«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Аптраҡта ике йыл элек ябылған мәктәп яңынан асылды



27.09.2013 Аптраҡта ике йыл элек ябылған мәктәп яңынан асылды

Аптраҡта ике йыл элек ябылған мәктәп яңынан асылдыБыйылғы уҡыу йылын үҙ мәктәбендә ҡаршылау Мәләүез райо­нының Аптраҡ ауылы уҡыусылары һәм ата-әсәләр өсөн ҙур байрамға әүерелде. Ҡасандыр райондың иң ҙур мәктәптәренең береһе булған белем усағында 500-ҙән ашыу уҡыусы хатта ике сменала уҡырға мәжбүр була. Һуңғы йылдарҙа уҡыусылар һаны бер ни тиклем кәмеһә лә, сифатлы белем һәм тәрбиә алыу өсөн бында бөтөн мөмкинлектәр ҙә бул­дырыл­ған: 15 класс бүлмәһе, китапхана, спорт залы, ике ҡатлы ятаҡ, футбол яланы, йәшелсә баҡсаһы һ.б.
Әммә ике йыл элек мәктәп бер ниндәй сәбәпһеҙ ябылып, уҡыу­сылар район сигендәге Һарыш ауылындағы бәләкәй генә мәктәптә русса уҡыуға дусар ителде. Уҡыусыларҙы унда автобус менән йөрөттөләр. Балалар, төйөп тултырылған кеүек автобусҡа тығылып, икенсе ауылға йөрөп уҡырға мәжбүр булды. Ауыл халҡы, әлбиттә, был хәл менән килешә алманы. Халыҡ араһынан туплан­ған инициатив төркөм Башҡорт аҡһаҡалдары ҡоро менән берлектә мәктәпте яңынан асыуҙы юллай башлай. Төрлө ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, улар үҙҙәренең ниәтенә иреште, суд аша уны асыуға өлгәштеләр. Шулай итеп, быйыл 1 сентябрҙе Аптраҡ ауылы балалары үҙҙәренең тыуған ауылында, үҙ мәктәптәрендә ҡаршы алды.
Ниһайәт, Мәләүез районы хакимиәте һәм район башҡорттары ҡоролтайы ла Аптраҡ мәктәбенең халыҡҡа кире ҡайтарылыуының әһәмиәтен аңланы. Мәктәпте асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы М. Вахитов менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Р. Аҙнабаев мәктәпте тергеҙеүгә һәм ауылда балалар баҡсаһын асыуға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында белдерҙе.
Дөрөҫ, әле бында ете синыф ҡына асылған, әммә уҡыусылар һәм ата-әсәләр мәктәптең тулыһынса яңынан аяҡҡа баҫтырылып, гөрләп эшләйәсәгенә ышана.

Сания СӘҒИТОВА,
Башҡорт аҡһаҡалдары ҡоро етәксеһе урынбаҫары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға