04.10.2013 Йәш педагогтарға кәңәштәр
Бына һин уҡыуыңды тамамлап, ҡулыңа диплом алдың. Ҡотлайым!
Мәктәптә эш тә булды. Эш башлар алдынан күп йылдар эшләгән тәжрибәле уҡытыусыларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һал. Тәү сиратта директорҙың ҡатынына ярарға тырыш. Мәктәптә уңышлы эшләп китеүең тап унан тора. Сөнки күп эштәрҙе директор түгел, ә ҡатыны хәл итә. Уға ярау өсөн, күп нәмәне белһәң дә, белмәмеш булып, кәңәштәр һора.
Директор ҡатынына нисек оҡшай, шулай кейенергә тырыш, уға оҡшамай икән, иң яратҡан блузкаңды ла ҡабат кеймә, асыуландырһаң, бар эшең артҡа китер.
Маҡтарлыҡ урыны булмаһа ла, уңайы сыҡҡан һайын маҡтарға тырыш.
Яңылыш ҡына
Ғорур булма, үҙ фекереңде бер ваҡытта ла әйтмә, хатта техничкаларға ла оҡшамаған һүҙ ысҡындыра күрмә, шунда уҡ директорға барып та етер. Ә мәктәптә хатта стеналар ҙа ишетә. Үҙең дә ишеткән-күргәндәреңде ипләп кенә еткерергә өйрән, быны улар бигерәк ярата.
Ә директорға ярау өсөн юҡ йомошоңдо бар итеп, күберәк бүлмәһенә инергә тырыш.
Үҙеңде бик эшлекле, ләкин белемле итеп түгел, күрһәтергә өйрән.
Артыҡ белемле булыу ҙа насар, сөнки рәсем, хеҙмәт дәрестәренән генә уҡытып йөрөгән директорҙар артыҡ белемле, дәртле, йәш уҡытыусыларҙы үҙҙәренә конкурент итеп күреп, бәйләнергә сәбәп эҙләй башлай.
Коллективты ныҡлап өйрән
Мәктәптә йәштәр юҡлығына аптырама, уларға ошо кәңәштәрҙе өйрәтеүсе булманы. Күптәре, белемдәрен күрһәтеп, фекерҙәрен белдереп, үҙҙәренең шәхес икәнлеген иҫбат итеп маташты, ә был үҙҙәрен генә кеше тип уйлағандарға оҡшамай, әлбиттә.
Ошо кәңәштәрҙе тотһаң, 5 – 6 ай ғына эшләп тә, «Оҙаҡ йылдар балалар тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн» тигән Маҡтау ҡағыҙы ла алырһың. Ысын. Бер директор үҙенең килененә тотто ла шундай грамота бирҙе. 25 – 30 йыл эшләгәндәрҙең танауына сиртте бит йәш ҡатын. Йөрөмәһендәр тура-мура әйтеп. Уҡыусылары йыл һайын олимпиадаларҙа урын алһа ни, иң мөһиме, директорға, уның ҡатынына ярарға кәрәклеген ҡартайғансы аңламағас.
Директор ҡатынының ыңғайына ғына йөрөп, бөтәһе лә уныңса ғына булһа инде, һинән дә уңғаны булмаҫ: йыл һайын август конференцияһына, уҡытыусылар байрамына һәм башҡа байрамдарға һинән дә ҡулайлы кешене тапмаясаҡтар, ҡыҫҡартыу тигән нәмәне бөтөнләй аңламай ҙа ҡалырһың.
Ә шулай ҙа иң беренсе сиратта балаларҙы ярат, улар һине яратһын. Һинең даныңды барыбер тик балалар ғына тарата. «Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер» тигән мәҡәлде онотма.
Уңыштар теләп – Сабырбикә ЯҠШЫҒОЛОВА апайың.