«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Мәғариф министры Әлфис Ғаязов: «Гөрләп торған ауыл булған саҡта, балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә буласаҡ»



02.08.2013 Мәғариф министры Әлфис Ғаязов: «Гөрләп торған ауыл булған саҡта, балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә буласаҡ»

Мәғариф министры Әлфис Ғаязов: «Гөрләп торған ауыл булған саҡта, балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә буласаҡ»Кеше ғүмер буйы үҙенең белемен камиллаштырыуҙан, уҡыуҙан, аң-кимәлен үҫтереүҙән туҡтамай. Шуның кеүек үк, белем биреү учреждениеларының, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең дә эше йыл әйләнәһенә дауам итә. Әле генә, мәктәптә уҡыу йылы тамамланды, каникул башланды, тип ҡыуанһаҡ, юҡ, сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн иң яуаплы осор – берҙәм дәүләт имтихандары башлана, уныһы бөтөүгә – юғары уҡыу йортона ҡабул итеү имтихандары. Ә инде республика август кәңәшмәһе үттеме, яңы уҡыу йылы килеп етте тигән һүҙ. Быйыл мәғариф хеҙмәт­кәр­ҙәренең республика кәңәшмәһе 9 августа Бөрө ҡалаһында үтәсәк. Кәңәшмә алдынан Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры Әлфис Суфиян улы ҒАЯЗОВ менән уҙған уҡыу йылы йомғаҡтары, уңыштар һәм яңы уҡыу йылына бурыстар хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Уҙған йылға йомғаҡ яһағанда, иң беренсе сиратта берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләренә иғтибар итәбеҙ. Быйылғы йомғаҡлау аттестацияһы хаҡында ни әйтерһегеҙ: һөҙөмтәләр ҡәнәғәтләнерлекме?
– Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса күп кенә һүҙҙәр булды, уңыштар ҙа бар, яңылышлыҡтар ҙа. Күпме генә аңлатыу эштәре алып барылһа ла, ҡайһы бер уҡыусылар­ҙың БДИ һорауҙарын интернетҡа ҡуйыуы ҡыҙғаныс. Төрлө фән буйынса 18 уҡыусы БДИ һорауҙарын интернетҡа ҡуйҙы. Улар барыһы ла имтихан барышында уҡ асыҡланып, ҡабат БДИ тапшырыу хоҡуғынан мәхрүм ителде. Һө­ҙөмтәләргә килгәндә, башҡа йылдар менән сағыштырғанда түбән дә түгел, әллә ни юғары ла тип әйтеп булмай. Әлбиттә, мәғариф системаһының үҫеше һөҙөмтәһендә әҙ генә күтәрелеш бар. Атап әйткәндә, 12 фән буйынса уҡыусыларҙың уртаса балы башҡа йылдар менән сағыштырғанда юғарыраҡ. Шулай уҡ минималь сикте үтә алмаусылар һаны ла әҙәйгән, ә 100 балл йыйыусы уҡыусылар һаны иһә артҡан. Былтыр 27 уҡыусы берҙәм дәүләт имтиханында иң юғары балл йыйһа, быйыл 50 уҡыу­сы шундай юғары һөҙөмтәгә ирешкән. Дөйөм алғанда, республика уҡыусыларының күрһәткестәре Рәсәй кимәле менән бер сама. Ҡәнәғәтләнерлек.

– Юғары уҡыу йортона уҡырға ҡабул итеү кампанияһы тамамланды, һуңғы һөҙөмтәләр ошо көндәр­ҙә билдәле буласаҡ. Нисә уҡыусы бюджет нигеҙендә уҡырға инә алды? Республика вуздарының түләүле бүлектәрендә уҡыу күпмегә төшәсәк?
– Йылдағыса, абитуриенттар биш юғары уҡыу йортона өс йүнәлеш буйынса документтар тапшыр­ҙы. Ҡабул итеү имтихандарһыҙ йәиһә конкурсһыҙ инеү хоҡуғына эйә уҡыусылар бер генә вузда бындай өҫтөнлөк менән файҙаланды. Һынауҙы уңышлы үткән абитуриенттар 4 авгусҡа тиклем документтарының төп нөсхәһен үҙҙәре үткән уҡыу йортона тапшырырға тейеш. 5 августа иһә һәр уҡыу йортоноң рәсми сайтында һәм ҡабул итеү комиссияһының мәғлүмәт стендында уҡырға ҡабул итеү тураһында приказ баҫыласаҡ. Ҡабул итеү кампанияһы үҙенсәлектәренә килгәндә, гуманитар специальностар буйынса ҡабул итеү ҡыҫҡарҙы, сөнки, билдәле булыуынса, был йүнәлештәге белгестәр беҙҙә бы­лай ҙа етерлек. Бюджет урындар кәмене, тип әйтә алмайбыҙ, нин­дәй­ҙер специальностар буйынса хатта артып та китте. Барыһы 10708 уҡыу­сы бюджет нигеҙендә белем алыу мөмкинлегенә эйә. Түләп уҡыуға килгәндә, гуманитар факуль­теттар­ҙа уҡыу өсөн йылына кәмендә 63320 һум түләргә тура килһә, техник йүнәлеш буйынса һөнәр алыу өсөн 112000 һум кәрәк буласаҡ.

– Ата-әсәләрҙе иң борсоған һорауҙарҙың береһе – мәктәптәр­ҙең ябылыуы. Мәктәптәрҙе ябыу­ҙың төп сәбәбе нимәлә һәм быйыл күпме белем усағының яҙмышы хәл ителәсәк?
– Оптималләштереүҙең төп сәбәбе – балалар һанының кәмеүе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдарҙа бөгөн балалар һаны әҙәйгәндән- әҙәйә. Быйыл 1-се синыфҡа 44 мең уҡыусы киләсәк. Быға тиклем мәктәпкә уҡырға барыусы балалар һаны күпкә әҙ була торғайны. 1 июнгә уҡыусылар һаны быйылғы сығарылыш синыф уҡыусылары менән бергә 429600 балаға тиң ине. 25 меңдән ашыуы мәктәпте тамамланы. Күпмеһелер 9-сы синыфтан һуң колледж-лицейҙарға уҡырға китте. Хәҙер иһә 44 мең 1-се синыф уҡыусыһы өҫтәлһә, тимәк, балалар һаны арта тигән һүҙ. Әммә шуны әйтергә кәрәк, нигеҙҙә, балалар һаны район үҙәктәрендә һәм ҡалаларҙа арта, ә ауылдарҙа, киреһенсә, әҙәйә бара.
Шуға күрә оптималләштереүҙе бөгөнгө көндөң мәжбүри сараһы тип ҡабул итергә кәрәк һәм унан оло фажиғә яһарға ярамай. Әл­биттә, мәктәптәрҙең ябылыуы, уҡытыусылар һаны ҡыҫҡартылыуы йәл, әммә бер нәмә лә эшләп булмай. Беҙҙә икешәр ҡатлы биналар буш тора. Ни өсөн? Сөнки улар 500 балаға иҫәпләнгән, ә ғәмәлдә 30 – 40 бала ғына уҡып йөрөй. Был дөрөҫ түгел. Шуға күрә оптималләштереүҙе ике яҡлы процесс тип аңларға кәрәк. Беҙ ябылған мәктәп биналары кәрәк саҡта яңынан эшләй башларға һәр саҡ әҙер булыр­ға тейеш тигән талап ҡуябыҙ. Донъялар үҙгәреп, балалар һаны күбәйеп китһә, уларҙы яңынан асыр­ға әҙербеҙ. Йәғни мәктәптәр­ҙе әрәм-шәрәм итеүгә, кемгәлер хосусилаштырыуға биреүгә юл ҡуймайбыҙ. Белем биреү учреждениелары мәғариф системаһында ҡа­лыр­ға тейеш.

– Мәктәпте ябыу-япмау мәсьә­ләһе нимәнән сығып хәл ителә? Балалар иҫәбе буйынса аныҡ һандар бармы, ниндәй осраҡта мәктәпкә ябылыу ҡурҡынысы янай?
– Федераль үҙәк тарафынан иҫәпләп сығарылған, 11 уҡыусыға бер уҡытыусы булырға тейеш, тигән талап бар. Шул мотлаҡ үтәлергә тейеш. Белеүе­геҙсә, бөгөн ауыл мәктәптәренең күбеһендә 30-ҙан 50-гә тиклем бала уҡый. Кластарҙа ла балалар һаны бер төрлө түгел, береһендә бишәү булһа, икенсеһендә бер бала булыуы мөмкин. Беҙҙең төп маҡсат – сифатлы белем биреү. Күҙ алдына килтерегеҙ әле – уҡытыусы бер бала менән генә дәрес үткәрә. Бер сәғәт буйы ул балаға нимә һөйләргә мөмкин?! Был педагогик яҡтан дөрөҫ түгел. Бала тиңдәштәре менән коллективта булырға, үҙен башҡалар менән сағыштырырға, ярышырға тейеш. Белем биреү процесы иң беренсе сиратта ярыш процесы. Ни өсөн ошо өс бала уҡыған синыфтан сыҡҡан балалар Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеү яуламай?! Тимәк, был мәктәптәрҙә уҡытыу кимәле юғары түгел. Шуға күрә улар­ҙы йыһазландырылған, балалар күп уҡыған ҙур мәктәптәрҙә уҡытыу яғын хәстәрләйбеҙ.
Беҙҙә ҡайһы саҡта арбаны аттан алда ҡуйырға яраталар. Йыш ҡына, мәктәп булмаһа, ауыл булмай, тигәнде ишетергә мөмкин. Был дөрөҫ түгел, ауыл булмаһа, мәктәп булмай. Ауыл булмаһа, ФАП булмай, клуб булмай – бер нәмә лә булмай, шулай бит? Тимәк, ауыл булыр­ға тейеш, гөрләп торған ауыл. Эшләгән, матур итеп донъя көткән ныҡлы ғаиләләре, йүгереп йөрөгән балалары булған ауылда дәүләт балалар баҡсаһын да төҙөй, мәктәбен дә – барыһы ла буласаҡ.
Минеңсә, барыһын да мәғариф системаһына ғына ҡайтарып ҡалдырырға ярамай. Балаларҙы теге йәки был ауылға ебәрәһегеҙ, ә унда йөрөргә юл юҡ, тип зарланыусылар ҙа бар. Әммә юл өсөн уҡытыусы ла, мәктәп тә, министр ҙа яуап бирмәй бит. Уның өсөн ауыл биләмәһе хакимиәте бар. Беҙ был йәһәттән үҙебеҙгә тейешен эшләйбеҙ. Әлеге көндә балаларҙы мәктәпкә йөрөтөү өсөн 930 автобусыбыҙ бар. Улар барыһы ла бөтә талаптарға яуап биргән өр-яңы автобустар. Яңынан 315 автобус аласаҡбыҙ. Бөтәһе лә бар, әгәр ҙә кемдер нимәнелер эшләп еткермәй икән, барыһын да мәғарифҡа ғына япһарып ҡалдырырға ярамай.

– Уҡытыусыларҙың эш хаҡы йыл дауамында бар йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә булды шикелле. Әленән-әле уның артыуы хаҡында хәбәрҙәр ишетелеп торҙо. Бөгөн уҡытыусының уртаса эш хаҡы күпмегә тиң?
– Ысынлап та, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү буйынса күп эшләнде. Бөгөн ул мәсьәлә республика Прези­денты, Хөкүмәт тарафынан гел генә контролдә тотола. Һәм был йүнәлештә эште дауам итәсәкбеҙ. Шундай бер хата фекер йөрөй, уҡытыусылар һанын әҙәйттеләр ҙә улар иҫәбенә башҡаларҙың эш хаҡын күтәрҙеләр, тигән. Был дөрөҫ түгел, сөнки алда әйтеп үтеүемсә, бер уҡытыу­сыға 11 уҡыусы булырға тейеш. Ә беҙҙең мәктәптәрҙә 38196 уҡытыу­сы эшләй. Йәғни күпкә артығыраҡ. Уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы бөгөн 23078 һумға тиң. Әммә бөтә уҡытыусылар ҙа ошондай эш хаҡы ала икән тип уйларға ярамай. Яңы ғына эш башлаған йәш уҡытыусы менән 25 йыл хеҙмәт стажы булған уҡытыусының эш хаҡы бер нисек тә тигеҙ була алмай.

– Яңы уҡыу йылында уҡыусылар­ҙы, уҡытыусыларҙы ниндәй үҙгәрештәр, яңылыҡтар көтә?
– Иң төп яңылыҡтарҙың береһе – беҙ яңы закон буйынса эшләй башлайбыҙ. «Мәғариф тураһында» федераль һәм республика законы ҡабул ителде. Йәмғиәттә булған үҙгәрештәр мәғариф системаһына ҡағылмай ҡалмай һәм улар яңы законда ла сағылыш табырға тейеш. Яңы ҡабул ителгән закондар бөгөнгө көн талаптарынан сығып эшләнгән. Әйткәндәй, Мәс­кәүҙә яңы законды ҡабул иткән саҡта беҙҙең республиканан 4 тәҡдим инеп китте. Республика законына килгәндә, ул үҙенең бөтә статьялары буйынса ла федераль законға тура килә. Йәғни федераль законға ярашлы үҙебеҙҙең ерлектәге хәл-ваҡиғаларҙы иҫәптә тотҡан законыбыҙ бар. Ул беҙҙең уҡытыу-тәрбиә эшенә яңы һулыш бирәсәк.
Башҡортостанда бөгөн 1865 мәктәп бар, 879 филиал, төп мәктәп­тәр­ҙең 635-е нигеҙ мәктәп булып тора. Ә шул 635 мәктәптең 159-ы инновацион мәктәп тип иҫәпләнә. Беҙ бөгөн үҙебеҙгә шундай бурыс ҡуябыҙ: 159 мәктәптең кәмендә 10 проценты суперинновацион мәктәпкә әйләнергә тейеш. Икенсе төрлө уларҙы «Smart-мәктәп» тип атайбыҙ. Ошондай бурыс тора беҙҙең алда, август кәңәшмәһендә лә ул хаҡта әйтеп үтәсәкбеҙ.

– Ул мәктәптәр башҡаларҙан нимәһе менән айырыласаҡ һуң?
– Һәр бер эштә өлгө булырлыҡ учреждениелар, кешеләр кәрәк. Ул мәғариф системаһында ғына түгел, бөтә эштә лә шулай. «Smart-мәктәп»тәр ҙә бар мәктәптәргә суперөлгө булып торасаҡ. Уларҙың нисек эшләүенә ҡарап, башҡа белем усаҡтары ла үҙҙәренең уҡыу-уҡытыу процесын көйләргә тейеш буласаҡ. Ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, райондарҙа ла ошондай шәп белем усаҡтары булдырырға ниәтләйбеҙ. Әлбиттә, беҙ был эштә үҙебеҙгә ярҙамсылар эҙләйбеҙ һәм әлеге көндә «Газпром», «Башнефть» кеүек ҙур ойошмалар менән эш алып барабыҙ, осрашыуҙар се­рияһы ойошторабыҙ.

– Мәктәптәрҙе йыһазландырыу өсөнмө?
– Юҡ, уның өсөн генә лә түгел, сөнки республика мәктәптәре былай ҙа бик яҡшы йыһазлан­дырыл­ған. Компьютер­лаш­тырыу­ҙы ғына алғанда ла, бөгөн бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәнбеҙ. Ике йыл элек кенә республика мәктәптәрендә 17 уҡыусыға бер компьютер булһа, бөгөн ете уҡыусыға бер компьютер тура килә. Был бик яҡшы, тип иҫәпләйем.

– Бөгөн республикабыҙҙа яңы мәктәптәргә ихтыяж бармы? Яңы уҡыу йылында нисә белем биреү учреждениеһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ?
– Мәктәптәр төҙөү кәрәклеге тураһында әйтеп тә торорға түгел, район үҙәктәрендә, күп кенә ҡалаларҙа бөгөн шундай проблема бар. Алдағы көндәрҙә мәктәптәр һанын арттырырға тейешбеҙ. Быйыл ярты йылда 883 урынлыҡ дүрт мәктәп файҙаланыуға тапшырылды. Күп­тән түгел генә Илеш районының Түбәнге Йәркәй ауылында өр-яңы микрорайонда балалар баҡсаһы һәм мәктәп асылды. Заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған матур мәктәп ул. 198 балаға иҫәпләнгән. Йыл дауамында тағы ла Белорет районының Үҙәнбаш, Салауат районының Яхъя һәм Өфө районының Дорогин ауылдары яңы мәктәпле буласаҡ. Бынан тыш, бик күп мәктәптәрҙә төҙөкләндереү эштәре башҡарыла, ике мәктәп реконструкциянан һуң файҙа­ла­ныу­­ға тапшырыласаҡ.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА әңгәмәләште.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға