«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Уҡыусылар, үҙ киләсәгегеҙгә етди ҡарағыҙ



31.05.2013 Уҡыусылар, үҙ киләсәгегеҙгә етди ҡарағыҙ

Уҡыусылар, үҙ киләсәгегеҙгә етди ҡарағыҙУҡыусылар өсөн иң яуаплы мәл башланды – улар имтихан тапшыра. Берҙәм дәүләт имтиханы биреүселәргә был көндәр айырыуса көсөргәнешле үтәлер. БДИ күптәргә “баш ауыртыуы” кеүек булһа ла, тырышып уҡыусылар уны еңеп сыға.
Үкенескә күрә, Башҡортостан­да ла имтихан биргәндә хоҡуҡ боҙоуҙарҙың ете осрағы теркәлгән. Был күңелһеҙ күренеш Стәрлебаш, Мишкә, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Ҡалтасы, Өфө, Кушнаренко райондарында булған. БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү һәм дәүләт аттестацияһы бүлеге белгес-эксперты Жанна Миңле­кәева белдереүенсә, тәртип боҙоусы уҡыусыларҙың имтихан һөҙөмтәһе юҡҡа сығарыласаҡ. Тимәк, улар быйыл рус теленән һынауҙы ҡабаттан тапшыра алмай.
Контроль-тикшереү материалдарының (КИМ) ете кимәлле һаҡлау ысулы бар. Уны нисек тә интернетҡа һалһалар, барыбер кемдеке икәнен асыҡлап була.
Рус теленән имтихан барышында кеҫә телефоны алып инеү осраҡтары ла булған. Өфөлә, Салауатта һәм Дыуан районында шундай уҡыусылар тотолған.
Бөгөн берҙәм дәүләт имтиханы көнө. Теге йәки был ҡағиҙә­ләр­ҙе боҙоп, йәштәр үҙ киләсәгенә кәртә ҡуймаһын ине. Иң мөһиме, яҡшылап әҙерләнеү түгелме ни?

А. ЗИННУРОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға