02.11.2010 Ҡанаттар осҡанда нығый
– Алло! Мине ишетәһегеҙме? ҡотлайым, уңыштар теләйем! Өфөнө, лицейымды, һеҙҙе ныҡ һағындым!..
Ваҡытында лицейыбыҙҙың сағыу «йондоҙ»она әйләнгән Алиса Насретдинованың алыҫ Санкт-Петербургтан ебәргән сәләме телефон трубкаһы аша тамашасыларға ишетелә. Мәктәп сәхнәһендә «Лицей дәүләте» балалар ойошмаһының «Президент инаугурацияһы» тантанаһы бара. Шығырым тулы залда барыһы ла тәүге президент Алисаның яңы президент Азат Рәхмәтуллинды ҡотлауын ҡыҙыҡһынып тыңлай.
Был күренештең балалар күңелендә һәм «Лицей дәүләте» тарихында яҡты эҙ ҡалдырыуына күп йылдар үтте. Әммә бындай саралар белем усағында йыл да ҡабатланып тора. Быйыл да «Президент инаугурацияһы» тантанаһында «министр»ҙарҙың музыка, алҡыштар аҫтында сәхнәгә уҙыуы, һәр ҡайһыһының етди ҡиәфәттә оҙон өҫтәл артында ултырыуы, башҡарырға хыялланған эштәре менән таныштырыуы, уҡыусыларҙың аяҡ үрә баҫып, лицей гимнын – «Мәктәбем» йырын башҡарыуы күңелемде елкендерҙе. Шундай аҡыллы, етди фекерле балалар үҫкәндә халҡымдың, илемдең киләсәге өмөтлө, тип ғорурланып ултырҙым.
Ниндәй ойошма һуң ул «Лицей дәүләте»? Булмаһа, лицей тарихына бер аҙ күҙ һалайыҡ. 1999 йылда балаларҙың дәрестән тыш тормошон йәнләндереүҙе уйын аша алып барыу йәмғиәтебеҙ киләсәге, уны яҡшыға үҙгәртеү юлдарын табыу хаҡында борсолоп йәшәгән директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гүзәл Хәлиуллина һәм өлкән вожатый Лилиә Исмәғилева «Лицей дәүләте» балалар ойошмаһына нигеҙ һала. Ойошманың беренсе президенты ул ваҡытта 8-се «А» синыфы уҡыусыһы, ә бөгөн «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләүсе Әлиә Рәхмәтуллина була. Уны 10-сы «Б» синыфы уҡыусыһы (бөгөн БДУ уҡытыусыһы) Айрат Ниғмәтуллин алмаштыра. Балалар ойошмаһы уставы нигеҙендә, президент вазифаһына яҡшы уҡыған, өлгөлө тәртибе менән айырылып торған, башҡорт телендә иркен аралашҡан, ойоштороу һәләтенә эйә булған һәм уҡыусылар араһында ихтирам ҡаҙанған, ирекле «Һайлауҙар»ҙа иң күп тауыш йыйған уҡыусы ғына дәғүә итә. ҡыҙыҡ күренеш йолаға әүерелеп бара: был юғары посты бер йылда ҡыҙ биләһә, киләһе йылына мотлаҡ егет кеше алмаштыра килә. Бына шулай – Ләйсән Исхаҡова, Владислав Юлыев, Әлиә Яруллина, Раушан Мөхәмәтйәнов, Азат Рәхмәтуллин, Камила Ишкилдина, Айһылыу Ризуанова, Эмма Ғүмәрова, Азат Низаметдинов. Уларҙың күбеһе – Рәсәй, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары студенттары, ә ҡайһы берҙәре инде ҙур хеҙмәт юлын башлаған.
Быйыл дүрт уҡыусы араһында барған көсөргәнешле «алыш»та 9-сы синыфтан Азат Низаметдинов еңеп сыҡты. Алина Мөслимова иһә уның урынбаҫары итеп һайланды. Фән һәм мәғариф, мәҙәниәт, маркетинг һәм менеджмент, матбуғат, һаулыҡ һаҡлау, физкультура һәм спорт, эске эштәр, хеҙмәт, финанс министрлыҡтарында ла бик егәрле, әүҙем уҡыусылар етәксе итеп тәғәйенләнде. «Лицей дәүләте»нең сәркәтип ди-джейҙары ла һынатмай. Музыканы яратыусы отҡор егеттәр йыл да бер-береһен алмаштыра.
Уҙған уҡыу йылында «Лицей дәүләте»нең бер структураһы – бәләкәй синыф уҡыусыларын берләштереүсе «Лицей республикаһы» үҙ эшен башланы. Бәләкәстәр апай-ағайҙарынан бер ҙә ҡалышырға теләмәй. Был балалар ойошмаһы уҡыусыларҙы магнит кеүек үҙенә тартып тора. Биш йыл инде балалар ойошмаһын өлкән вожатый Динә Солтанова менән Диана Сабурова етәкләй.
«Һүҙ – егеттәргә» айлығы егеттәрҙе синыфтан тыш сараларға күберәк йәлеп итеүгә, уларҙа ил, ер, ғаиләне ҡурсыу теләген үҫтереүгә булышлыҡ итә. «Беҙ – Өфө егеттәре», «Егеттәрҙең-егете булһаң», «Урал бөркөтө», хәрби- спорт уйындарында бары тик малайҙар ғына ҡатнаша. ҡыҙҙарға иһә «Һеҙ – буласаҡ әсәләр» айлығы, «Сая сибәркәй», «Һылыуҡай» конкурстары оҡшай...
2004 йылда старт алған «Иң яҡшы синыф» һәм «Йыл уҡыусыһы» конкурстары бик уңышлы бара. Аҙна һайын «Лицей республикаһы» ағзалары линейкала бәйге һөҙөмтәләре менән таныштыра, ай, сирек һөҙөмтәләре буйынса гәзиттәр сығара. Былтырғы уҡыу йылында 10-сы «А» һәм 7-се «А» синыфтары еңеүсе булғайны. «Йыл уҡыусылары» бәйгеһендә төрлө йылдарҙа еңеүсе Гөлназ Тәтегәсова, Алиса Насретдинова, Эльмира Низамова, Йәмил Намаҙбаев, Салауат Кәшбуллин, Булат Һатлыҡов, Азат Хәлиуллин – лицейыбыҙ ғорурлығы.
«Юлдың йәш инспекторы» отряды «Лицей дәүләте»нең эске эштәр һәм физкультура, спорт министрлығы вәкилдәренән тора. Йәш инспекторҙар лицей янындағы иң хәүефле урам саттарында «Йәш юлсы» рейдтарын уҙғара, протоколдар тултырып, «юл ҡағиҙәләрен боҙоусылар» араһында аңлатыу эштәре алып бара.
2008 йылдан «Лицей дәүләте» ойошмаһы дәүләткә 10 тонна 687 кг макулатура йыйып тапшырып, мәктәп һәм ойошма ҡаҙнаһына туғыҙ мең ярым һум табыш килтерҙе. Был аҡса төрлө сараларҙа еңеүселәрҙе бүләкләү, кәнсә кәрәк-яраҡтары һатып алыу өсөн ҡулланыла.
Район балалар ойошмаһы эштәренән дә ситтә ҡалмай беҙҙең активистар. Айһылыу Ризуанованың Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының II съезында сығыш яһауы, Эмма Ғүмәрованың I ҡала балалар ҡоролтайы, Башҡортостан йәштәре ҡоролтайы делегаты булыуы һәм уларҙың сығыштарының йомғаҡ йыйынтыҡтарында баҫылыуы ойошмабыҙҙың мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы.
«ҡанаттар осҡанда нығына», «Ятҡан таш мүкләнә, йөрөгән таш шымара» йәки «Ташсы ташты яра» тигән аҡыллы әйтемдәре бар халҡыбыҙҙың. «Лицей дәүләте» балаларға ҙур тормошҡа йүнәлеш бирә, ойоштороу һәләтен үҫтерергә булышлыҡ итә, үҙ фекерен белдерергә өйрәтә.
Гөлсара ХӘТМУЛЛИНА,
М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы директорының тәрбиә эштәре буйынса
урынбаҫары.
Өфө ҡалаһы.