряд өҫтәлә ине. Йәғни башҡаларҙы 7-се разряд менән эшкә алһалар, уға 8-се разряд ҡуйыла торғайны. Был студенттарҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн бер механизм булып торҙо. Шул һаҡланасаҡмы?

Әлфинә КИЛМӘКОВА:

– Әле ул һаҡланмай. Эшкә урынлаш­ҡан барлыҡ йәш белгестәр ҙә бер үк нигеҙҙә, бер үк баҫҡыстан башлай. Шулай уҡ беҙҙең мәктәптәрҙә күп кенә фән кандидаты эшләй. Һәм йыш ҡына, бына ошондай ғилми дәрәжәһе булған уҡытыусыға теге йәки был категория автоматик рәүештә биреләме, тип һорай­ҙар. Юҡ, бер ниндәй ҙә ташлама ҡаралмаған. Шулай уҡ биләгән вазифаһына ярашлымы, юҡмы тигәнде уҡытыусы тик уҡытыусы һыҙығы буйынса, тәрбиәсе тик тәрбиәсе һыҙығы буйынса үтә.

Фәнзил САНЪЯРОВ:

– Һәр нәмә сағыштырыуҙа беленә. Быға тиклемге закондар буйынса, мәҫәлән, уҡытыусы фән кандидатлығына диссертация яҡлаған икән, уға автоматик рәүештә юғары категория бирелә торғайны. Икенсенән, Башҡортос­тан­дың йәиһә Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән юғары почетлы исемгә лайыҡ булған уҡытыусылар ҙа аттестациянан азат ителде һәм юғары категориялы уҡытыусылар иҫәбенә инде. Бындай уҡы­тыу­сыға, бер яҡтан, рәхәт, әлбиттә, әм­мә, икенсенән, ул шул килеш һаҙлыҡҡа бата бара, сөнки тырышырға, үҫергә ынтылырға кәрәкмәй. Бына шуны төҙәтеү менән килешәм, сөнки уҡытыу­сы, атҡаҙанған уҡытыусы ла, туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләргә тейеш. Белемен камиллаштырыу­ҙан, тәжрибәһен байытыуҙан туҡтаһа, ул уҡытыусы булыуҙан туҡтай. Балалар алдына дәрескә ингәндә бер уҡыусы ла, ағай, һинең атҡаҙанған исемең бармы, тип һорамай. Уҡыусыны уҡытыусының белеме һәм уның педагогик оҫталығы ғына ҡыҙыҡһындыра.

Әлфинә КИЛМӘКОВА:

– Эйе, әммә шулай ҙа бындай уҡытыу­сыларға бер аҙ ташлама бар. Аттестация ике йүнәлеш буйынса үтә, маҡтаулы исемдәре, мәғариф алдын­ғыһы тигән билдәһе булған уҡытыусылар аттестацияның беренсе йүнәлешенән азат ителә. Тик улар ғаризаларына ошо документтарының күсермәләрен ҡушып бирергә тейеш. Тимәк, башҡа уҡытыусылар менән сағыштырғанда уларға аттес­тация үтеүе еңелерәк.
– Һуңғы йылдарҙа мәғариф системаһында барлыҡ үҙгәрештәр белем сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән, тип әйтергә мөмкин. Гел генә сифатлы белем биреү тураһында һүҙ алып барыла. Аҙыҡтың йәиһә башҡа әйбер­ҙең сифатын билдәләп була, ә белем сифатын нисек билдәләргә һуң?

Рөстәм РӘМОВ:

– Бик ҡатмарлы һорау. Ысынлап та, һуңғы тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә белем сифаты тураһында күп һүҙ алып барыла. Хәҙерге мәғарифтың төп маҡсаты – ҡайҙа ғына йәшәүенә ҡарамаҫтан, уҡыусыға аңлайышлы, сифатлы белем биреү. Элек һәр бер мәктәптә отличниктар, ударниктар һаны, вузға уҡырға инеүселәр һәм мәктәпте миҙал­ға тамамлаусылар иҫәбе белем сифаты күрһәткесе булып тора ине. Шунан БДИ менән ДИА индерелде, уларҙың һөҙөмтәһен һанай башланылар. Әммә бөгөнгө талаптарға килгәндә, хатта БДИ һөҙөмтәләре буйынса мәктәптәр­ҙе сағыштырырға тейеш түгелбеҙ. Бындай сағыштырыу дөрөҫ булмаясаҡ. Яңыраҡ ҡына Мәскәүҙә кәңәшмәлә булғанда Рәсәй Мәғариф академияһының (РАО) вице-президенты Виктор Болотов был турала, ғәйепһеҙҙәрҙе ғәйепләү һәм бөтөнләй ҡыҫылышы булмағандарҙы бүләкләү килеп сыға, тип әйтеп үтте. Мәҫәлән, бер класта ун һәләтле бала икән, ата-әсәләренең мөмкинлектәре бар һәм улар балаларын төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләндерә, олимпиадаларҙа ҡатнаштыра, һөҙөмтәлә улар БДИ-ны ла һәйбәт тапшыра һәм шуның өсөн мәктәп директоры маҡтала. Ә ысынында уның ҡыҫылышы юҡ. Икенсе бер миҫал: ябай ауыл мәктәбе, уҡытыусылары һәйбәт эшләй, әммә уҡыусылары уртаса белем күрһәтә. Бар көстәрен һалһа ла, уларҙың күрһәткесе шунан артмай. Шуға күрә БДИ һәм ДИА менән сағыштырып барырға ҡуш­май­ҙар. Яңы закон буйынса, белем сифатын билдәләүгә талаптар күп. Бе­ренсенән, өлгәш һөҙөмтәләре нисек бар, шул килеш ҡалды. Шуға өҫтәп белем биреү шарттарына, матди-техник базаға, тейешле әҙәбиәт, методик әсбаптар менән тәьмин итеүгә, йыһазландырыуға, программаларға, һөҙөмтәләргә талаптар индерелде. Бына шулар барыһы бергә белем сифатын билдәләй. Әлеге көндә белем сифатын билдәләү буйынса бик күп халыҡ-ара тикшереүҙәр бара. Беҙҙең үҙәк 2006 йылдан алып шуның координаторы булып тора. Башҡортостандан был тикшереүҙәрҙә 5 – 10 мәктәп ҡатнаша. Ошо тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең башланғыс синыфтар­ҙың күрһәткестәре һәр ваҡыт һәйбәт булды. Ә инде 8-се, 9-сы синыфтарға килгәндә, Рәсәйҙең күрһәткестәре 40-сы урындан түбән төшөп китә ине. Шунан яңы стандарттар, яңы закон барлыҡҡа килде. Бының сәбәбе нимәлә? Мәктәп, мәғариф системаһы үҙгәрмәне. Төплө белем бирәләр, яҡ­шы уҡыталар, әммә хәҙерге көндә төплө белем алыу ғына етмәй, ә уның яңы шарттарҙа ҡуллана белеү мөһим. Мәғарифтың бөгөн төп маҡсаты ла шул. Халыҡ-ара тикшереүҙәр ҙә беҙ­ҙең уҡыусыларҙың белемен ҡуллана белмәүен күрһәтә. Йәғни улар тор­мош­­ҡа әҙер түгел. Шул йәһәттән беҙҙең үҙәк Рәсәй мәғариф система­һына бәләкәй генә өлөш индерә тип уйлайбыҙ. 2005 – 2006 йылдан республика кимәлендә уҡыусыларҙың белем өлкәһендәге ҡаҙаныштарының диагностикаһын үткәрәбеҙ. Төп маҡсаты – проблеманы асыҡлап, уны хәл итергә ярҙам итеү. Ниндәйҙер проблема бар икән, шуның буйынса тәҡдим индерәбеҙ һәм уның хәл ителешен күҙәтәбеҙ.

Фәнзил САНЪЯРОВ:

– Америкалағы миллионерҙың ба­лаһы, атаһының аҡсаһы бер ҡайғыһыҙ йәшәп китергә мөмкинлек биргән хәлдә лә, 8 – 10 йәштән иң ҡара эштә эшләй башлай. Баҙар иҡтисады баланы атаһының миллионы менән түгел, ә үҙенең башы менән эшләргә, үҙенең ҡулдары менән йәшәргә өйрәтә. Ул тормошҡа яраҡлашыу тип атала. Бөгөнгө уҡыусыларыбыҙ тормошҡа яраҡлашыуҙың нимә икәнен әлегә аңлап бөтмәй. Шуға күрә 15 йәшлек уҡыусылар менән үткәрелгән тикшереүҙәрҙә Рәсәй уҡыусыһы 45 – 46-сы урында килә. Тимәк, БДИ үткәрәбеҙме, башҡа аттестациямы, уҡыусыны алған белемен тормошта ижади файҙалана белергә өйрәтергә тейешбеҙ. Был – заман уҡытыусыһы алдында торған бик ҙур бурыс, уны үтәү өсөн уҡытыусы тәүҙә үҙе ошоно күңеле һәм аңы аша үткәрергә тейеш.

Рөстәм РӘМОВ:

– Ғөмүмән, белем сифатын баһалау системаһы һәр бер мәктәптә, районда һәм төбәктә булырға тейеш. Бөгөн система бар тип әйтеп булмай әле, айырым элементтары ғына бар. Сағыш­тырыу системаһы булырға тейеш, әммә бик һаҡ эш итергә кәрәк. Бер мәктәпте икенсеһе, бер районды башҡаһы менән сағыштырырға ярамай, ниндәйҙер дөйөм уртаҡлыҡ кәрәк.
– Элек уҡытыусылар биш йыл һа­йын белемен камиллаштырып торор­ға тейеш ине, хәҙер – өс йылға бер. Нисек уйлайһығыҙ, нимәнән сығып шундай талап ҡуйыла? Өс йыл һайын бында курс үтергә килгән уҡытыусы яңылыҡ алып ҡайта аламы?

Фәнзил САНЪЯРОВ:

– Педагогик эшмәкәрлегем 70-се йылдар уртаһында башланғанға күрә һәм икенсе аяғым менән бөгөнгө заманда баҫып торғас, совет системаһын да һәм бөгөнгөһөн дә күҙ уңында тотоп фекерләй алам. Ысынлап та, элекке система буйынса уҡытыусы биш йылға бер курс үтеп ҡайта ла тыныс ҡына эшләп йөрөй ала ине. Бөгөн, “Мәғариф тураһында”ғы яңы законға ярашлы, өс йыл һайын белемен камиллаштырып торорға тейеш. Мин быны хуплайым. Ни өсөн? Сөнки уҡытыусы бер көндә лә үҫештән туҡтап ҡалырға тейеш түгел. Тормош шул тиклем тиҙ үҙгәрә, унан бер генә көн артта ҡалһаң да, ҡыуып етеүгә бик күп ваҡыт кәрәк буласаҡ. Шуға күрә уҡытыусы туҡтауһыҙ үҫеш юлында булыр­ға тейеш.
Бөгөн беҙ үҙебеҙҙең авторитет менән, 20 – 30 йыл элек алған Башҡор­тостандың йәки Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән исем менән класҡа инә алмайбыҙ. Зама­ныңдың атҡаҙан­ған уҡытыусыһы булыр­ға кәрәк. Шуға күрә алдынғы ҡарашлы педагог үҙенең аңында ла үҙгәрергә тейеш, элекке системалағы кеүек, беҙ уҡыусыға сәйнәп ҡаптырырға түгел, ә үҙенә белем алырға өйрәтергә тейешбеҙ. Йәғни уҡытыусының авторитар функцияһы үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡты. Уҡытыусы төрлө өлкәлә хәбәрҙар булырға һәм шул өлкәләр буйынса уҡыусыға эҙләнеү өсөн йүнәлеш күрһәтергә бурыслы. Бөгөн мәктәптең вазифаһы үҙгәр­ҙе. Ул – уҡыусының һәм ата-әсәнең белем үҙләштереүҙәге талаптарын ҡәнәғәтләндереүсе учреждение. Уҡыусы, ата-әсә ниндәй талап ҡуя, шул талапты үтәргә тейеш. Бөгөнгө замандың ошо философияһын аңлаһаҡ, минеңсә, мәктәптәребеҙ алға барасаҡ.
– Йыл уҡытыусыһы, гранттар тураһында фекерҙәрегеҙҙе лә ишетке килә…
– 1993 йылда Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы, 1994 йылда Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы тигән титулдар алырға яҙҙы. Был – бик ҙур һәм мөһим сара, сөнки республика йә ҡала-район кимәлендә конкурсҡа сығыу өсөн уҡытыусы үҙендә ҙур потенциал тойорға тейеш. Шундай уҡытыусы ғына бәйгегә сыға. Республикабыҙҙа күп йылдар ойошторолоп килгән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы үҙенең бурысын үтәй. Был эште оҙаҡ йылдар дауам итергә тейешбеҙ, сөнки ул уҡытыусыны методик йәһәттән, педагогик-технологик яҡтан бик күтәрә, ижади эҙләнеүҙәргә этәрә.
Гранттарға килгәндә, ул донъя кимәлендәге тәжрибә. Республикабыҙҙа, Рәсәйҙә гранттар булдырып бик дөрөҫ эшләнеләр, сөнки ижади эшләгән уҡытыусыға ноутбугы, принтеры һәм башҡаһы кәрәк. Хатта беҙҙең уҡытыу­сыларыбыҙ үҙҙәренең кабинеттарын да шул грант аҡсаһына йыһазландыра. Былар бөтәһе лә бик яҡшы бер стимул булып тора. Уны артабан да дауам итергә тейешбеҙ.

– Һуңғы ваҡытта ата-әсәләрҙең дәреслектәрҙең ҡатмарлы булыуына зарланыуын йыш ишетергә тура килә…

Фәнзил САНЪЯРОВ:
– Ата-әсәләр дәреслектәрҙе үҙҙәре уҡыған замандағы әсбаптар менән сағыштырырға тейеш түгел. Бөгөнгө заман, прогресс һәм яңы технологиялар дәреслектәр алдында бөтөнләй икенсе талаптар ҡуя. Бөгөн өс йәшлек балалар ҙа компьютерҙы белә, улар­ҙың логик фекерләү, интеллектуаль кимәле бик юғары. Шуға күрә дәреслектәрҙе ябай ғына итеп, еңел генә итеп төҙөй алмайбыҙ, тип уйлайым. Ул баланың башын эшләтерлек юғары кимәлдә ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта баланың йәш психологияһына яраҡлы ла булырға тейеш. Яңы стандарттар ҙа дәреслектәргә үҙ талаптарын ҡуя.
– Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында милли мәғариф ниндәй урынды биләй?

Фәнзил САНЪЯРОВ:
– Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа Рәсәйҙең милли мәктәптәр институтының филиалы була торғайны. Ул оҙаҡ йылдар инде эшләмәй. Институттың эшмәкәрлеге менән ныҡлап таныша башлағас, үҙемә бер яңылыҡ астым. Бөгөн шул институттың эшмәкәрлеген Зәкиә Нафиҡова етәкләгән Башҡортостан милли мәғарифын методик яҡтан тәьмин итеү бүлеге алып бара. Бер бүлек кенә тотош институттың эшен башҡара. Унда бик әҙерлекле, бай тәжрибәле, юғары кимәлгә күтәрелгән белгестәр эшләй. Мәҫәлән, башланғыс синыфтар буйынса Фәниә Шөғәйеп ҡыҙы Сынбулатованы ғына әйтһәк, беҙ ошо бүлектең ни тиклем юғары кимәлдә икәнен күҙ алдына баҫтырабыҙ. Был бүлек бөгөн башҡорт мәктәптәре, милли мәктәптәр өсөн дәреслеген, уҡытыу-методик программаһын да, эш дәфтәрҙәрен дә әҙерләй.
– Мәктәпкә килгән йәш белгестәргә институт ниндәй ярҙам күрһәтә?

Рөстәм РӘМОВ:
– Әйтеп үтелеүенсә, йылына 23 мең­дән ашыу уҡытыусы институтта төрлө кимәлдәге курс үтә. Йәш белгестәр өсөн генә айырым курстар ҙа бар. Шулай уҡ кафедра уҡытыусылары һәм методистары даими рәүештә район­дар­ға ла сыға. Бына шул ваҡытта йәш уҡытыусылар менән дә аралашабыҙ, һәм улар тейешле кимәлдәге методик ярҙам ала, тип уйлайым. Ғөмүмән, институттың ишектәре һәр ваҡыт асыҡ, теләгән кафедраға йә үҙәккә мө­рә­жәғәт итергә мөмкин, методик яҡтан һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙербеҙ. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, конкурстар, семинарҙар, конференциялар һ.б.

Фәнзил САНЪЯРОВ:
– Институттың юбилейы етеп килә, ошо уңайҙан ветерандарҙы, коллективты ҡотлап, яңы үрҙәр, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға