12.07.2013 Эй беҙ инек, беҙ инек
(Ҡобайыр)
Белорет педучилищеһын 1958 йылда тамамлаған һабаҡташтарға арнала
Эй беҙ инек, беҙ инек,
Бала ҡоронда инек,
Уҡытыусы булабыҙ тип,
Темәскә килгән инек,
Ете төрлө һынау биреп,
Уҡырға ингән инек,
Алтынтауға менгән кеүек,
Бәхетле булған инек.
Эй беҙ инек, беҙ инек,
Беҙ илле туғыҙ инек,
Егерме өс егет менән
Утыҙ алты ҡыҙ инек,
Бер ҡаҙанда ҡайнаһаҡ та,
Төрлө яҡтарҙан инек,
Төрлө яҡтарҙан булһаҡ та,
Бер туған кеүек инек.
Эй беҙ инек, беҙ инек,
Беҙ ҡара тырыш инек,
Русса телмәр булмаһа ла,
Беҙ ятлап һөйләр инек,
Аслы-туҡлы йөрөһәк тә,
Бар эшкә өлгөр инек,
Ниндәй эшкә ҡушһалар ҙа,
«Беҙ!» тиеп торор инек.
Эй беҙ инек, беҙ инек,
Туғандар кеүек инек,
Бер-беребеҙҙең хәсрәтен
Бергә кисерер инек.
Егерме өс егет менән
Утыҙ алты ҡыҙ инек,
Теүәл генә уҡып сыҡтыҡ,
Бер ғаилә кеүек инек.
Эй беҙ инек, беҙ инек,
Хеҙмәттә тилбер инек,
Эште емереп эшләнек −
«Ил ҡушыуы» тиер инек.
Ҡай берәүҙәр, вуз бөтһә лә,
Һаман уҡып бөтмәне,
Китап яҙҙы, бәғзеләре
Дәүләт эшен йөкмәне.
Эй беҙ инек, беҙ инек,
Беҙ илле туғыҙ инек,
Егерме өс егет менән
Утыҙ алты ҡыҙ инек.
Сафтар һирәгәйә барҙы,
Егерме алты ҡалғанбыҙ.
Ун ете ир, ун алты ҡыҙҙы
Ҡара ергә һалғанбыҙ.
Эй беҙ икән, беҙ икән,
Йәшәүҙәр гүзәл икән,
Хоҙай ҡалғандарыбыҙға
Ғүмерҙәр бирһен икән,
Йәшәйһе йылдарыбыҙға
Бәрәкәт ҡунһын икән.
Эй беҙ икән, беҙ икән,
Эй беҙ икән, беҙ икән.
С. СӨЛӘЙМӘНОВА.