24.05.2013 Тырышлыҡ аша килгән уңыш
Миңлегөл Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылынан. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының органик химия кафедраһы уҡытыусыһы. Тырыш, ҡуйған маҡсатына табан ҡыйыу атлаусы йәштәребеҙҙең береһе ул. Ата-әсәһе – Миңзәлә һәм Мөхәмәтдин Исхаҡовтарҙың өлгөлө ғаиләһендә матур тәрбиә ала.
Һигеҙенсе класты тамамлағас, теүәл фәндәрҙе төплөрәк өйрәнеү маҡсатында уҡыуын Беренсе Этҡол республика компьютер лицейында дауам итә. Юлдар уны баш ҡалабыҙҙың төп уҡыу йортоноң химия факультетына илтә. Юғары белем алғас, аспирантураның көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. Тәжрибәләр үткәреү, диссертация яҙыу өсөн Өфө Фәндәр академияһының Органик химия институты ҡарамағына ебәрелә. Миңлегөл киләсәген фән менән бәйләргә ҡарар итә. Ғилми эшенең төп йүнәлеше – яман шеш ауырыуына ҡаршы дарыу уйлап табыу.
− Фәнде аңлаған кеше өсөн был – бик ҡыҙыҡлы һәм яуаплы өлкә, – тип үҙ эше менән таныштырҙы Миңлегөл. – Шуға ла үҙеңдә икеләтә яуаплылыҡ тояһың. Ышанысты аҡлар өсөн бар тырышлығыңды һалаһың.
Тәбиғәт биргән һәләтең, аҡылың өҫтөнә ныҡыш, түҙем, баҫылып эшләүсән булһаң, уңыш та оҙаҡ көттөрмәйҙер. Фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашырға һәм сығыш яһарға Мәскәү, Волгоград ҡалаларына саҡыралар. Фән өлкәһендә эшләүсе йәш ғалимдарҙы дәртләндереү маҡсатында тапшырылып килгән Йәштәр ғилми-инновация конкурсы ҡатнашыусыһы (“Умник” – “Участник молодежного научно-инновационного конкурса”) премияһы лауреаты булыу яңы үрҙәргә, ынтылыштарға әйҙәй, мөмкинлектәренә киң юлдар асыла.
Йәш ғалимә һайлап алынған темаһы өҫтөндә тағы ла тырышыбыраҡ эшләй башлай. Бирелгән грантҡа заманса йыһаздар, приборҙар ала, сөнки химик тикшеренеүҙәр күп сығым талап итә. Тәжрибәләр үткәрә, сәғәттәр, тәүлектәр буйы күҙәтеп, лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен яҙа. Быйыл Рәсәй фәне көнөндә йәш ғалимдарға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең гранты тапшырылды. Улар араһында Миңлегөл Мөхәмәтдин ҡыҙы ла бар. Оҙайлы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе булған яңы препарат конкурста иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ул хайуандарҙа һынау үтеп, һөҙөмтәлелеген раҫланы. Әлеге ваҡытта ҡулланылғандарына конкурент булып тора. Баймаҡ ҡыҙы кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлау көнөн түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ “Левоглюкозенон нигеҙендә иридоидтарға юлдар табыу“ темаһына ғилми хеҙмәтен яҡланы. Темаға аңлатманы бына шулай бирҙе: “Иридоидтар − һалҡын тейеүгә, рак ауырыуына ҡаршы тора алыусы, антиоксидант булараҡ тәбиғи ҡушылмалар класы. Ә левоглюкозенон – ул шундай ҡушылма, уның нигеҙендә иридоидтар алырға ынтылабыҙ“.
Химия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен алыу ғалимәгә оло мәртәбә өҫтәй. Яҡташыбыҙ киләсәктә фәндә яңынан-яңы асыштары менән ҡыуандырып торһон.
Д. РАЙМАНОВА.
Баймаҡ районы,
Сәйғәфәр ауылы.