«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » «Ҡыҙыл» дипломлы ҡыҙҙар



26.07.2013 «Ҡыҙыл» дипломлы ҡыҙҙар

«Ҡыҙыл» дипломлы ҡыҙҙарБөрйән районының Килдеғол ауылынан игеҙәктәр Инзирә һәм Нурзилә Баязитовалар Сибай институтын лайыҡлы тамамланы
… Телефондан атай кешенең шатлыҡлы ла, тулҡынланған да тауышы яңғыраны: “Ҡыҙҙарым икеһе лә “ҡыҙыл” диплом алды!”. Был хәбәргә мин дә атҡа менгән малайҙай шатландым. Сөнки ҡыҙҙарҙы кескәй генә саҡтарынан алып беләм. Бөрйән районының Килдеғол ауылында йәшәүсе Рәғиҙә һәм Ильяс Баязитовтарҙың дүрт балалы татыу ғаиләһендә тыуып үҫеп, Сибай институтында психолог һөнәрен үҙләштергән игеҙәктәр Инзирә һәм Нурзилә хаҡында һүҙем.
Атайҙары Ильястың да күҙ йәштәре аралаш шатлығы менән уртаҡлашыуын аңлайым. Ошо ҡыҙҙары уҡыһын, белем алһын өсөн бар көсөн һалған, балаларына шәхси үрнәге менән өлгө булған, тормошта йүнәлеш бирә белгән хәстәрле, донъяға айыҡ аҡыл менән ҡараған абруйлы атайҙарҙың береһе бит ул. Ҡыҙҙары ла бына тигән: уңғандар, институтта гел “бишле”гә генә уҡынылар, ата-әсәләре, туғандары өсөн йән атып торалар, алсаҡтар. Бәләкәйҙән сәскә үҫтерергә яраталар. “Салауат Юлаев” хоккей командаһының иң тоғро көйәрмәндәре лә.
Ҡыҙҙарҙан уңыштарының сере хаҡында һораштым.
− Иң беренсе, әлбиттә, тырышлыҡ кәрәк. Дәрес ҡалдырманыҡ, барыһын да мәлендә эшләп барҙыҡ. Шул инде сере. Уҡытыусылар, тәүге ике йылда үҙегеҙ зачетка өсөн уҡыһағыҙ, артабан зачетка һеҙҙең өсөн “уҡыясаҡ”, ти торғайны. Ысынлап та, шулай. Тәүге йылдарҙа ныҡлы база һалып алһаң, артабан уҡыу еңелләшә.
Беҙ улай уҡып ҡына ултырманыҡ, йәмәғәт тормошонда ла ҡатнашып йәшәнек. Волейбол уйнарға яратабыҙ, ярыштарға йөрөнөк. Олимпи­адаларҙа ла көс һынаштыҡ. Театрҙағы премьераларҙы, концерттарҙы ла ҡалдырманыҡ.
− Киләсәгегеҙҙе нисек күҙаллай­һығыҙ?
− Ситтән тороп аспирантурала уҡыу хаҡында ла уй бар. Ләкин әле ныҡлы ҡарарға килмәгәнбеҙ. Әлегә алдыбыҙҙа эшкә урынлашыу бурысы тора. Мәктәптә, балалар баҡсаһында, халыҡты комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә эшләй алабыҙ.
− Студенттың бер ваҡытта ла аҡсаһы булмай, ләкин унан бай кеше юҡ, тигән әйтем дә йөрөй. Атай-әсәйегеҙгә ике ҡыҙҙы бер юлы уҡытыу еңел булмағандыр?
− Аҡсаны әрәм-шәрәм итмәй генә тотонорға тырыштыҡ. Атайҙан, нигеҙҙә, берәй ҙурыраҡ әйбер алыр­ға кәрәккәндә генә һорарға тырыша инек. Унда ла уңайһыҙлана-уңайһыҙлана инде. Шулай ҙа атай аҡсанан өҙмәне, рәхмәт уға. Аҡсабыҙҙы экономиялап, яйлап йыйып барып, телефон һымаҡ ҙурыраҡ кәрәк-яраҡ ала инек.
Бөгөн, сер түгел, донъя менән, аҡылдан бигерәк, аҡса идара иткән заманда йәшәйбеҙ. Ҡайһы саҡ аҡылды, белемде алтын хаҡы еңеп киткеләй. Инзирә менән Нурзилә лә, 11-се синыфты уңышлы тамамлаһа ла, тәүге йылда юғары уҡыу йортона уҡырға инә алманы. Был уларҙың тәүге ысын ғәҙелһеҙлек менән осрашыуы ине. Ләкин маҡсаттарына бөгөн булмаһа иртәгә ирешәсәгенә ышанған тырыш ҡыҙҙар, ике лә уйлап тормай, һөнәрҙең артығы юҡ тип, Иҫке Собханғолдағы 132-се һөнәрселек училищеһына юл тотто. Уны “ҡыҙыл диплом”ға тамамлап, киләһе йылына юғары уҡыу йорто студенттары булып киттеләр. Ҡаршылыҡтар бәғзеләрҙе бөгөп үк ҡуйһа, ныҡыштарҙы сыныҡтыра ғына.
Үҙҙәренең кесе туғандарына – Рәмзилә менән Исламға бына тигән терәк, үрнәк булып йәшәүсе, тырыш, уңған, һылыу, һәр эшкә лә оло яуап­лылыҡ менән тотон­ған ҡыҙҙарға бары тик уңыштар ғына теләйек. Тормош тигән институтта ла тик “бишле”гә генә өлгәшергә яҙһын уларға.

Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА.

Бөрйән районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға